АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Йәһүәгә нисек ғибәҙәт ҡылырға кәрәк?
Израилдәр Йәһүәгә буйһонорға, уны яратырға һәм уға ысын күңелдән хеҙмәт итергә тейеш булған (Ҡн 11:13; it-U «Душа», «Служить всей душой» тигән өҫтәмә исем).
Уларға ялған дин менән бәйле булған бөтә нәмәләрҙе тулыһынса юҡ итергә кәрәк булған (Ҡн 12:2, 3).
Һәр кеше Йәһүә һайлаған ерҙә генә уға ғибәҙәт ҡылырға тейеш булған (Ҡн 12:11—14; it-U «Жертвенник», «Другие жертвенники» тигән өҫтәмә исем, 2 абз.).
Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең уға ысын күңелдән хеҙмәт итеүен, ялған табыныуҙың бөтә төрөн кире ҡағыуын һәм үҙ-ара берҙәм булыуын теләй.