МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО | ЯҢЫ ХЕҘМӘТ ЙЫЛЫНА МАҠСАТТАР ҠУЙ
Ихтыяж күберәк булған ергә күсеү
Өйрәнеп киткән ерҙән ихтыяж булған ергә күсер өсөн иман кәрәк (Ев 11:8—10). Әгәр һинең шундай маҡсатың булһа, йыйылышыңдағы өлкәндәр менән һөйләшеп ал. Маҡсатың ирешерлекме икәнен белер өсөн һәм ҡайҙа күсенергә икәнен хәл итер өсөн, һин ниндәй аҙымдар яһай алаһың? Баҫмаларыбыҙҙа ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итеү тураһында нимә әйтелгәнен ҡарап сыҡ. Башҡа йыйылыштарға ярҙам итер өсөн күсенгән ҡәрҙәштәр менән кәңәшләш (Ғһ 15:22). Йәһүәгә доға ҡыл һәм аҙымдарыңа дөрөҫ йүнәлеш биреүен һора (Яҡ 1:5). Күсенергә йыйынған урын тураһында күберәк белеш һәм күсенер алдынан унда бер нисә көндән күберәккә барып ҡайт.
«„ХЕҘМӘТ ИТЕҮГӘ ИШЕКТӘР КИҢ“ АСЫЛҒАНДА, ИМАН МЕНӘН ЭШ ИТЕГЕҘ. ИХТЫЯЖ КҮБЕРӘК БУЛҒАН ЕРГӘ КҮСЕҮ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:
Гэбриэлға нимә ҡамасаулаған һәм нимә ярҙам иткән?