АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Йәһүәнең ихтыярын үтәү теләген үҫтер
Шаул Йәһүәне тыңламаған, шуға күрә Йәһүә уны кире ҡаҡҡан (1Йыл 10:13, 14).
Йәһүә Шаул урынына Дауытты батша итеп һайлаған (1Йыл 11:3).
Шаулдан айырмалы рәүештә, Дауыт Йәһүәнең ҡанундарына һәм принциптарына таянып эш иткән (1Йыл 11:15—19; w12-TAT 15/11 6 б., 12, 13 абз.).
Дауыт Йәһүәнең ихтыярын үтәргә яратҡан (Зәб 40:8). Әгәр бөтә нәмәгә Йәһүә ҡараған кеүек ҡарарға өйрәнһәк, беҙ ҙә дөрөҫ эш итеү теләген үҫтерә алырбыҙ (Зәб 25:4; w18.06 17 б., 5, 6 абз.).