Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w20 март 1—32 бб.
  • «Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ»
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ТАТЫУЛЫҠ УРЫНЛАШТЫРЫҒЫҘ
  • КЕШЕ АЙЫРМАҒЫҘ
  • ҠУНАҠСЫЛ БУЛЫҒЫҘ
  • Ҡунаҡсыллыҡ — матур һәм бик мөһим сифат!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • «Мөхәббәтегеҙ... артҡандан-арта барһын»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Үҙ-ара мөхәббәтегеҙ артһын
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Үҙ уңыштарығыҙға шатланығыҙ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
w20 март 1—32 бб.

13-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ»

«Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ» (1 ПЕТ. 1:22).

109-СЫ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

Ғайса үҙенең тоғро илселәре менән һөйләшә.

Илселәре менән үткәргән һуңғы кисте Ғайса яратыуҙың мөһимлегенә баҫым яһаған. (1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

1. Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәренә ниндәй мөһим әмер биргән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ҮЛЕМЕ алдынан Ғайса Мәсих шәкерттәренә бик мөһим әмер биргән. Ул былай тигән: «Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (Яхъя 13:34, 35).

2. Ни өсөн бер-беребеҙҙе яратыу бик мөһим?

2 Ғайса әйткәнсә, ул үҙе кешеләрҙе нисек яратҡан, шәкерттәре лә шундай уҡ яратыу сағылдырһа, башҡалар уларҙың ысын мәсихселәр икәнен билдәләй алыр. Уның был һүҙҙәре беренсе быуатта ла, беҙҙең көндәрҙә лә хаҡ булып ҡала. Шуға күрә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙҙе эскерһеҙ яратыу үтә мөһим.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Камил булмағанға, беҙгә башҡаларҙы ысын күңелдән яратыу еңел түгел. Шулай ҙа беҙгә Мәсихтән өлгө алырға тырышырға кәрәк. Ошо мәҡәләлә беҙ яратыу нисек кеше айырмаҫҡа, татыулыҡҡа ынтылырға һәм ҡунаҡсыл булырға ярҙам итә алғанын ҡарап сығырбыҙ. Был материалды өйрәнгәндә, бындай һорау өҫтөндә уйланығыҙ: «Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, артабан да яратыу сағылдырған ҡәрҙәштәрҙән мин нимәгә өйрәнә алам?»

ТАТЫУЛЫҠ УРЫНЛАШТЫРЫҒЫҘ

4. Матфей 5:23, 24 буйынса, ни өсөн үпкәләгән ҡәрҙәш менән татыулашырға кәрәк?

4 Ғайса Мәсих үпкәләгән ҡәрҙәш менән татыулашыу ни тиклем мөһим икәнен аңлатҡан. (Матфей 5:23, 24-те уҡығыҙ.) Ул шуға баҫым яһаған: Алланың хуплауын алырға теләһәк, беҙгә башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға кәрәк. Ҡәрҙәштәр менән татыулашыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк, Йәһүә бик шатлана. Ә әгәр берәй ҡәрҙәшкә үпкәләп йөрөһәк һәм уның менән татыулашыр өсөн бер ниндәй тырышлыҡ һалмаһаҡ, Йәһүә ғибәҙәтебеҙҙе ҡабул итмәҫ (1 Яхъя 4:20).

5. Ни өсөн Маркка бер ағай-ҡәрҙәш менән татыулашыуы ауыр булған?

5 Ҡайһы ваҡыт татыулыҡ урынлаштырыуы ауыр булырға мөмкин. Ни өсөн? Маркb исемле ағай-ҡәрҙәш менән булған осраҡҡа иғтибар итәйек. Бер ағай-ҡәрҙәш йыйылышта уны яманлап һөйләгән. Марк үҙен нисек тотҡан? «Мин, үҙемде ҡулда тота алмайынса, бик ныҡ ҡыҙып киттем», — ти ул. Әммә һуңыраҡ Марк, үҙ ҡылығына үкенеп, теге ҡәрҙәштән ғәфү үтенгән һәм уның менән татыулашырға тырышҡан. Ләкин ул ҡәрҙәш татыулашырға теләмәгән. Тәүҙә Марк былай тип уйлаған: «Әгәр ул теләмәй икән, ни өсөн мин артабан да тырышлыҡ һалырға тейешмен?» Әммә район күҙәтеүсеһе уны бирешмәҫкә өндәгән. Марк нисек эш иткән?

6. а) Марк нисек татыулыҡҡа ынтылған? б) Марк Ефестарға 4:2, 32-лә яҙылған кәңәште нисек ҡулланған?

6 Марк, үҙенең фекер йөрөтөү рәүеше хаҡында тәрән уйланып, үҙенә баҫалҡылыҡ етмәгәнен һәм ҡайһы саҡта үҙен башҡаларҙан яҡшыраҡ тип һанағанын аңлаған. Ул үҙенең башҡаларға мөнәсәбәтен үҙгәртергә кәрәклеген таныған (Кол. 3:8, 9, 12). Ул баҫалҡылыҡ менән теге ҡәрҙәштән ҡабат ғәфү үтенгән. Бынан тыш, Марк, шул ҡәрҙәшкә бер нисә хат яҙып, үҙенең бик ныҡ үкенгәнен һәм дуҫлыҡты ҡайтарырға теләгәнен белдергән. Марк хатта бер нисә тапҡыр уға күңеленә оҡшай алған бәләкәй генә бүләктәр биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул ағай-ҡәрҙәштең күңеле барыбер йомшармаған. Шуға ҡарамаҫтан, Марк, Ғайсаның әмеренә буйһоноп, кисерергә һәм яратыу сағылдырырға ҡарар иткән. (Ефестарға 4:2, 32-не уҡығыҙ.) Татыулашырға тырышһаҡ та, ҡәрҙәш беҙҙе ғәфү итмәһә, яратыу беҙгә уны артабан да кисерергә һәм татыулашыу хаҡында доға ҡылырға ярҙам итер (Матф. 18:21, 22; Гал. 6:9).

Рәсемдәрҙә: апай-ҡәрҙәш үпкәләгән әхирәтенә яратыу сағылдырыуҙа бирешмәй. 1. Әхирәте телефондан шылтыратҡанда, үпкәләгән апай-ҡәрҙәш уға яуап бирмәй. 2. Үпкәләгән апай-ҡәрҙәш әхирәтенең бүләген ҡабул итмәй. 3. Әхирәте үҙ яратыуына ышандырғанда, үпкәләгән апай-ҡәрҙәш уны тыңлап ултыра.

Берәйһе беҙгә үпкәләһә, уның менән татыулашыр өсөн күп тырышлыҡ талап ителергә мөмкин (7, 8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)c

7. а) Ғайса беҙҙе нимә эшләргә дәртләндергән? б) Бер апай-ҡәрҙәш ниндәй хәлгә осраған?

7 Ғайса өйрәткәнсә, башҡаларҙың үҙебеҙ менән нисек мөғәмәлә итеүен теләһәк, улар менән дә шул рәүешсә мөғәмәлә итергә кәрәк. Ул шулай уҡ үҙебеҙҙе яратҡан кешеләргә генә түгел, ә бөтә кешегә лә яратыу сағылдырырға кәңәш иткән (Лука 6:31—33). Ә әгәр йыйылышта берәйһе һеҙҙең менән иҫәнләшмәһә һәм һеҙҙән ситләшһә, үҙегеҙҙе нисек тотор инегеҙ? Әлбиттә, ундай хәлдәр йыш булмай, әммә Лара исемле апай-ҡәрҙәш менән тап шулай булған. Ул былай ти: «Бер апай-ҡәрҙәш мине күрмәмешкә һалыша башланы, әммә мин бының сәбәбен бер нисек тә аңлай алмай инем. Шул арҡала мин стресс кисерҙем һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүҙән шатлыҡ тапмай башланым». Тәүҙә Лара былай тип фекер йөрөткән: «Мин уға бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем. Йыйылыштағы ҡәрҙәштәр ҙә, ул үҙен сәйер тота, тип уйлай».

8. Лара нисек татыулыҡҡа ынтылған, һәм беҙ унан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

8 Лара, татыулыҡ урынлаштырыр өсөн, аҙымдар яһай башлаған. Ул Йәһүәгә доға ҡылған һәм шул апай-ҡәрҙәш менән һөйләшеп алырға булған. Тыуған хәл тураһында фекер алышҡас, улар ҡосаҡлашҡан һәм татыулашҡан. Тәүҙә барыһы ла яҡшы кеүек тойолған. «Әммә күпмелер ваҡыт үткәс, шул апай-ҡәрҙәш үҙен элеккесә тота башланы, — ти Лара. — Шул арҡала мин ныҡ бойоҡтом». Башта Лараның шатлығы шул апай-ҡәрҙәштең үҙен тотошона бәйле булған. Ләкин һуңыраҡ Лара шуны аңлаған: ундай осраҡта иң яҡшыһы — шул апай-ҡәрҙәшкә артабан да яратыу сағылдырыу һәм уны ихлас кисереү (Ефес. 4:32—5:2). Лара Изге Яҙманан бындай һүҙҙәрҙе иҫенә төшөргән: «Мөхәббәт... яуызлыҡ тотмай. Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә» (1 Кор. 13:5, 7). Лара был хәл арҡаһында бүтән борсолмаған. Ваҡыт уҙыу менән теге апай-ҡәрҙәштең мөнәсәбәте яҡшырған. Татыулыҡҡа ынтылһағыҙ һәм артабан да ҡәрҙәштәргә яратыу сағылдырһағыҙ, «мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр» (2 Кор. 13:11).

КЕШЕ АЙЫРМАҒЫҘ

9. Ғәмәлдәр 10:34, 35 буйынса, ни өсөн бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарау мөһим?

9 Йәһүә кеше айырмай. (Ғәмәлдәр 10:34, 35-те уҡығыҙ.) Бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарап, беҙ үҙебеҙҙең Алла балалары икәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Беҙ, яҡыныңды үҙеңде яратҡандай ярат, тигән әмергә буйһонабыҙ һәм рухи ғаиләбеҙҙәге татыулыҡҡа өлөш индерәбеҙ (Рим. 12:9, 10; Яҡ. 2:8, 9).

10, 11. Бер апай-ҡәрҙәш тиҫкәре хистәренән нисек арынған?

10 Ҡайһы берәүҙәргә бөтә кешегә лә бер тигеҙ ҡарауы еңел түгел. Рита исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул үҫмер булғанда, икенсе илдән килгән бер ҡатын уның ғаиләһенә ҙур зыян килтергән. Был Ритаға нисек тәьҫир иткән? Ул былай ти: «Мин шул ил менән бәйле бөтә нәмәне нәфрәт итә башланым. Шул илдә йәшәгән бөтә кешеләр, хатта ҡәрҙәштәр ҙә шулайҙыр, тип уйланым». Ул тиҫкәре хистәрҙән нисек арынған?

11 Рита, үҙенең кире ҡараштарынан ҡотолор өсөн, күп тырышлыҡтар һалырға кәрәклеген аңлаған. Ул «Йыллыҡ баҫма» китабынан шул илдең хисаптарын ҡараған һәм унда булған осраҡтар тураһында уҡыған. Рита былай тип бүлешә: «Шул илдең халҡына ыңғай ҡараш үҫтерер өсөн, миңә күп көс һалырға тура килде. Мин ундағы ҡәрҙәштәрҙең ашҡынып хеҙмәт иткәненә иғтибар иттем һәм уларҙың да бөтөн ҡәрҙәшлектең өлөшө икәнен аңланым». Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Рита тағы ла күберәк тырышлыҡ һалырға кәрәклеген күргән. Ул былай тип аңлата: «Шул илдән килгән ҡәрҙәштәрҙе осратҡанда, мин улар менән дуҫтарса мөғәмәлә итер өсөн көс һалдым. Улар менән аралаштым һәм уларҙы яҡшыраҡ белергә тырыштым». Был ниндәй емештәр килтергән? «Ваҡыт үтеү менән тиҫкәре хистәрем юйылды», — ти Рита.

Батшалыҡ залында ике пар телефондан нимәлер ҡарап йылмая. Артҡы планда өс йәш ағай-ҡәрҙәш шатланып аралаша. Оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш, был ике төркөмдөң береһе лә уны үҙҙәре янына саҡырмағанға, бойоғоп китеп бара.

Бөтөн ҡәрҙәшлекте ысын күңелдән яратһаҡ, кеше айырмаҫбыҙ (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)d

12. Сараның ниндәй проблемаһы булған?

12 Ҡайһы берәүҙәр, үҙҙәре лә абайламайынса, кеше айырырға мөмкин. Мәҫәлән, Сара исемле апай-ҡәрҙәш, бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарайым, тип уйлаған, сөнки уның өсөн кешенең милләте, матди хәле һәм йыйылышта ниндәй вазифалар үтәгәне мөһим булмаған. Әммә ул былай тип таный: «Мин үҙемдең кеше айырғанымды аңлай башланым». Ул нимәне күҙ уңында тота? Сара уҡымышлы ғаиләлә тыуып үҫкән һәм күберәк белемле кешеләр менән аралашҡан. Ул хатта бер дуҫына былай тигән: «Мин уҡымышлы ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәрергә яратам, ә уҡымышһыҙ ҡәрҙәштәр менән аралашҡым килмәй». Әлбиттә, Сараға үҙгәрергә кәрәк булған. Ул нимә эшләгән?

13. Сара үҙ ҡарашын нисек үҙгәрткән, һәм беҙ унан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

13 Район күҙәтеүсеһе Сараны ҡәрҙәштәргә ҡарата мөнәсәбәте тураһында уйланып алырға дәртләндергән. Сара былай тип бүлешә: «Ул мине тоғро хеҙмәтем, комментарийҙарым һәм Изге Яҙманы яҡшы белгәнем өсөн маҡтаны. Унан һуң ул шуға баҫым яһаны: белем туплауҙан тыш, беҙгә шулай уҡ баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ һәм шәфҡәтлелек кеүек сифаттар ҙа үҫтерергә кәрәк». Сара уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған. «Мин игелекле һәм мәрхәмәтле булыу барыһынан да мөһимерәк икәнен аңланым», — ти Сара. Һөҙөмтәлә ул ҡәрҙәштәргә башҡаса ҡарай башлаған. Ул былай ти: «Мин Йәһүәнең ҡәрҙәштәрҙә ниндәй яҡшы сифаттар күргәнен аңларға тырыштым». Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Беҙ бер ҡасан да, уҡымышлы булыу — үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн күрер өсөн сәбәп, тип уйларға теләмәҫ инек! Бөтөн ҡәрҙәшлекте ысын күңелдән яратһаҡ, кеше айырмаҫбыҙ (1 Пет. 2:17).

ҠУНАҠСЫЛ БУЛЫҒЫҘ

14. Еврейҙарға 13:16 буйынса, беҙ ҡунаҡсыллыҡ күрһәткәндә, Йәһүә ниндәй хистәр кисерә?

14 Йәһүә ҡунаҡсыллыҡ сифатын юғары баһалай. (Еврейҙарға 13:16-ны уҡығыҙ.) Ул ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүҙе, айырыуса мохтаждарға ярҙам итеүҙе ғибәҙәтебеҙҙең мөһим өлөшө тип һанай (Яҡ. 1:27; 2:14—17). Шуға күрә Изге Яҙма беҙҙе ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә өндәй (Рим. 12:13). Ҡәрҙәштәрҙе ҡунаҡҡа саҡырғанда, беҙ уларға ҡарата эскерһеҙ яратыу сағылдырабыҙ һәм улар менән дуҫ булырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Беҙ башҡаларҙы һыйлағанда йә улар менән ваҡыт үткәргәндә, Йәһүә бик ҡыуана (1 Пет. 4:8—10). Әммә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүе ауыр булырға мөмкин.

Апай-ҡәрҙәш төҙөлөш инструменттары менән килгән парҙы үҙ өйөндә ҡабул итә һәм уларға бүлмәләрен күрһәтә.

«Элек мин ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә тартына инем, әммә хәҙер үҙгәрҙем, һәм был миңә күп шатлыҡ килтерә» (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)e

15, 16. а) Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә тартына? б) Эдитаға ҡунаҡсыл булырға нимә ярҙам иткән?

15 Билдәле бер шарттар арҡаһында ҡайһы берәүҙәр ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә тартына. Эдита исемле тол апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Йәһүә шаһиты булып киткәнгә тиклем, ул кешеләр менән әллә ни аралашып бармаған. Ул, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтер өсөн башҡаларҙың мөмкинлектәре күберәк, тип уйлаған.

16 Йәһүә шаһиты булып киткәс, Эдита үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәрткән. Ул, ҡунаҡсыл булыр өсөн, кәрәкле аҙымдар яһаған. Эдита былай тип бүлешә: «Батшалыҡ залыбыҙ төҙөлә башлағас, өлкән минән, төҙөлөштә ҡатнашыр өсөн килгән бер пар ике аҙна һиндә йәшәп торһа буламы, тип һораны. Мин Йәһүәнең Сарепталағы тол ҡатынды нисек фатихалағанын иҫемә төшөрҙөм» (1 Бат. 17:12—16). Эдита уларҙы үҙ өйөндә ҡабул итергә ризалашҡан. Ул ниндәй фатихалар алған? Эдита былай ти: «Уларҙың миндә ике аҙна түгел, ә ике ай йәшәгәненә бик шат булдым, сөнки был ваҡыт эсендә беҙ яҡын дуҫтар булып киттек». Эдита шулай уҡ йыйылышта ла дуҫтар тапҡан. Хәҙер ул пионер булып хеҙмәт итә, һәм уға хеҙмәттәштәрен үҙенә ҡапҡылап алырға саҡырырға оҡшай. «Йомарт булыу мине бәхетле итә! Ысынында, башҡалар менән бүлешкәндә, үҙең тағы ла күберәк фатихалар алаһың», — ти Эдита (Евр. 13:1, 2).

17. Люк һәм уның ҡатыны нимәне аңлап ҡалған?

17 Бәлки, һеҙ үҙегеҙҙе ҡунаҡсыл кеше тип һанайһығыҙҙыр. Әммә был өлкәлә тағы ла яҡшыра алыр инегеҙме? Мәҫәлән, Люк һәм уның ҡатыны — ҡунаҡсыл пар. Улар йыш ҡына ата-әсәләрен, туғандарын, яҡын дуҫтарын һәм район күҙәтеүсеһе менән уның ҡатынын ҡунаҡҡа саҡыра. Әммә Люк былай ти: «Беҙ яҡын кешеләребеҙҙе генә ҡунаҡҡа саҡырғаныбыҙҙы аңланыҡ». Улар был йәһәттән яҡшырыр өсөн нимә эшләгән?

18. Люк һәм уның ҡатыны ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүҙә нисек яҡшырған?

18 Люк һәм уның ҡатыны Ғайса Мәсихтең бындай һүҙҙәре тураһында уйланған: «Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер [бүләк] бирер?» (Матф. 5:45—47). Был уларға ҡунаҡсыллыҡтың үҙ эсенә нимә алғанына төшөнөргә ярҙам иткән. Улар Йәһүәнән — бөтә кешегә йомартлыҡ сағылдырған Алланан өлгө алырға кәрәклеген аңлаған. Шуға күрә улар үҙҙәрендә ҡунаҡта булмаған ҡәрҙәштәрҙе саҡырырға ҡарар иткән. Люк былай ти: «Беҙгә бергә ваҡыт үткәреү бик оҡшай. Ундай осрашыуҙар беҙгә көс өҫтәй һәм күңелебеҙҙе күтәрә».

19. Беҙ үҙебеҙҙең Мәсихтең шәкерттәре икәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ, һәм һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?

19 Эйе, яратыу беҙҙе кеше айырмаҫҡа, татыулыҡҡа ынтылырға һәм ҡунаҡсыл булырға дәртләндерә. Беҙгә, тиҫкәре хистәрҙе еңеп, ҡәрҙәштәрҙе ысын күңелдән яратырға кәрәк. Шулай эшләһәк, бәхетле булырбыҙ һәм үҙебеҙҙең Мәсихтең шәкерттәре икәнебеҙҙе күрһәтербеҙ (Яхъя 13:17, 35).

ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН ЯРАТЫУ БЕҘҘЕ НИСЕК...

  • татыулыҡ урынлаштырырға дәртләндерә?

  • бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарарға дәртләндерә?

  • ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә дәртләндерә?

88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт

a Ғайса Мәсих әйткәнсә, яратыу — ысын мәсихселәрҙе айырып торған билдә. Ҡәрҙәштәрҙе яратыу беҙҙе кеше айырмаҫҡа, татыулыҡҡа ынтылырға һәм ҡунаҡсыл булырға дәртләндерә. Ҡайһы ваҡыт был еңел түгел. Был мәҡәләнән беҙ ҡәрҙәштәрҙе артабан да ысын күңелдән яратырға нимә ярҙам итә алғанын белербеҙ.

b Был мәҡәләлә ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

c РӘСЕМДӘРҘӘ: апай-ҡәрҙәш имандашы менән татыулашырға тырышҡанда, бер нәмә лә килеп сыҡмай, әммә ул бирешмәй һәм артабан да яратыу сағылдыра. Ахыр сиктә был яҡшы емештәр килтерә.

d РӘСЕМДӘ: оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш йыйылышта үҙен яңғыҙ итеп тоя.

e РӘСЕМДӘ: тәүҙә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә тартынған апай-ҡәрҙәш үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртә, һәм был уға күп шатлыҡ килтерә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу