Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w20 март 18—23 бб.
  • Һөйләү ваҡытын дөрөҫ билдәләгеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һөйләү ваҡытын дөрөҫ билдәләгеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ҠАСАН ҺӨЙЛӘҮ УРЫНЛЫ?
  • ҠАСАН ӨНДӘШМӘҮ ЯҠШЫРАҠ?
  • ЙӘҺҮӘ ҺҮҘҘӘРЕБЕҘГӘ НИСЕК ҠАРАЙ?
  • Ул аҡыл менән эш иткән
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • «Алла һиңә аҡыллылығың өсөн хәйер-фатихаһын бирһен!»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Һеҙ ҡәрҙәштәргә ышана алаһығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Әйткән һүҙҙәрең һәм һөйләү рәүешең Йәһүәне ҡыуандырһын
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
w20 март 18—23 бб.

12-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Һөйләү ваҡытын дөрөҫ билдәләгеҙ

«Өндәшмәү ваҡыты бар һәм һөйләү ваҡыты бар» (ВӘҒ. 3:7).

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Вәғәзсе 3:1, 7-ләге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

ҠАЙҺЫ берәүҙәр күп һөйләргә ярата. Башҡалар иһә аҙ һүҙле була. Был мәҡәләнең төп аятынан күренеүенсә, өндәшмәү ваҡыты бар һәм һөйләү ваҡыты бар. (Вәғәзсе 3:1, 7-неb уҡығыҙ.) Шулай ҙа беҙ, бәлки, ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең күберәк һөйләүен, ә ҡайһы берҙәренең аҙыраҡ һүҙле булыуын теләр инек.

2. Ҡасан һәм нисек һөйләргә кәрәклеген ҡарар иткәндә, кемдең ҡарашын иҫәпкә алыу мөһим?

2 Һөйләү һәләте — Йәһүәнән бүләк (Сығ. 4:10, 11; Асыл. 4:11). Үҙенең Һүҙе аша Алла беҙҙе был бүләкте дөрөҫ ҡулланырға өйрәтә. Ошо мәҡәләлә беҙ Изге Яҙманан бер нисә миҫал ҡарап сығырбыҙ. Был миҫалдар беҙгә һөйләү һәм өндәшмәү ваҡытын дөрөҫ билдәләргә ярҙам итер. Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең һүҙҙәребеҙ тураһында нимә уйлағанын белербеҙ. Тәүҙә, әйҙәгеҙ, һөйләү ваҡытын билдәләргә өйрәнәйек.

ҠАСАН ҺӨЙЛӘҮ УРЫНЛЫ?

3. Римдарға 10:14 буйынса, ҡасан һөйләү урынлы?

3 Беҙ һәр ваҡыт Йәһүә һәм уның Батшалығы тураһында һөйләргә әҙер булырға тейеш (Матф. 24:14; Римдарға 10:14-те уҡығыҙ). Шулай эшләп, беҙ Ғайса Мәсихтән үрнәк алабыҙ. Ғайсаның ергә килеүенең төп сәбәптәрҙең береһе — ул кешеләргә Атаһы тураһында һөйләргә тейеш булған (Яхъя 18:37). Әммә нисек һөйләргә кәрәклеген дә иҫтә тотоу мөһим. Шуға күрә, башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләгәндә, беҙ быны «баҫалҡылыҡ һәм ихтирам» менән эшләргә, шулай уҡ кешеләрҙең хистәрен һәм ҡараштарын иҫәпкә алырға тейеш (1 Пет. 3:15, 16). Шул саҡта беҙ кешенең йөрәгенә үтеп инерлек итеп һөйләрбеҙ.

ҺӨЙЛӘҮ ВАҠЫТЫ

  • Башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләгәндә. Быны «баҫалҡылыҡ һәм ихтирам» менән эшләгеҙ һәм кешеләрҙең ҡараштарын иҫәпкә алығыҙ (3-сө абзац).

  • Берәйһенең дөрөҫ булмаған юлға баҫҡанын күргәндә.

  • Берәй мәсихсе кәңәшкә мохтаж булғанда. Өлкәндәр шундай ҡәрҙәштәрҙе түҙемле һәм оҫта итеп төҙәтергә тырыша.

Ике апай-ҡәрҙәш әйберҙәр һатылған магазинда йөрөй. Уларҙың береһе ҡыҫҡа юбка тотоп тора, ә икенсеһе уға, был юбканы кейеү урынһыҙ булыр, тип кәңәш бирә.

(8-се абзацты ҡарағыҙ.)e

Өлкән Изге Яҙма китабын тотоп ултыра, ул йәш ағай-ҡәрҙәшкә таҙалыҡҡа ҡағылышлы кәңәш бирә. Йәш ағай-ҡәрҙәштең бүлмәһе йыйыштырылмаған.

(4, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)f

4. Ғибрәтле һүҙҙәр 9:9-ҙа әйтелгәнсә, өлкәндәрҙең һүҙҙәре башҡаларға нисек ярҙам итә ала?

4 Өлкәндәр, берәй мәсихсенең кәңәшкә мохтаж булғанын күргәндә, өндәшмәй ҡалырға тейеш түгел. Әлбиттә, кешене уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн, улар быны урынлы булғанда эшләр. Мәҫәлән, өлкәндәр башҡалар алдында ҡәрҙәшкә кәңәш бирмәҫ. Улар һәр ваҡыт ҡәрҙәштәр менән дәрәжәләрен төшөрмәйенсә һөйләшергә тырыша. Шулай ҙа өлкәндәр, имандаштарына аҡыллы эш итергә ярҙам итер өсөн, ҡыйыулыҡ менән уларға Изге Яҙмалағы принциптарҙы күрһәтә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 9:9-ҙыc уҡығыҙ.) Ни өсөн, ауырлыҡ тыуғанда, ҡыйыулыҡ менән һөйләү шул тиклем мөһим? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмала тасуирланған ике осраҡты ҡарап сығайыҡ. Береһендә ир кешегә улдарын төҙәтергә кәрәк булған, ә икенсеһендә бер ҡатын батша буласаҡ кеше менән һөйләшергә тейеш булған.

5. Ниндәй осраҡта баш рухани Илий, һөйләргә тейеш булһа ла, быны эшләмәгән?

5 Баш рухани Илийҙың ике улы булған, ул уларҙы бик яратҡан. Улар бик яуаплы вазифа үтәгән: изге сатырҙа руханиҙар булып хеҙмәт иткән. Әммә улар Йәһүәне хөрмәт итмәгән һәм үҙ хакимлығынан артыҡ файҙаланған. Улар Йәһүәгә килтерелгән ҡорбандарға үтә ихтирамһыҙ ҡараған һәм оятһыҙ рәүештә енси яҡтан әхлаҡһыҙ эштәр ҡылып йөрөгән (1 Сам. 2:12—17, 22). Муса ҡануны буйынса, Илийҙың улдары үлтерелергә тейеш булған, ләкин Илий уларҙы йомшаҡ ҡына шелтәләгән һәм уларға артабан да изге сатырҙа хеҙмәт итергә рөхсәт иткән (Ҡан. 21:18—21). Йәһүә Илийҙың шулай эш итеүенә нисек ҡараған? Ул уға былай тигән: «Нишләп һин улдарыңды миңә ҡарағанда күберәк хөрмәт итәһең?» Унан һуң Йәһүә был ике яуыз ирҙе һәләк итергә ҡарар иткән (1 Сам. 2:29, 34).

6. Илийҙың осрағынан нимәгә өйрәнеп була?

6 Илийҙың осрағынан мөһим һабаҡ алып була. Хәҡиҡәттә булған туғаныбыҙҙың йә дуҫыбыҙҙың Алла ҡанунын боҙғанын белеп ҡалһаҡ, беҙ уның менән һөйләшергә һәм уға Йәһүәнең нормаларын иҫенә төшөрөргә тейеш. Шунан беҙгә яҡын кешебеҙҙең Йәһүә билдәләгән ҡәрҙәштәрҙән ярҙам һорағанына инанырға кәрәк (Яҡ. 5:14). Беҙ, Илий кеүек, дуҫыбыҙҙы йә туғаныбыҙҙы Йәһүәгә ҡарағанда күберәк хөрмәт итергә теләмәҫ инек. Төҙәтеүгә мохтаж булған кеше менән һөйләшер өсөн ҡыйыулыҡ талап ителә, әммә ундай тырышлыҡтар яҡшы емештәр килтерә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Илийҙың миҫалына ҡапма-ҡаршы миҫалға — Әбиғиә исемле ҡатын менән булған осраҡҡа иғтибар итәйек.

Әбиғиә, тубыҡланып, Дауыт менән һөйләшә.

Ҡасан һөйләргә кәрәк икәне тураһында әйткәндә, Әбиғиә беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған (7, 8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)g

7. Ни өсөн Әбиғиә Дауыт менән һөйләшергә булған?

7 Әбиғиә Набал исемле бай ер биләүсенең ҡатыны булған. Шаул батшанан ҡасып йөрөгәндә, Дауыт һәм уның кешеләре бер ни тиклем ваҡыт Набалдың көтөүселәре менән булған һәм уның көтөүҙәрен юлбаҫарҙарҙан һаҡлаған. Набал был ярҙам өсөн рәхмәтле булғанмы? Юҡ. Дауыт унан үҙ кешеләре өсөн бер аҙ ризыҡ һәм һыу һорағас, Набал асыуланған һәм, уның кешеләренә ҡысҡырып, уларҙы кәмһеткән (1 Сам. 25:5—8, 10—12, 14). Һөҙөмтәлә Дауыт Набалдың йортонда йәшәгән һәр ирҙе үлтерергә ҡарар иткән (1 Сам. 25:13, 22). Был бәләнән ҡотолоу мөмкин булғанмы? Әбиғиә был ваҡытта һөйләргә кәрәклеген аңлаған, шунлыҡтан, ҡыйыулыҡ сағылдырып, Дауыт менән һөйләшер өсөн 400 асыулы, ас һуғышсыға ҡаршы сыҡҡан.

8. Әбиғиәнең миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

8 Дауыт менән осрашҡас, Әбиғиә ҡыйыу, ихтирамлы һәм ышандырырлыҡ итеп һөйләгән. Тыуған хәлдә ғәйепле булмаһа ла, Әбиғиә Дауыттан ғәфү үтенгән. Ул Дауыттың яҡшы сифаттарына иғтибар иткән һәм уның дөрөҫ эш итеренә ышаныс белдергән. Әбиғиә Йәһүәнең ярҙамына таянған (1 Сам. 25:24, 26, 28, 33, 34). Берәйһенең насар юлға баҫҡанын күрһәк, беҙгә, Әбиғиә һымаҡ, ҡыйыулыҡ сағылдырып, шул кеше менән һөйләшеп алырға кәрәк (Зәб. 141:5). Ундай саҡта ихтирамлы, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу булыу мөһим. Кешене яратыу менән киҫәтһәгеҙ, уға ысын дуҫ булғанығыҙҙы күрһәтерһегеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:17).

9, 10. Башҡаларға кәңәш биргәндә, өлкәндәргә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

9 Ҡыйыулыҡ айырыуса өлкәндәргә кәрәк, сөнки улар хата яһаған ҡәрҙәштәр менән һөйләшергә тейеш (Гал. 6:1). Өлкәндәр, баҫалҡылыҡ сағылдырып, үҙҙәренең дә камилһыҙ булғанын һәм кәңәшкә мохтаж була алғанын таный. Әммә был уларға кәрәк саҡта башҡаларға кәңәш бирергә ҡамасауларға тейеш түгел (2 Тим. 4:2; Тит. 1:9). Берәйһенә кәңәш биргәндә, өлкәндәр үҙҙәренең һөйләү һәләтен оҫта ҡулланырға һәм түҙемле булырға тырыша. Ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыу өлкәндәрҙе уларға ярҙам итергә дәртләндерә (Ғиб. һүҙ. 13:24). Әммә улар өсөн иң мөһиме — Йәһүәгә дан килтереү, шунлыҡтан улар уның нормаларын яҡларға һәм йыйылышты зыяндан һаҡларға ынтыла (Ғәм. 20:28).

10 Шулай итеп, беҙ ҡасан һөйләү урынлы икәнен ҡарап сыҡтыҡ. Әммә ҡайһы саҡта бер нәмә лә әйтмәү күпкә яҡшыраҡ. Киләһе абзацтарҙа беҙ ҡасан өндәшмәү хәйерлерәк икәнен ҡарап сығырбыҙ.

ҠАСАН ӨНДӘШМӘҮ ЯҠШЫРАҠ?

11. Яҡуб ниндәй миҫал килтергән, һәм ни өсөн был миҫал бик урынлы?

11 Ҡайһы саҡта телебеҙҙе тыйыу ауыр булырға мөмкин. Быны тасуирлар өсөн, Яҡуб бындай яҡшы миҫал килтергән: «Һүҙендә абынмаған кеше — камил, ул үҙенең бөтә тәнен тыя ала. Әгәр ҙә беҙ буйһондорор өсөн аттарҙы ауыҙлыҡлайбыҙ икән, аттарҙың тотош кәүҙәһе менән идара итә алабыҙ» (Яҡ. 3:2, 3). Аттың ауыҙына ауыҙлыҡ кейҙерелә, һәм йүгән ярҙамында атты берәй яҡҡа йүнәлтергә йә туҡтатырға була. Әгәр кеше йүгәнде ҡулынан ысҡындырһа, ат сабып сығып китеп үҙенә лә, кешегә лә зыян килтерергә мөмкин. Шуның шикелле, әгәр телебеҙҙе контролдә тотмаһаҡ, был күп зыян килтерә ала. Әйҙәгеҙ, телебеҙҙе йүгәнләп, өндәшмәй ҡалыу яҡшыраҡ булған осраҡтарҙы ҡарап сығайыҡ.

ӨНДӘШМӘҮ ВАҠЫТЫ

  • Эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдәрҙә ҡәрҙәштәрҙең нисек хеҙмәт иткәне тураһында һөйләргә теләк тыуғанда.

  • Йыйылыш менән бәйле конфиденциаль мәғлүмәткә эйә булғанда.

Батшалыҡ залында урындағы ҡәрҙәштәр, ҡунаҡҡа килгән парҙы уратып алып, уларға һорауҙар бирә.

(12-се абзацты ҡарағыҙ.)h

Телефондан һөйләшкәндә, өлкән ишекте яба, ә ҡатыны икенсе бүлмәлә Изге Яҙманы өйрәнеп ултыра.

(13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)i

12. Ниндәй осраҡтарҙа телебеҙҙе тыйыу аҡыллы?

12 Һеҙ конфиденциаль мәғлүмәтте белгән ҡәрҙәштәр менән үҙегеҙҙе нисек тотаһығыҙ? Мәҫәлән, эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдә йәшәгән ҡәрҙәште осратһағыҙ, шул илдә хеҙмәттең нисек ойошторолғаны тураһында төпсөнөргә теләгегеҙ тыуамы? Әлбиттә, һеҙ быны насар ниәттәрҙән сығып эшләмәйһегеҙ. Һеҙ ҡәрҙәштәрҙе яратаһығыҙ һәм улар өсөн борсолаһығыҙ. Һеҙ шулай уҡ, ҡәрҙәштәр хаҡында доға ҡылғанда, конкрет булырға теләйһегеҙ. Әммә ундай осраҡтарҙа телде тыйырға кәрәк. Әгәр беҙ, конфиденциаль мәғлүмәтте белгән ҡәрҙәшкә баҫым яһаһаҡ, был беҙҙең шул ҡәрҙәшкә ҡарата ла, уға ышанған ҡәрҙәштәргә ҡарата ла яратыуыбыҙ етмәгәнен күрһәтер. Әлбиттә, беҙҙең беребеҙ ҙә эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдә йәшәгән ҡәрҙәштәргә өҫтәмә ауырлыҡтар тыуҙырырға теләмәй. Ә әгәр үҙебеҙ ундай илдә йәшәһәк, хеҙмәтебеҙ нисек ойошторолғанын башҡаларға һөйләмәҫбеҙ.

13. Ғибрәтле һүҙҙәр 11:13-тә яҙылғанса, өлкәндәр үҙҙәрен нисек тоторға тейеш һәм ни өсөн?

13 Өлкәндәргә Ғибрәтле һүҙҙәр 11:13-тәd (уҡығыҙ) яҙылған принципты ҡулланыу айырыуса мөһим. Улар конфиденциаль мәғлүмәтте сер итеп тота белергә тейеш. Өйләнгән өлкәндәргә был айырыуса ауыр булырға мөмкин. Ирле-ҡатынлылар, мөнәсәбәттәрен йылы килеш һаҡлар өсөн, бер-береһе менән йыш аралашып, күңел түрендәге уйҙары, тойғолары һәм борсолоуҙары менән бүлешә. Әммә өлкәндәр шуны аңлай: ҡәрҙәштәрҙең серҙәрен асып йөрөргә ярамай. Юғиһә, ҡәрҙәштәр уға бүтән ышанмаҫ, һәм ул үҙенең абруйына тап төшөрөр. Йыйылышта үҙ өҫтөнә етәкселек алған ҡәрҙәштәр «ике йөҙлөләнмәҫкә» тейеш (1 Тим. 3:8). Уларға ғәйбәт таратырға йә башҡаларҙы алдарға ярамай. Өлкән үҙенең ҡатынын яратһа, уға кәрәкмәгән мәғлүмәт йөгөн һалмаҫ.

14. Өлкәндең ҡатыны уға абруйын һаҡларға нисек ярҙам итә ала?

14 Ҡатын, үҙенең иренән конфиденциаль мәғлүмәтте ныҡышып белергә тырышмаһа, уға абруйын һаҡларға ярҙам итер. Өҫтәүенә, ул иренә генә түгел, ә шулай уҡ уға серҙәрен асҡан ҡәрҙәштәргә лә хөрмәт күрһәтер. Ә иң мөһиме, ул Йәһүәне шатландыра, сөнки шулай эшләп йыйылыштың тыныслығына һәм берҙәмлегенә өлөш индерә (Рим. 14:19).

ЙӘҺҮӘ ҺҮҘҘӘРЕБЕҘГӘ НИСЕК ҠАРАЙ?

15. Йәһүә Элифаз, Билдад һәм Сәфәргә нисек ҡараған һәм ни өсөн?

15 Әйүп китабынан ҡасан һәм нисек һөйләргә кәрәклеге тураһында күп һабаҡтар алып була. Әйүп ҡот осҡос бәләләргә дусар булғандан һуң, дүрт кеше уны йыуатырға һәм кәңәш бирергә килгән. Тәүҙә улар оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырған. Әммә һуңынан Элифаз, Билдад һәм Сәфәр әйткән һүҙҙәр шуны күрһәткән: улар Әйүпкә нисек ярҙам итеп булғаны тураһында түгел, ә уның яуызлыҡ ҡылғанын нисек раҫлап булғаны хаҡында уйлап ултырған. Ҡайһы бер һүҙҙәре дөрөҫ булһа ла, уларҙың Әйүп һәм Йәһүә тураһында әйткән һүҙҙәренең күбеһе тупаҫ һәм хаталы булған. Был ялған дуҫтар Әйүпте ҡаты хөкөм иткән (Әйүп 32:1—3). Йәһүә быға нисек ҡараған? Уның уларға асыуы сыҡҡан. Алла уларҙы аҡылһыҙ тип атаған һәм уларға Әйүптән үҙҙәре өсөн доға ҡылыуын һорарға ҡушҡан (Әйүп 42:7—9).

16. Элифаз, Билдад һәм Сәфәр менән булған осраҡтан ниндәй һығымталар яһап була?

16 Элифаз, Билдад һәм Сәфәр менән булған осраҡтан бер нисә һабаҡ алып була. Беренсенән, беҙ ҡәрҙәштәрҙе хөкөм итергә тейеш түгел (Матф. 7:1—5). Нимәлер әйтер алдынан, уларҙы иғтибар менән тыңлау мөһим. Шунда ғына беҙ уларҙың хәлен аңлай алырбыҙ (1 Пет. 3:8). Икенсенән, ҡәрҙәштәр менән аралашҡанда, һүҙҙәребеҙ факттарға тура килергә һәм игелекле булырға тейеш (Ефес. 4:25). Өсөнсөнән, Йәһүә бер-беребеҙгә әйткән һүҙҙәребеҙ менән бик ҡыҙыҡһына.

17. Илуйҙың миҫалынан ниндәй һабаҡтар алып була?

17 Әйүп янына килгән дүртенсе кеше Ибраһимдың йыраҡ туғаны Илуй булған. Әйүп һәм теге өс ир һөйләгәндә, Илуй уларҙы иғтибар менән тыңлаған. Ни өсөн улай тип әйтеп була? Сөнки һуңынан ул Әйүпкә игелекле, әммә тура кәңәш бирә алған. Был Әйүпкә үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә ярҙам иткән (Әйүп 33:1, 6, 17). Илуй үҙен йә берәй кешене түгел, ә Йәһүәне данларға теләгән (Әйүп 32:21, 22; 37:23, 24). Илуйҙың миҫалынан беҙ мөһим һабаҡ алабыҙ: һөйләү ваҡыты һәм өндәшмәү ваҡыты бар (Яҡ. 1:19). Бынан тыш, уның үрнәге шуны күрһәтә: кәңәш биргәндә, төп маҡсатыбыҙ — үҙебеҙҙе түгел, ә Йәһүәне данлау.

18. Һөйләү һәләтен ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

18 Ҡасан һәм нимә һөйләүгә ҡағылышлы кәңәштәрҙе ҡулланып, беҙ һөйләү һәләтен ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Аҡыллы Сөләймән батша, Алла тарафынан рухландырылып, былай тигән: «Үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ — көмөш һауыттағы алтын алмаларҙай ул» (Ғиб. һүҙ. 25:11). Башҡаларҙы иғтибар менән тыңлаһаҡ һәм нимәлер әйтер алдынан яҡшылап уйлаһаҡ, һүҙҙәребеҙ алтын алмалар һымаҡ ҡиммәтле һәм матур булыр. Шул саҡта, әҙ йә күп һөйләйбеҙме, һүҙҙәребеҙ башҡаларҙы нығытыр, һәм Йәһүә беҙҙең менән ғорурланыр (Ғиб. һүҙ. 23:15; Ефес. 4:29). Һөйләү һәләтен бүләк иткән Аллаға рәхмәтебеҙҙе белдерер өсөн тағы ла яҡшыраҡ ысул бармы ни?

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ҡасан һөйләү урынлы?

  • Ҡасан өндәшмәү яҡшыраҡ?

  • Һеҙ был мәҡәләлә ҡаралған Изге Яҙма миҫалдарынан ниндәй һабаҡтар алдығыҙ?

82-СЕ ЙЫР Яҡтылығығыҙ балҡыһын

a Алла Һүҙендәге принциптар беҙгә ҡасан һөйләү һәм ҡасан өндәшмәү ваҡыты икәнен билдәләргә ярҙам итә. Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе белһәк һәм тормошта ҡулланһаҡ, һүҙҙәребеҙ Йәһүәне ҡыуандырыр.

b Вәғәзсе 3:1, 7: «Һәр нәмәнең үҙ мәле бар, күктәр аҫтындағы һәр эштең үҙ ваҡыты бар. Йыртыу ваҡыты бар һәм тегеү ваҡыты бар, өндәшмәү ваҡыты бар һәм һөйләү ваҡыты бар».

c Ғибрәтле һүҙҙәр 9:9: «Зирәккә нәсихәт бирһәң, ул тағы ла зирәгерәк булыр, тәҡүә кешене өйрәтһәң, ул белемен арттырыр».

d Ғибрәтле һүҙҙәр 11:13: «Ғәйбәтсе башҡаларҙың серен асып йөрөй, ә ышаныслы кеше серҙе һаҡлай белә».

e РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәш икенсе ҡәрҙәшкә кәңәш бирә.

f РӘСЕМДӘ: Ағай-ҡәрҙәш, таҙалыҡтың мөһимлегенә иғтибар итеп, икенсе ҡәрҙәшкә кәңәш бирә.

g РӘСЕМДӘ: һөйләргә ваҡыт еткәс, Әбиғиә Дауытҡа мөрәжәғәт иткән, һәм был яҡшы емештәр килтергән.

h РӘСЕМДӘ: бер пар эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдә ҡәрҙәштәрҙең нисек хеҙмәт иткәне тураһында һөйләмәй.

i РӘСЕМДӘ: Өлкән йыйылыш менән бәйле конфиденциаль мәғлүмәтте бер кемгә лә ишеттермәҫкә тырыша.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу