МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Ахыр яҡынлашҡан арала ныҡ булығыҙ
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Тиҙҙән быға тиклем әле бер ҡасан да булмаған ваҡиғалар була. Улар беҙҙең ҡыйыулығыбыҙҙы һәм Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы һынар. Ҙур афәт ялған динде юҡ итеү менән башланып китер (Мт 24:21; Ас 17:16, 17). Шул дәһшәтле ваҡытта беҙ, күрәһең, хөкөм хәбәрен иғлан итербеҙ (Ас 16:21). Беҙгә Магог еренән Гог һөжүм итәсәк (Йз 38:10—12, 14—16). Үҙ халҡын яҡлар өсөн, Йәһүә «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғыш» башлаясаҡ (Ас 16:14, 16). Шул ваҡиғалар ваҡытында ҡыйыулыҡ менән эш итер өсөн, беҙгә бөгөн үк, иманыбыҙ һыналған саҡтарҙа, тоғро булып ҡалырға кәрәк.
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:
Йәһүәнең әхлаҡи нормаларын яҡла һәм улар буйынса йәшә (Иш 5:20).
Артабан да имандаштарыбыҙ менән бергә ғибәҙәт ҡыл (Ев 10:24, 25).
Йәһүәнең ойошмаһы биргән күрһәтмәләргә шунда уҡ буйһон (Ев 13:17).
Йәһүәнең үткәндә үҙ халҡын нисек ҡотҡарғаны тураһында уйлан (2Пт 2:9).
Йәһүәгә доға ҡыл һәм уға таян (Зәб 112:7, 8).
«ҠЫЙЫУЛЫҠ ТАЛАП ИТӘСӘК ВАҠИҒАЛАР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫҢ ӨҘӨГӨН ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Йыйылыштары бүленгәндә, вәғәзселәрҙең тыңлаусанлығы нисек һыналды?
Тыңлаусанлыҡ ҡыйыулыҡ менән нисек бәйле?
Ни өсөн Армагеддон ваҡытында беҙгә ҡыйыулыҡ кәрәк булыр?
Ҡыйыулыҡ талап итәсәк ваҡиғаларға хәҙер үк әҙерлән
Изге Яҙмалағы ниндәй хәбәр беҙгә Йәһүәнең ҡотҡарыу көсөнә иманыбыҙҙы нығытырға ярҙам итә? (2Йыл 20:1—24).