Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w20 февраль 1—32 бб.
  • Көнсөллөк менән көрәшегеҙ һәм тыныслыҡҡа ынтылығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Көнсөллөк менән көрәшегеҙ һәм тыныслыҡҡа ынтылығыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КӨНСӨЛЛӨК НИМӘ АРҠАҺЫНДА ТЫУЫРҒА МӨМКИН?
  • БАҪАЛҠЫ ҺӘМ ҠӘНӘҒӘТ БУЛЫҒЫҘ
  • ТЫНЫСЛЫҠҠА ЫНТЫЛЫҒЫҘ
  • Бер-берегеҙҙең йәнен көйҙөрмәгеҙ — тыныслыҡҡа ынтылығыҙ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Йәһүә баҫалҡы хеҙмәтселәрен ҡәҙерләй
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
w20 февраль 1—32 бб.

8-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Көнсөллөк менән көрәшегеҙ һәм тыныслыҡҡа ынтылығыҙ

«Именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ» (РИМ. 14:19).

112-СЕ ЙЫР Йәһүә — тыныслыҡ Аллаһы

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Көнсөллөк Йософтоң ғаиләһенә нисек тәьҫир иткән?

ЯҠУП бөтә улдарын да яратҡан, әммә 17 йәшлек Йософто айырыуса яҡын күргән. Йософтоң ағалары быға нисек ҡараған? Улар, көнләшеп, уны нәфрәт итә башлаған. Йософ ундай мөнәсәбәткә лайыҡ булырлыҡ бер нәмә лә эшләмәгән. Шулай ҙа ағалары уны ҡоллоҡҡа һатҡан да аталарына, яратҡан улыңды ҡырағай хайуан ботарлап ташлаған, тип әйткән. Көнсөллөккә бирелеп, улар ғаиләнең тыныслығын боҙған һәм Яҡупты тәрән ҡайғыға һалған (Баш. 37:3, 4, 27—34).

2. Галаттарға 5:19—21 буйынса, ни өсөн көнсөллөк — бик ҡурҡыныс һыҙат?

2 Изге Яҙмала көнсөллөкb «гонаһлы тәбиғәттең» һәләкәтле эштәре менән бер рәттә телгә алына. Был һыҙат кешегә Алла Батшалығын мираҫ итеп алырға ҡамасаулай. (Галаттарға 5:19—21-ҙе уҡығыҙ.) Көнсөллөк йыш ҡына дошманлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм ярһыу кеүек насар емештәр килтерә.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Йософ ағаларының осрағынан күренеүенсә, көнсөллөк кешеләрҙең мөнәсәбәттәрен боҙорға һәм ғаиләнең тыныслығын емерергә мөмкин. Әлбиттә, беҙ бер ҡасан да Йософтоң ағалары кеүек эш итмәҫбеҙ, әммә барыбыҙҙың да йөрәге камилһыҙ һәм мәкерле (Ирем. 17:9). Бына ни өсөн ҡай саҡ беҙ башҡаларҙан көнләшәбеҙ. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан киҫәтеү булып торған ҡайһы бер миҫалдарҙы ҡарап сығып, көнсөллөктөң йөрәгебеҙҙә нисек тамыр йәйә алғанын беләйек. Беҙ шулай уҡ көнсөллөк менән көрәшергә һәм тыныслыҡҡа өлөш индерергә ярҙам иткән кәңәштәргә иғтибар итербеҙ.

КӨНСӨЛЛӨК НИМӘ АРҠАҺЫНДА ТЫУЫРҒА МӨМКИН?

4. Ни өсөн пелештиҙәр Исхаҡтан көнләшкән?

4 Байлыҡ. Исхаҡ бик бай кеше булған, һәм пелештиҙәр уның байлығына көнләшкән (Баш. 26:12—14). Улар хатта уның ҡоҙоҡтарын тупраҡ менән күмгән, ә был ҡоҙоҡтар Исхаҡ өсөн мөһим булған, сөнки ул уларҙан малдарҙы эсергән (Баш. 26:15, 16, 27). Бөгөн дә ҡайһы бер кешеләр, шул пелештиҙәр һымаҡ, үҙҙәренән байыраҡ булған кешеләрҙән көнләшә. Улар, башҡаларҙа булған нәмәләргә эйә булыуҙан тыш, шулай уҡ уларҙы шул нәмәләрҙән мәхрүм итергә теләй.

5. Ни өсөн дин әһелдәре Ғайсанан көнләшкән?

5 Башҡалар тарафынан танылыу. Йәһүдтәрҙең дин әһелдәре Ғайса Мәсихтән ныҡ көнләшкән, сөнки уны күп кеше яратҡан (Матф. 7:28, 29). Ғайса Алланың вәкиле булған һәм хәҡиҡәткә өйрәткән. Ләкин дин әһелдәре, Ғайсаның исеменә тап төшөрөр өсөн, уның хаҡында ялған таратҡан (Марк 15:10; Яхъя 11:47, 48; 12:12, 13, 19). Беҙ бынан нимәгә өйрәнәбеҙ? Мәҫәлән, йыйылышта берәй ҡәрҙәште яҡшы сифаттары өсөн яратһалар, унан көнләшмәйек. Бының урынына, шул ҡәрҙәштән өлгө алып, яҡшы сифаттар үҫтерергә тырышайыҡ (1 Кор. 11:1; 3 Яхъя 11).

6. Диотрефтың көнсөллөгө нимәлә сағылған?

6 Йыйылыштағы хөрмәтле вазифалар. Беренсе быуатта Диотреф йыйылышта етәкселек алған мәсихселәрҙән көнләшкән. Ул йыйылыштағылар араһында «беренселекте тоторға яратҡан», шуға күрә илсе Яхъяны һәм башҡа яуаплы ҡәрҙәштәрҙе яманлап һөйләгән (3 Яхъя 9, 10). Әлбиттә, беҙ Диотреф һымаҡ эш итмәҫбеҙ, әммә беҙҙең йөрәгебеҙҙә лә көнсөллөк шытып сығырға мөмкин. Мәҫәлән, беҙ алырға өмөтләнгән хөрмәтле вазифаны башҡа берәй ҡәрҙәшкә тапшырһалар, унан көнләшә башлауыбыҙ ихтимал. Ә әгәр, мин дә был вазифаны яҡшы башҡара алыр инем, тип уйлаһаҡ, беҙгә айырыуса ауыр булырға мөмкин.

Рәсемдәрҙә: 1. Ялан сәскәһе яҡшы ерҙә үҫеп ултыра. 2. Сүп үләне шул сәскәгә үҫергә ҡамасаулай. 3. Батшалыҡ залында өс апай-ҡәрҙәш шатланып аралаша, ә башҡа бер апай-ҡәрҙәш, үпкәләгән шикелле, бер үҙе тора.

Йөрәк — тупраҡҡа, ә яҡшы сифаттар матур сәскәләргә оҡшаш. Көнсөллөк иһә ағыулы сүп үләне һымаҡ. Көнсөллөк беҙгә яратыу, шәфҡәтлелек һәм игелек кеүек яҡшы сифаттарҙы үҫтерергә ҡамасаулай (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Көнсөллөк беҙгә нисек тәьҫир итә ала?

7 Көнсөллөк ағыулы сүп үләненә оҡшаш. Ул йөрәгебеҙҙә тамыр йәйһә, унан ҡотолоуы бик ауыр. Көнсөллөк башҡа тиҫкәре һыҙаттарҙы тыуҙыра, мәҫәлән, ярышыу рухын, ғорурлыҡты һәм эгоизмды. Сүп үләне сәскәгә үҫергә бирмәгән кеүек, көнсөллөк тә яратыу, шәфҡәтлелек һәм игелек кеүек яҡшы сифаттарҙы үҫтерергә ҡамасаулай. Шуға күрә, йөрәгебеҙҙә көнсөллөк үҫә башлауын абайлаһаҡ, уны шунда уҡ тамыры менән йолҡоп алырға кәрәк. Әммә уның менән нисек көрәшергә һуң?

БАҪАЛҠЫ ҺӘМ ҠӘНӘҒӘТ БУЛЫҒЫҘ

Рәсемдәрҙә: 1. Ялан сәскәһе яҡшы ерҙә үҫеп ултыра. 2. Кемдер сәскә янында үҫеп сыҡҡан сүп үләнен йолҡоп ала. 3. Батшалыҡ залында дүрт апай-ҡәрҙәш шатланып аралаша.

Көнсөллөк менән нисек көрәшергә? Алланың изге рухы ярҙамында беҙ, уны йөрәгебеҙҙән йолҡоп алып, баҫалҡы һәм ҡәнәғәт булып китә алабыҙ (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8. Ниндәй сифаттар көнсөллөк менән көрәшергә ярҙам итә?

8 Көнсөллөк менән көрәшер өсөн, беҙгә баҫалҡы һәм ҡәнәғәт булырға кәрәк. Йөрәгебеҙҙә был күркәм сифаттар сәскә атһа, көнсөллөккә урын ҡалмаҫ. Баҫалҡылыҡ беҙгә үҙебеҙ тураһында сиктән тыш күп уйламаҫҡа ярҙам итер. Баҫалҡы кеше, башҡаларға ҡарағанда күберәккә лайыҡмын, тип уйламай (Гал. 6:3, 4). Ә ҡәнәғәт кеше үҙендә булған нәмәләрҙе ҡәҙерләй һәм үҙен башҡалар менән сағыштырмай (1 Тим. 6:7, 8). Баҫалҡы һәм ҡәнәғәт кешеләр башҡаларҙың уңыштарына шатлана.

9. Галаттарға 5:16 һәм Филиптарға 2:3, 4 буйынса, изге рух беҙгә нисек ярҙам итә?

9 Көнсөллөктән арынырға һәм баҫалҡы, ҡәнәғәт булырға теләһәк, беҙгә изге рухтың ярҙамы кәрәк. (Галаттарға 5:16; Филиптарға 2:3, 4-те уҡығыҙ.) Йәһүәнең изге рухы беҙгә күңел түребеҙҙәге уйҙарҙы һәм этәргес теләктәребеҙҙе тикшерергә ярҙам итә. Алланың ярҙамы менән беҙ зарарлы уйҙарҙы һәм хистәрҙе саф, ыңғай фекерҙәр менән алмаштыра алабыҙ (Зәб. 26:2; 51:10). Әйҙәгеҙ, Муса пәйғәмбәрҙең һәм илсе Павелдың миҫалдарына иғтибар итәйек. Алланың был ике хеҙмәтсеһе көнсөллөктөң тоҙағына эләкмәгән.

Муса, Ешуа һәм башҡа израилдәр осрашыу сатыры янында тора. Ешуа Мусаға үҙҙәрен пәйғәмбәрҙәр кеүек тотҡан ике ирҙе туҡтатыуын һорай.

Йәш ир Муса һәм Ешуа янына йүгереп килә лә лагерҙағы ике ирҙең үҙҙәрен пәйғәмбәрҙәр кеүек тота башлағаны хаҡында хәбәр итә. Ешуа Мусанан уларҙы туҡтатыуын һорай, әммә Муса улай эшләмәй. Ул Ешуаға Йәһүәнең шул ике иргә лә изге рух биргәненә шат булғаны хаҡында әйтә. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Ниндәй осраҡ Мусаның баҫалҡылығын һынай алған? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

10 Муса Алла халҡында ҙур хакимлыҡҡа эйә булған, әммә ул үҙ хакимлығын бар көсөнә яҡларға тырышмаған. Мәҫәлән, бер осраҡта Йәһүә, Мусала булған изге рухтың өлөшөн алып, уны осрашыу сатыры янында торған өлкәндәр төркөмөнә биргән. Шунан һуң күп тә үтмәй, Муса осрашыу сатыры янына килмәгән ике өлкәндең, изге рух алып, үҙҙәрен пәйғәмбәрҙәр кеүек тота башлағаны хаҡында ишеткән. Ешуа Мусанан шул ике өлкәнде туҡтатырға һорағас, ул нимә эшләгән? Муса был ике кешенең Алла иғтибарына эйә булғанына көнләшмәгән. Киреһенсә, ул баҫалҡылыҡ менән уларҙың пәйғәмбәрлек итеүенә шатланған (Һан. 11:24—29). Беҙ Мусанан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

Рәсемдәрҙә: 1. Өлкәндәр кәңәшмәһенең осрашыуы ваҡытында оло йәштәге өлкәндән йәшерәк ағай-ҡәрҙәште «Күҙәтеү манараһы»н алып барырға өйрәтеүен һорайҙар. 2. Йәшерәк ағай-ҡәрҙәш «Күҙәтеү манараһы»н алып бара, ә оло ҡәрҙәш иғтибар менән тыңлап ултыра. 3. Оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш, йәшерәк ҡәрҙәштең ҡулын ҡыҫып, уны маҡтай.

Өлкәндәр баҫалҡылыҡ сағылдырыуҙа Мусанан нисек өлгө ала ала? (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)c

11. Өлкәндәр нисек Мусанан өлгө ала ала?

11 Өлкән булып хеҙмәт итһәгеҙ, һеҙҙән башҡа ағай-ҡәрҙәште үҙегеҙ яратҡан вазифаны башҡарырға өйрәтергә һорағандары булдымы? Әйтәйек, һеҙ «Күҙәтеү манараһы»н өйрәнеү осрашыуын аҙна һайын алып бараһығыҙ һәм был вазифаны бик яратаһығыҙ, ти. Әммә, башҡа ҡәрҙәш был вазифаны үтәй алһын өсөн, һеҙҙән уны өйрәтергә һорауҙары ихтимал. Муса кеүек баҫалҡы булһағыҙ, һеҙ, мине бүтән ҡәҙерләмәйҙәр, тип уйламаҫһығыҙ. Ә, киреһенсә, ҡәрҙәшегеҙгә шатланып ярҙам итерһегеҙ.

12. Бөгөн күп мәсихселәр ҡәнәғәт һәм баҫалҡы булыуҙарын нисек күрһәтә?

12 Оло йәшкә еткән күп ағай-ҡәрҙәштәр кисергән башҡа бер хәлде ҡарап сығайыҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре күп йылдар буйы өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторы булып хеҙмәт иткән. Әммә 80 йәштән уҙғас, улар, икеләнмәйенсә, үҙ вазифаларын башҡа өлкәндәргә тапшыра. 70 йәшкә еткән район күҙәтеүселәре лә, баҫалҡылыҡ менән үҙ вазифаларын йәшерәк ҡәрҙәштәргә тапшырып, башҡа йөкләмәләрҙе үтәй башлай. Ә күп вефилселәр һуңғы йылдарҙа, Вефиль хеҙмәтен ҡалдырып, хеҙмәттең башҡа төрҙәрендә ҡатнашырға билдәләнгән. Был тоғро ҡәрҙәштәр ҡасандыр үҙҙәре үтәгән вазифаларҙы ҡабул иткән ҡәрҙәштәргә үпкәләп йөрөмәй.

13. Павелдың 12 илсенән көнләшер өсөн ниндәй сәбәптәре була алған?

13 Илсе Павел да ҡәнәғәт һәм баҫалҡы кеше булған. Ул йөрәгендә көнсөллөккә урын бирмәгән. Арымай-талмай хеҙмәт итһә лә, ул баҫалҡы рәүештә былай тигән: «Мин илселәрҙең иң кесеһе... илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен» (1 Кор. 15:9, 10). Ғайсаның ерҙәге хеҙмәте дауамында уға эйәреп йөрөгән 12 илсенән айырмалы булараҡ, Павел Ғайсаның терелеүенән һуң ғына мәсихсе булып киткән. Һуңыраҡ «йәһүд булмағандарҙың илсеһе» итеп билдәләнһә лә, ул 12 илсе һанына кереү хөрмәтенә эйә булмаған (Рим. 11:13; Ғәм. 1:21—26). Ғайса менән яҡын аралашҡан 12 илсенән көнләшеү урынына, Павел үҙ фатихалары менән ҡәнәғәт булған.

14. Ҡәнәғәт һәм баҫалҡы булһаҡ, беҙ нимә эшләрбеҙ?

14 Ҡәнәғәт һәм баҫалҡы булһаҡ, беҙ, илсе Павел һымаҡ, Алла тарафынан хакимлыҡ алған кешеләргә хөрмәт күрһәтербеҙ (Ғәм. 21:20—26). Йәһүә билдәләнгән ир-аттарҙың йыйылышта үҙ өҫтөнә етәкселек алыуын ойошторған. Камил булмаһалар ҙа, Йәһүә уларҙы кешеләргә бирелгән «бүләк» тип һанай (Ефес. 4:8, 11). Был яуаплы ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт итеп һәм уларҙың күрһәтмәләренә буйһоноп, беҙ Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр һаҡлайбыҙ һәм йыйылыштағы тыныслыҡҡа өлөш индерәбеҙ.

ТЫНЫСЛЫҠҠА ЫНТЫЛЫҒЫҘ

15. Беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

15 Көнсөллөк үҫкән ерҙә тыныслыҡ сәскә ата алмай. Беҙ үҙ йөрәгебеҙҙән дә көнсөллөктө йолҡоп алырға, башҡаларҙың йөрәктәренә лә уның орлоҡтарын сәсмәҫкә тейеш. Был ике мөһим аҙымды яһап, беҙ «именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ» тигән күрһәтмә буйынса эш итәбеҙ (Рим. 14:19). Башҡаларға көнсөллөк менән көрәшергә ярҙам итер өсөн, нимә эшләп була? Беҙ нисек тыныслыҡҡа өлөш индерә алабыҙ?

16. Беҙ нисек башҡаларға көнсөллөк менән көрәшергә ярҙам итә алабыҙ?

16 Ҡарашыбыҙ һәм эштәребеҙ башҡаларға ҙур йоғонто яһай ала. Был донъя беҙҙе үҙебеҙҙә булған нәмәләр менән маҡтанырға дәртләндерә (1 Яхъя 2:16). Әммә ундай ҡараш көнсөллөк тыуҙыра. Ниндәй әйберҙәргә эйә булғаныбыҙ йә нимә һатып алырға йыйынғаныбыҙ тураһында гел һөйләп йөрөһәк, башҡаларҙың йөрәктәрендә көнсөллөк орлоҡтары сәсеүебеҙ ихтимал. Шулай уҡ, башҡаларға көнсөллөк менән көрәшергә ярҙам итергә теләһәк, йыйылышта ниндәй генә вазифалар башҡарыуыбыҙға ҡарамаҫтан, тыйнаҡ булып ҡалыу мөһим. Ә әгәр вазифаларыбыҙға иғтибар йәлеп итеп торһаҡ, көнсөллөк өсөн «уңдырышлы тупраҡ» булдырырбыҙ. Һәм, киреһенсә, ҡәрҙәштәр менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынһаҡ һәм уларҙы маҡтаһаҡ, уларға ҡәнәғәт булырға ярҙам итербеҙ һәм йыйылыштағы тыныслыҡҡа өлөш индерербеҙ.

17. Йософтоң ағалары нисек үҙгәргән, һәм был Яҡуптың ғаиләһенә нисек тәьҫир иткән?

17 Беҙ көнсөллөккә ҡаршы көрәштә еңә алабыҙ! Әйҙәгеҙ, ҡабат Йософ ағаларының миҫалына ҡайтайыҡ. Йософто ҡоллоҡҡа һатып ебәргәндән һуң күп йылдар үткәс, улар уның менән Мысырҙа осрашҡан. Ағаларына үҙенең кем икәнен әйтер алдынан, Йософ, үҙгәргәндәрме, юҡмы икәнен белер өсөн, уларҙы һынаған. Ул уларҙы һыйлаған һәм иң кесе ҡустылары Бинйәмин алдына башҡаларға ҡарағанда күберәк ризыҡ ҡуйған (Баш. 43:33, 34). Әммә ағалары Бинйәминдән көнләшмәгән. Бының урынына, улар ҡустылары Бинйәмин һәм аталары Яҡуп хаҡында эскерһеҙ ҡайғыртҡан (Баш. 44:30—34). Көнсөллөктө еңгәс, Йософтоң ағалары ғаиләгә тыныслыҡ ҡайтара алған (Баш. 45:4, 15). Шуның шикелле, беҙ ҙә, көнсөллөктө йөрәгебеҙҙән тамыры менән йолҡоп сығарһаҡ, ғаиләбеҙҙә һәм йыйылышта тыныслыҡҡа өлөш индерербеҙ.

18. Яҡуб 3:17, 18 буйынса, тыныс мөхит ниндәй емеш килтерә?

18 Йәһүә беҙҙең көнсөллөк менән көрәшеүебеҙҙе һәм тыныслыҡҡа ынтылыуыбыҙҙы теләй. Беҙгә ошо ике өлкәлә күп тырышлыҡ һалырға кәрәк. Был мәҡәләлә әйтелгәнсә, көнләшеү тойғоһо һәр беребеҙҙә тыуырға мөмкин. Өҫтәүенә, был донъя беҙҙе көнсөл булырға дәртләндерә. Әммә баҫалҡы, рәхмәтле һәм ҡәнәғәт булырға тырышһаҡ, йөрәгебеҙҙә көнләшеү өсөн урын ҡалмаҫ. Шул саҡта беҙ тыныс мөхит булдырыуға өлөш индерербеҙ һәм тәҡүәлек емешен урырбыҙ. (Яҡуб 3:17, 18-ҙе уҡығыҙ.)

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Изге рух беҙгә нисек көнсөллөктө еңергә ярҙам итә?

  • Көнсөллөк менән көрәшкәндә, ҡәнәғәт һәм баҫалҡы булыу беҙгә нисек ярҙам итә?

  • Көнсөллөк тураһында әйткәндә, дөрөҫ ҡарашыбыҙ башҡаларға нисек ярҙам итә?

130-СЫ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ

a Йәһүәнең ойошмаһында тыныслыҡ хөкөм һөрә. Әммә көнсөллөк тыныслыҡты емерә ала. Ошо мәҡәләлә беҙ көнсөллөктөң сәбәптәрен ҡарап сығырбыҙ, шулай уҡ был зыянлы һыҙат менән нисек көрәшеп булғанын белербеҙ һәм тыныслыҡҡа өлөш индерергә өйрәнербеҙ.

b АҢЛАТМА. Изге Яҙманан күренеүенсә, көнсөл кеше башҡаларҙа булған нәмәләргә эйә булырға ғына түгел, ә шулай уҡ уларҙы шул нәмәләрҙән мәхрүм итергә теләй.

c РӘСЕМДӘ: өлкәндәр кәңәшмәһенең осрашыуы ваҡытында «Күҙәтеү манараһы»н алып барған оло йәштәге өлкәндән йәшерәк ағай-ҡәрҙәште был вазифаны башҡарырға өйрәтеүен һорайҙар. Был вазифаны башҡарырға бик яратҡанға тәүҙә күңеле ҡырылһа ла, оло йәштәге ҡәрҙәш, өлкәндәрҙең ҡарары буйынса эш итеп, йәшерәк ҡәрҙәш менән тәжрибәһен уртаҡлаша һәм уны ихлас маҡтай.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу