Яҡуп улдарына пәйғәмбәрлек әйтә
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Йәһүә ерҙе Израиль ҡәбиләләре араһында нисек итеп бүлгән?
Йәһүә йәрәбә ярҙамында күрһәтмәләр биргән. Йәрәбә, күрәһең, һәр ҡәбиләнең биләмәһе ҡайҙараҡ урынлашасағын билдәләгән (Еш 18:10; it-U «Граница», «Границы племён Израиля» тигән өҫтәмә исем, 2 абз.).
Йәһүә, Яҡуптың үлер алдынан әйткән пәйғәмбәрлеге үтәлһен өсөн, барыһын да эшләгән (Еш 19:1; it-U «Наследство», «Наследственные владения» тигән өҫтәмә исем, 1 абз.).
Йәһүә Израилдәргә һәр ҡәбиләнең биләмәһе ниндәй ҙурлыҡта булырын үҙҙәренә билдәләргә рөхсәт иткән (Еш 19:9; it-U «Граница», «Границы племён Израиля» тигән өҫтәмә исем, 3 абз.).
Вәғәҙә ителгән ерҙең бүленеүе берәүгә лә көнләшер һәм талашыр өсөн сәбәп бирмәгән. Был осраҡ Йәһүәнең яңы донъяла ла ғәҙел эш итәсәгенә һине нисек инандыра?