Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb20 май 3 б.
  • Һин әҙерһеңме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һин әҙерһеңме?
  • Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Һуңғы көндәрҙең һуңғы көндәрендә әҙер бул
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Һин халыҡ сыуалыштарына әҙерһеңме?
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2022
  • Ҡайғы-хәсрәт ваҡытында имандаштарығыҙға терәк булығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Тәбиғәт афәтенән һуң нисек ярҙам күрһәтергә?
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
Башҡаларын асырға
Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
mwb20 май 3 б.
Ғаилә иң кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләй.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Һин әҙерһеңме?

Һин тәбиғәт афәттәренә әҙерһеңме? Көтмәгәндә ер тетрәү, көслө дауыл, янғын һәм һыу баҫыу һымаҡ һәләкәтле афәттәрҙең булыуы ихтимал. Өҫтәүенә, ерҙең һәр төбәгендә кинәт сыуалыштар ҡубырға, терракттар булырға һәм эпидемиялар башланырға мөмкин (Вғ 9:11). Мин йәшәгән ерҙә ундай хәл бер ҡасан да булмаҫ, тип уйлау дөрөҫ түгел.

Афәткә әҙерләнер өсөн, зирәклек сағылдырып, кәрәкле аҙымдар яһарға кәрәк (Ғһ 22:3). Әлбиттә, афәт булһа, Йәһүә ойошмаһы ярҙам итергә тырыша, әммә һәр беребеҙҙең өҫтөндә яуаплылыҡ ята: беҙ алдан әҙерләнергә тейеш (Гл 6:5).

«ҺИН ТӘБИҒӘТ АФӘТЕНӘ ӘҘЕРҺЕҢМЕ?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА, ШУНАН ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ағай-ҡәрҙәш, Изге Яҙманы уҡып һәм рухилығын нығытып, афәттәргә әҙерләнә.

    Алла менән яҡын дуҫлыҡ һиңә тәбиғәт афәте ваҡытында нисек ярҙам итер?

  • Сумкаға тултырылған иң кәрәкле әйберҙәр, элемтәгә инер өсөн мәғлүмәт һәм телефон.

    Ни өсөн...

    • • афәт алдынан, афәт ваҡытында һәм унан һуң өлкәндәр менән элемтәлә булыу мөһим?

    • • иң кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләп ҡуйыу мөһим? (g17-TAT № 5 6 б.).

    • • беҙ йәшәгән ерҙә ниндәй ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуа алыуы һәм һәр осраҡта нисек эш итеп булыуы тураһында уйланыу мөһим?

  • Рәсемдәрҙә афәттәрҙән зыян күргәндәргә ярҙам итер өсөн өс ысул күрһәтелгән; 1) ағай-ҡәрҙәш доға ҡыла; 2) ирекле хеҙмәтселәр афәт булған ерҙә ярҙам итә; 3) ағай-ҡәрҙәш Батшалыҡ залында ирекле иғәнә йәшнигенә аҡса һала.

    Афәттән зыян күргәндәргә ярҙам итер өсөн, ниндәй өс ысул бар?

ҺИН НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛЫР ИНЕҢ?

Афәттәр булған ерҙәрҙә ярҙам итер өсөн, күп ирекле хеҙмәтселәр кәрәк. Ихтыяж йылдан йыл үҫә бара. Ундай эштә ҡатнашырға теләһәң, мөмкин тиклем тиҙерәк өлкәндәргә хәбәр ит.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу