АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | СЫҒЫШ 21, 22
Ғүмергә ҡарата Йәһүә ҡарашын сағылдыр
21:20, 22, 23, 28, 29
Йәһүә ғүмерҙе юғары баһалай. Ғүмергә ҡарата уның ҡарашын нисек сағылдырып була?
Башҡаларҙы хөрмәт ит һәм уларға ҡарата ихлас яратыу үҫтер (Мт 22:39; 1Ях 3:15).
Хеҙмәт менән янып тороп, үҙ яратыуыңды күрһәт (1Кр 9:22, 23; 2Пт 3:9).
Хәүефһеҙлек сараларына етди ҡара (Ғһ 22:3).
Ғүмерҙе ҡәҙерләү нисек һиңә ҡан ҡойоуҙа ғәйепле булмаҫҡа ярҙам итер?