Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb22 март 9 б.
  • Интернетта һин кем менән дуҫлашаһың?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Интернетта һин кем менән дуҫлашаһың?
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2022
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Социаль селтәрҙәр. Тоҙаҡтарҙан һаҡлан
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Дуҫтарҙы аҡыл менән һайла
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Балаларға һәм үҫмерҙәргә социаль селтәрҙәрҙең тиҫкәре йоғонтоһо. Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала?
    Төрлө темалар
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2022
mwb22 март 9 б.

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Интернетта һин кем менән дуҫлашаһың?

Дуҫлыҡ — яратыуға һәм хөрмәткә нигеҙләнгән мөнәсәбәт. Мәҫәлән, Дауыт, Ғәлиәфте еңгәндән һуң, Йонафан менән бик ныҡ дуҫлашҡан (1См 18:1). Улар бер-береһенең яҡшы сифаттарын ҡәҙерләгән. Шуға күрә кешене яҡшыраҡ белгән һайын дуҫлыҡ нығына бара. Әлбиттә, бының өсөн ваҡыт һәм тырышлыҡ талап ителә. Әммә социаль селтәрҙәрҙә кешеләр, клавиатураның бер генә төймәһенә баҫып, «дуҫ» булып китә ала. Интернетта алдан уҡ һөйләшеүҙе планлаштырыу һәм кешелә үҙең теләгән тәьҫорат тыуҙырыу мөмкинлеге булғанға, ысынында ниндәй кеше булғаныңды йәшереүе ауыр түгел. Шуға күрә, интернетта дуҫтар һайлауға килгәндә, ҡағиҙәләр урынлаштырыу яҡшы булыр ине. Таныш булмаған кеше дуҫлашырға тәҡдим итһә, уның күңелен ҡыймайым, тип тәҡдимен иғтибарһыҙ ҡалдырырға йә унан бөтөнләй баш тартырға ҡурҡма. Ҡайһы берәүҙәр, осрай алған ҡурҡыныстарҙы иҫәпкә алып, социаль селтәрҙәргә бөтөнләй инмәҫкә ҡарар иткән. Шулай ҙа һин социаль селтәрҙәр менән ҡулланырға булһаң, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

«СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘР АУҒА ӘЙЛӘНМӘҺЕН» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • «Социаль селтәрҙәр ауға әйләнмәһен» тигән видеояҙманан күренеш: ҡыҙыҡай, үҙенең фотоһын бөтә экрандарҙа ла күреп, аптырап ҡалған.

    Интернетҡа фотолар һалыр алдынан һәм унда комментарийҙар яҙыр алдынан нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

  • «Социаль селтәрҙәр ауға әйләнмәһен» тигән видеояҙманан күренеш: ике әҙәпһеҙ егет бер малайға интернеттан нимәләр күрһәтә, ә малай күҙен ҡаплай.

    Ни өсөн интернетта дуҫтар һайлағанда һаҡ булырға кәрәк?

  • «Социаль селтәрҙәр ауға әйләнмәһен» тигән видеояҙманан күренеш: төнө буйы компьютер алдында ултырып, малай башын клавиатураға һалып йоҡлап киткән.

    Ни өсөн социаль селтәрҙәрҙә үткәргән ваҡытты сикләргә кәрәк? (Еф 5:15, 16).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу