МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
«Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй»
Ысын мәсихселәр бөтә эштәрен мөхәббәткә нигеҙләнеп башҡарырға тырыша. «Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй» (1Кр 13:4, 6). Шуға беҙ әхлаҡһыҙлыҡ һәм көс ҡулланыуҙы данлаған күңел асыуҙарҙан ҡасабыҙ. Шулай уҡ, берәйһе бәләгә осрағанда, беҙ шатланмайбыҙ, хатта был кеше беҙҙе рәнйеткән булһа ла (Ғһ 17:5).
«ЫСЫН МӨХӘББӘТ ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕККӘ ҺӨЙӨНМӘЙ ИКӘНЕН ИҪТӘ ТОТОҒОҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Шаул менән Йонафандың үлеме тураһында белгәс, Дауыт үҙен нисек тотҡан?
Шаул менән Йонафандың үлеменә ҡайғырып, Дауыт ниндәй йыр яҙған?
Ни өсөн Дауыт Шаулдың үлеменә ҡыуанмаған?