Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb19 август 8 б.
  • Онотолмаҫ игелекле эштәр

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Онотолмаҫ игелекле эштәр
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2019
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Нимә ул Вефиль?
    Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2019
mwb19 август 8 б.
Апай-ҡәрҙәш Вефилдә кухняла эшләй

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Онотолмаҫ игелекле эштәр

Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең игелекле эштәрен мәңге иҫтә тотасаҡ. Атай кеше үҙ балаһының ҡаҙаныштарын ҡәҙерләгән шикелле, Йәһүә лә уның исеме хаҡына күрһәткән хеҙмәтебеҙҙе лә, мөхәббәтебеҙҙе лә онотмаясаҡ (Мт 6:20; Ев 6:10). Әлбиттә, һәр беребеҙҙең һәләттәре һәм шарттары төрлө. Әммә Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итһәк, беҙҙең шатланыр өсөн һәр ваҡыт сәбәп буласаҡ (Гл 6:4; Кл 3:23). Инде күпме йылдар меңләгән ҡәрҙәш Вефилдә хеҙмәт итә. Ә һин Вефилдә хеҙмәт итә алыр инеңме? Юҡ икән, башҡаларҙы быға дәртләндерә йә берәй вефилсегә үҙенең ҡиммәтле хеҙмәтен дауам итергә ярҙам итә алыр инеңме?

«ВЕФИЛДӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮ — ЯҠШЫ МАҠСАТ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Вефилдә хеҙмәт итергә теләүселәрҙең ниәттәре ниндәй булырға тейеш?

  • Ҡайһы бер вефилселәр хеҙмәтендәге фатихалар хаҡында нимә һөйләй?

  • Вефилдә хеҙмәт итеүселәр ниндәй талаптарға тура килергә тейеш?

  • Вефилдә хеҙмәт итер өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Өс вефилсе компьютерҙа бер проект өҫтөндә эшләй; ағай-ҡәрҙәш әҙәбиәтте ҡаптарға һала; ағай-ҡәрҙәш Вефилдә балта оҫтаһы булып эшләй

Вефилдә хеҙмәт итеүселәр өсөн талаптар

  • Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ҡарата тәрән яратыу

  • Юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәү һәм Йәһүә алдында саф выжданға эйә булыу

  • Мәсихсегә ярашлы кейем һәм тышҡы ҡиәфәт

  • Алла нормаларына ҡаршы килмәгән күңел асыуҙар һайлау

  • 19—35 йәштә булыу (ғәҙәттә)

  • Яҡшы физик, эмоциональ һәм психик һаулыҡ

  • Филиалда ҡабул ителгән төп телдә уҡый, яҙа һәм һөйләшә белеү

  • Филиалда кәм тигәндә бер йыл хеҙмәт итергә әҙер булыу

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу