АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | СЫҒЫШ 15, 16
Йәһүәне маҡтап йырлағыҙ
15:1, 2, 11, 18, 20, 21
Музыка уйҙарыбыҙға ла, хистәребеҙгә лә көслө йоғонто яһай. Йырҙар Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың мөһим өлөшө булып тора.
Муса һәм израилдәр, Ҡыҙыл диңгеҙ янында мөғжизәле рәүештә ҡотҡарылғандары өсөн, Йәһүәгә маҡтау йырҙары йырлаған.
Дауыт батша ғибәҙәтханала музыканттар һәм йырсылар булып хеҙмәт итһендәр өсөн 4 000 ир кешене билдәләгән.
Үлеме алдынан һуңғы төндә Ғайса тоғро илселәре менән Йәһүәне маҡтап йырҙар йырлаған.
Йәһүәне маҡтап йырлар өсөн, минең ниндәй мөмкинлектәрем бар?