Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb20 февраль 3 б.
  • Йырҙар беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йырҙар беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Йәһүәне шатланып йырҙарҙа данлағыҙ
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Батшалыҡ йырҙары ҡыйыулыҡ өҫтәй
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2017
  • Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Видеояҙмалар ҡулланып өйрәтәбеҙ
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
mwb20 февраль 3 б.
Ҡәрҙәштәр тәбиғәттә гитарала уйнап йырлай

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Йырҙар беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Йәһүә ойошмаһы даими рәүештә яңы йырҙар ижад итә. Һинең яратҡан йырҙарың бармы? Ни өсөн улар һиңә оҡшай? Һинеңсә, видеояҙмаларҙа күрһәтелгән ваҡиғаларҙа көндәлек тормошобоҙ сағыламы? Йырҙарыбыҙ тема һәм стиль яғынан бик бай, шуға күрә һәр кеше күңеленә ятҡанын һайлай ала. Әммә был йырҙар һәм музыкаль видеояҙмалар күңел асыу өсөн генә түгел.

Һәр бер йырҙан һабаҡ алырға була. Берәүҙәре ҡунаҡсыллыҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек, ҡыйыулыҡ, мөхәббәт һәм иман хаҡында булһа, икенселәре — Йәһүәгә ҡайтыу, башҡаларҙы кисереү, һәр осраҡта ла Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итеү һәм рухи маҡсаттар ҡуйыу хаҡында. Телефон ҡулланыуға дөрөҫ ҡараш һаҡларға өндәгән йырыбыҙ ҙа бар хатта! Шул йырҙарҙы тыңлап, һин нәмәгә өйрәндең?

«БЫЛ КӨН БИК ЯҠЫН!» ТИГӘН МУЗЫКАЛЬ ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Оло йәштәге ир менән ҡатын киләсәктәге ниндәй фатихалар хаҡында уйлана? (Бш 12:3).

  • Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләрен дә үтәйәсәгенә иманыбыҙҙы нисек нығытырға?

  • Яҡын киләсәктә беҙ кем менән осрашырбыҙ?

  • Алла Батшалығына өмөт беҙгә ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға нисек ярҙам итә? (Рм 8:25).

ҒАИЛӘ МЕНӘН ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ӨСӨН ТӘҠДИМ

Аҫта килтерелгән музыкаль видеояҙмаларҙы ҡара һәм үҙеңдән һора: был видеояҙмаларҙа ниндәй һабаҡтар бар? Мин ниндәйҙәрен тормошомда ҡулланырға теләйем?

  • «Ҡыйыулыҡ һәм көс хаҡында йыр» («Песня о стойкости и силе»)

  • «Бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» («Прощайте друг друга»)

  • «Ҡунаҡсыл булығыҙ!» («Будьте гостеприимными!»)

  • «Артта ҡалмайбыҙ» («Не отстаем»)

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу