Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb21 ғинуар 3 б.
  • Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора? (2-се өлөш)
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Балаларығыҙҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Ата-әсәләр, балаларҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Ғаиләгеҙҙе зарарлы йоғонтонан һаҡлағыҙ
    Ғаилә бәхетенең сере
Башҡаларын асырға
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
mwb21 ғинуар 3 б.
Атай менән әсәй балаларын үҙ-үҙҙәрен яҡларға өйрәтә; балалар өйрәнеү ваҡытында «юҡ!» тип әйтергә өйрәнә.

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ

Беҙ яҡшыны насар итеп, ә насарлыҡты яҡшы итеп күрһәткән донъяла йәшәйбеҙ (Иш 5:20). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр Йәһүә нәфрәт иткәнде эшләй. Мәҫәлән, бер енестәге кешеләр бер-береһе менән романтик мөнәсәбәттәр булдыра. Балала мәктәптәге йәштәштәренә йә берәй күренекле кешегә оҡшай башлау теләге тыуырға мөмкин. Был һынауҙарҙы йырып сыға алһын өсөн, уны нисек әҙерләргә?

Балағыҙҙы Йәһүә нормаларына өйрәтегеҙ (Лв 18:3). Йәшенә ҡарап, уға Изге Яҙмала енси мөнәсәбәттәр хаҡында нимә яҙылғанын һөйләгеҙ (Ҡн 6:7). Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Мин балама хистәрҙе нисек белдерергә ярай, ә нисек ярамай икәнен аңлаттыммы? Ул тыйнаҡ кейенеү ни өсөн мөһим икәнен аңлаймы? Балам шәхси тормошона (йыуыныу, кейем алмаштырыу кеүек өлкәләрҙә) хөрмәт күрһәтелергә тейешлеген беләме? Балама берәйһе порнография күрһәтергә маташһа йә Алла дөрөҫ тип һанамаған нәмәне эшләргә ҡушһа, ул нимә эшләргә кәрәк икәнен беләме?» Үҙ ваҡытында бирелгән белем уны күп бәләләрҙән яҡлар (Ғһ 27:12; Вғ 7:12). Иҫтә тотоғоҙ: балалар — «Йәһүәнән килгән мираҫ». Уларҙы өйрәтеп, һеҙ Йәһүә биргән ҡиммәтле бүләкте ҡәҙерләгәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ (Зәб 127:3).

«НЫҠЛЫ ЙОРТ ТӨҘӨГӨҘ. БАЛАҒЫҘҘЫ ЯУЫЗЛЫҠТАН ЯҠЛАҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ КИЛӘҺЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • «Ныҡлы йорт төҙөгөҙ. Балағыҙҙы яуызлыҡтан яҡлағыҙ» тигән видеояҙманан күренеш. Әсәй улы менән «Балағыҙҙы яҡлағыҙ» тигән йәнһүрәтте ҡарай.

    Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр балаларына енси мөнәсәбәттәр тураһында һөйләргә ояла?

  • «Ныҡлы йорт төҙөгөҙ. Балағыҙҙы яуызлыҡтан яҡлағыҙ» тигән видеояҙманан күренеш. Атай менән әсәй ике балаһы менән «Бөйөк Остаздан өйрән» тигән китапты һәм башҡа әҙәбиәтте ҡулланып өйрәнеү үткәрә.

    Ни өсөн атай-әсәйҙәр балаларын «Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп» тәрбиәләргә тейеш? (Еф 6:4).

  • «Ныҡлы йорт төҙөгөҙ. Балағыҙҙы яуызлыҡтан яҡлағыҙ» тигән видеояҙманан күренеш. Африкала йәшәгән атай менән әсәй балалары менән Изге Яҙманы уҡып фекер алыша.

    Белем көслө яҡлау бирә

    Атай-әсәйҙәр балаларына енси тәрбиә бирә алһын өсөн, Йәһүәнең ойошмаһы нисек ярҙам итә? (w19.05 12 б., рамка).

  • Ни өсөн, проблема килеп сыҡмаҫ борон уҡ, балалар менән асыҡ аралашырға кәрәк?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу