Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb21 май 13 б.
  • Ғаиләңдә яратыу сағылдыр

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғаиләңдә яратыу сағылдыр
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Оҙайлы никахҡа ике асҡыс
    Ғаилә бәхетенең сере
  • Өйөгөҙҙә татыулыҡ һаҡлағыҙ
    Ғаилә бәхетенең сере
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора? (2-се өлөш)
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
mwb21 май 13 б.
Ғаилә йыйылыш осрашыуында бергәләп йырлай.

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Ғаиләңдә яратыу сағылдыр

Яратыу, елем һымаҡ, бөтә ғаиләне берләштерә. Ул бер-берең менән хеҙмәттәшлек итергә һәм берҙәмлек һаҡларға ярҙам итә. Ирҙәр, ҡатындар һәм атай-әсәйҙәр ғаиләлә нисек яратыу сағылдыра ала?

Ҡатынын яратҡан ир уның ихтыяждарын, ҡараштарын һәм хистәрен иҫәпкә ала (Еф 5:28, 29). Ул ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итә, шулай уҡ ғаиләһенең рухи яҡтан ныҡ булыуын ҡайғырта, мәҫәлән, даими рәүештә ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисен үткәрә (1Тм 5:8). Ирен яратҡан ҡатын уны тәрән хөрмәт итә һәм уға буйһона (Еф 5:22, 33; 1Пт 3:1—6). Иргә лә, ҡатынға ла бер-береһен ихлас күңелдән кисерергә кәрәк (Еф 4:32). Ҡайғыртыусан атай-әсәйҙәр балаларының һәр береһенә иғтибар бүлә һәм Йәһүәне яратырға өйрәтә (Ҡн 6:6, 7; Еф 6:4). Балалар мәктәптә ниндәй ауырлыҡтар менән осраша? Улар йәштәштәренең баҫымына ҡаршы тора аламы? Ғаиләлә яратыу хөкөм һөрһә, бөтәһе лә үҙен яҡлаулы тойор.

«ҒАИЛӘБЕҘҘӘ ЯРАТЫУ КҮРҺӘТӘБЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • «Ғаиләбеҙҙә яратыу күрһәтәбеҙ» тигән видеояҙманан күренеш: йыйылыштан һуң өйгә ҡайтҡас, ир менән ҡатын Изге Яҙма буйынса фекер алыша.

    Ҡатынын яратҡан ир уны нисек «туҡландыра һәм ҡайғырта»?

  • «Ғаиләбеҙҙә яратыу күрһәтәбеҙ» тигән видеояҙманан күренеш: йыйылыштан һуң өйгә ҡайтҡас, апай-ҡәрҙәш Йәһүә шаһиты булмаған ирен түҙемлек менән тыңлай һәм уға йылы һүҙҙәр әйтә.

    Ирен яратҡан ҡатын уны тәрән хөрмәт иткәнен нисек күрһәтә?

  • «Ғаиләбеҙҙә яратыу күрһәтәбеҙ» тигән видеояҙманан күренеш: ғаилә бергәләп ашаған саҡта йыйылышта оҡшаған фекерҙәр тураһында һөйләшә.

    Балаларын яратҡан атай-әсәйҙәр уларға Йәһүәгә һәм Изге Яҙмаға ҡарата яратыу үҫтерергә нисек ярҙам итә?

ЭЛЕКТРОН ЯЙЛАНМАЛАР МЕНӘН ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ

Электрон яйланмалар ғаилә өсөн бүленгән ваҡытты урлай ала. Шуға күрә атай-әсәйҙәр үҙҙәре өсөн дә, балалары өсөн дә яйланмаларға ҡағылышлы сиктәр ҡуя ала. Бынан тыш, атай-әсәйҙәргә, балалары бәләкәй булһа, уларға интернетта аралашырғамы, юҡмы һәм кем менән аралашырға икәнен ҡарар итергә кәрәк.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу