АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | СЫҒЫШ 25, 26
Изге сатырҙың иң мөһим әйбере
25:9, 21, 22
Килешеү һандығы изге сатырҙа һәм бөтөн Израиль лагерында иң мөһим әйбер булған. Килешеү һандығы өҫтөндәге ике кируб араһындағы болот Алланың шунда булыуын аңлатҡан. Йылына бер тапҡыр, Йолоу көнөндә, баш рухани, Иң изге урынға инеп, халыҡтың гонаһын йолоп алыр өсөн, һандыҡ ҡапҡасы алдында үгеҙ һәм кәзә ҡанын бөркөгән (Лв 16:14, 15). Был Ғайсаның, бөйөк Баш руханиҙың, йолом ҡорбанының хаҡын Йәһүәгә тапшырыр өсөн, уның янына күккә инеүен символлаштырған (Ев 9:24—26).
Йолом ҡорбаны килтергән фатихаларҙы тейешле аяттарға тура килтерегеҙ:
АЯТТАР
Ев 9:13, 14
Рм 6:23
ФАТИХАЛАР
Мәңгелек тормошҡа өмөт
Гонаһтарҙың кисерелеүе
Саф выждан
Ошо фатихаларға эйә булыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк?