АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | КОЛОССТАРҒА 1—4
Элекке шәхесегеҙҙе һалып ташлағыҙ һәм яңы шәхес булып кейенегеҙ
Йәһүә шаһиты булыр өсөн тормошоңда күп үҙгәрештәр яһарға тура килгәндер. Һалған тырышлыҡтарыңды Йәһүә юғары баһалай икәненә шикләнмә (Йз 33:11). Шулай ҙа, элекке шәхесеңдең насар ғәҙәттәренә кире ҡайтмаҫ өсөн, ә яңы шәхескә хас булған сифаттарҙы сағылдырыр өсөн, артабан да тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Ошо һорауҙарға яуап үҙеңдең йомшаҡ яҡтарыңды күрергә ярҙам итер:
Үҙемде үпкәләткән ҡәрҙәшкә асыу һаҡламайыммы?
Арыған йә ашыҡҡан сағымда сабыр булып ҡаламмы?
Әхлаҡһыҙ уйҙар тыуғанда уларҙан шунда уҡ арынырға тырышаммы?
Башҡа раса йә башҡа милләт кешеләренә ҡарата тиҫкәре ҡарашта түгелменме?
Һуңғы арала берәйһе менән тупаҫ мөғәмәлә иткән йә үҙемде тота алмаған саҡтарым булдымы?