МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Башҡалар һине маҡтағанда, баҫалҡы бул
Ҡайһы саҡта башҡалар беҙҙе маҡтарға йә ҙурларға мөмкин. Кеше быны ихлас күңелдән һәм дөрөҫ ниәттән сығып эшләһә, был беҙгә көс өҫтәй (Ғһ 15:23; 31:10, 28). Шулай ҙа беҙгә ғорурлыҡтан һаҡланырға кәрәк, сөнки шул саҡта үҙебеҙҙе башҡаларҙан өҫтөн ҡуя башлауыбыҙ ихтимал.
«ҒАЙСА ҺЫМАҠ ТОҒРО БУЛЫҒЫҘ. БАШҠАЛАР ҺЕҘҘЕ МАҠТАҒАНДА» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Башҡалар беҙҙе нимә өсөн маҡтарға мөмкин?
Ағай-ҡәрҙәштәр Сергейҙы нимә өсөн маҡтаған?
Ни өсөн, уларҙың маҡтауы урынһыҙ булған, тип әйтеп була?
Сергейҙың баҫалҡы яуабынан һин нимәгә өйрәнәһең?