АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Йәһүәгә үҙеңде йыуатырға мөмкинлек бир
Ильяс ҡурҡыуға төшкән һәм, ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн, ҡасып киткән (1Бат 19:3, 4; w19.06 15 б., 5 абз.).
Йәһүә уға ғәмәли яҡтан ярҙам иткән һәм ғәжәйеп рәүештә үҙенең ҡөҙрәтен күрһәткән (1Бат 19:5—7, 11, 12; ia 103 б., 13 абз.; 106 б., 21 абз.).
Йәһүә Ильясҡа йөкләмә биргән (1Бат 19:15—18; ia 106 б., 22 абз.).
Бөгөн Йәһүә беҙҙең менән үҙ Һүҙе аша һөйләшә һәм шуны иҫебеҙгә төшөрөп тора: ул беҙҙең хаҡта наҙлы итеп ҡайғырта һәм беҙгә мөһим йөкләмәләр бирә (1Кр 15:58; Кл 3:23).