Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb21 ғинуар 11 б.
  • Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайла

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайла
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Һыуға сумдырылыу яҡты киләсәккә юл аса!
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Һыуға сумдырылыу — мәсихселәр өсөн талап
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Һеҙ һыуға сумдырылырға әҙерме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
mwb21 ғинуар 11 б.
Бормалы һуҡмаҡта Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә алып барған аҙымдар төшөрөлгән. Һуҡмаҡ буйлап бындай билдәләр төшөрөлгән: Изге Яҙманы өйрәнеү, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү, вәғәзләү һәм һыуға сумдырылыу.

Һин һыуға сумдырылыуға алып барған юлдың ҡайһы ерендә?

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайла

Әгәр һин һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булһаң йә Изге Яҙманы өйрәнһәң, һыуға сумдырылырға маҡсатың бармы? Ни өсөн һин һыуға сумдырылырға теләйһең? Бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу Йәһүә менән дуҫлыҡҡа юл аса (Зәб 91:1). Улар шулай уҡ ҡотолоуға алып бара (1Пт 3:21). Был аҙымдарға әҙер булыр өсөн, нимә эшләргә?

Үҙеңде хаҡ юлдан бараһың икәненә инандыр. Һорауҙарың тыуғанда, өҫтәмә тикшеренеү үткәр (Рм 12:2). Тормошоңда ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәген билдәлә, быны эшләргә һине Йәһүәгә яраҡлы булыу теләге этәрһен (Ғһ 27:11; Еф 4:23, 24). Һәр ваҡыт, ярҙам һорап, уға доға ҡыл. Шикләнмә, Йәһүә ҡеүәтле изге рухы менән һине нығытып торор һәм ярҙам итер (1Пт 5:10, 11). Һалған тырышлыҡтарың һис шикһеҙ бүләкләнер. Йәһүәгә хеҙмәт итеү — иң яҡшы тормош юлы! (Зәб 16:11).

«ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУҒА АЛЫП БАРҒАН АҘЫМДАР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ҡайһы берәүҙәр һыуға сумдырылыр алдынан ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?

  • Йәһүәгә бағышланырға этәргән иманды нисек үҫтереп була?

  • Ҡәрҙәштәрҙе һыуға сумдырылыр өсөн кәрәкле аҙымдар яһарға нимә этәргән?

  • Йәһүә үҙенә хеҙмәт итергә ҡарар иткән кешеләрҙе нисек фатихалай?

  • Бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу нимәне аңлата?

Һыуға сумдырылыу телмәренең аҙағында ағай-ҡәрҙәш һыуға сумдырылырға теләгәндәрҙе тороп баҫып ошо ике һорауға ҡысҡырып яуап бирергә саҡырыр:

Һин, үҙ гонаһтарыңдан тәүбә итеп, Йәһүәгә бағышландыңмы, һәм уның Ғайса Мәсих аша биргән ҡотҡарыу юлын ҡабул итәһеңме?

Һыуға сумдырылып, һин Йәһүә шаһиты булып киткәнеңде һәм Йәһүә ойошмаһына ҡушылғаныңды күрһәтәһең, һин быны аңлайһыңмы?

Һыуға сумдырылырға теләгәндәр, был һорауҙарға «эйе» тип яуап биреп, бөтә кеше алдында йоломға иман иткәнен һәм Йәһүәгә тулыһынса бағышланғанын күрһәтә (Рим. 10:9, 10).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу