АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Йәһүәгә бөтә йөрәгең менән буйһон
Ҡалип һәр ваҡыт Йәһүәгә бөтә йөрәге менән буйһонған (Еш 14:7, 8).
Ҡалип үҙенә бирелгән ауыр йөкләмәне Йәһүә ярҙамында үтәй аласағына ышанған (Еш 14:10—12; w05-TAT 1/3 6 б., 3 абз.).
Ҡалип Йәһүәгә бөтә йөрәге менән хеҙмәт иткәне өсөн фатихаланған (Еш 14:13, 14; w06-TAT 1/10 22 б., 11 абз.).
Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһонғанда һәм уның фатихаларын татығанда, Ҡалиптың иманы үҫкән. Беҙҙең менән дә шулай: доғаларыбыҙға яуап алғанда һәм Йәһүәнең ярҙамын тойғанда, был беҙгә хеҙмәтебеҙҙе дауам итергә көс өҫтәй (1Ях 5:14, 15).