Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w20 октябрь 26—31 бб.
  • Балаларығыҙ Алла хеҙмәтселәре булып үҫерме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Балаларығыҙ Алла хеҙмәтселәре булып үҫерме?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘНӘН ӨЙРӘНЕГЕҘ
  • ЙОСОФ МЕНӘН МӘРЙӘМДӘН ӨЙРӘНЕГЕҘ
  • ҒАЙСАНАН ӨЙРӘНЕГЕҘ
  • ҺЕҘ НИМӘ ҺАЙЛАРҺЫҒЫҘ?
  • Ғайса һәр ваҡыт тыңлаусан булған
    Балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
  • Балаларығыҙҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Ата-әсәләр, балаларҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Ул үрнәк алырлыҡ атай булған
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
w20 октябрь 26—31 бб.

44-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Балаларығыҙ Алла хеҙмәтселәре булып үҫерме?

«Ғайса иһә үҫкән, аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған» (ЛУКА 2:52).

134-СЕ ЙЫР Балалар — Йәһүәнән бирелгән бүләк

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Ниндәй ҡарарҙы иң аҡыллы тип атарға була?

ЙЫШ ҡына ата-әсәләрҙең ҡарарҙары балаларҙың киләсәгенә тәьҫир итә. Уларҙың хаталы ҡарарҙары бала өсөн етди ауырлыҡҡа әйләнергә мөмкин. Аҡыллы ҡарарҙар иһә баланың бәхетле һәм мәғәнәле тормошона нигеҙ һала ала. Әлбиттә, балалар үҙҙәре лә яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш. Ә һәр кеше өсөн иң яҡшы ҡарар — күктәге Атабыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеү (Зәб. 73:28).

2. Ғайса һәм уның ата-әсәһе ниндәй ҡарарҙар ҡабул иткән?

2 Йософ менән Мәрйәм балаларына Йәһүәнең юлына баҫырға ярҙам итер өсөн бар көстәрен һалған. Уларҙың ҡарарҙары Йәһүәгә хеҙмәт итеү улар өсөн иң мөһиме икәнен күрһәткән (Лука 2:40, 41, 52). Ғайса ла аҡыллы ҡарарҙар ҡабул иткән, һәм был уға Йәһүәнең ихтыярын үтәргә ярҙам иткән (Матф. 4:1—10). Ғайса игелекле, тоғро һәм ҡыйыу кеше булып үҫкән. Йәһүәне яратҡан бар ата-әсәләр ундай бала менән ғорурланыр ине.

3. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡарала?

3 Был мәҡәләлә беҙ бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: Йәһүә Ғайсаға ҡағылышлы ниндәй ҡарарҙар ҡабул иткән? Ата-әсәләр Йософ менән Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала? Ғайса йәш мәсихселәргә ниндәй өлгө ҡалдырған?

ЙӘҺҮӘНӘН ӨЙРӘНЕГЕҘ

4. Йәһүә Ғайсаға ҡағылышлы ниндәй мөһим ҡарар ҡабул иткән?

4 Йәһүә Ғайсаға бик яҡшы атай-әсәй һайлаған (Матф. 1:18—23; Лука 1:26—38). Мәрйәмдең Изге Яҙмала яҙылған эскерһеҙ һүҙҙәренән уның Йәһүәгә һәм Яҙмаларға ҡарата тәрән яратыуы күренә (Лука 1:46—55). Йософ та бик рухи кеше булған, был уның Алла күрһәтмәләренә буйһонғанынан күренә (Матф. 1:24).

5, 6. Йәһүә Ғайсаны ниндәй ауырлыҡтарҙан һаҡламаған?

5 Иғтибар итегеҙ: Йәһүә Ғайсаға бай атай-әсәй һайламаған. Ғайса тыуғас, Йософ менән Мәрйәмдең ниндәй ҡорбан килтергәненән уларҙың ярлы булғаны күренә (Лука 2:24). Назара ҡалаһында Йософтоң, бәлки, өйө эргәһендә бәләкәй оҫтаханаһы булғандыр, һәм унда ул балта эштәре менән шөғөлләнгәндер. Күрәһең, был ғаилә ябай тормош алып барған, сөнки уларҙың кәм тигәндә ете балаһы булған (Матф. 13:55, 56).

6 Йәһүә, Ғайсаны ҡайһы бер ҡурҡыныстарҙан яҡлаһа ла, уны бөтә ауырлыҡтарҙан һаҡламаған (Матф. 2:13—15). Мәҫәлән, тәүҙә Ғайсаның ҡайһы бер туғандары уға ышанмаған һәм уны Мәсих итеп ҡабул итмәгән. Был, моғайын, Ғайсаны бик күңелһеҙләндергәндер (Марк 3:21; Яхъя 7:5). Бынан тыш, күрәһең, Йософ Ғайсаның йәш кенә сағында үлгән. Был Ғайсаның күңелен әрнеткәндер. Өҫтәүенә, өлкән ул булараҡ, Ғайса, күрәһең, атаһының эшен дауам итергә тейеш булған (Марк 6:3). Үҫеп еткәс, ул ғаиләне тәьмин итә башлаған. Бының өсөн уға күп эшләргә тура килгәндер. Шуға күрә ул көн аҙағында арыуҙың нимә икәнен яҡшы белгән.

1. Мәрйәм бәләкәй Ғайсаға Яҙмаларҙың бер өҙөгөн күсереп яҙырға ярҙам итә. 2. Әсәй кеше, балаларға тәғәйенләнгән баҫманы ҡулланып, ҡыҙына Алла Һүҙе тураһында һөйләй.

Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы Изге Яҙманан кәңәштәр табырға өйрәтеп, тормошта тыуа алған ауырлыҡтарға әҙерләгеҙ (7-се абзацты ҡарағыҙ.)g

7. а) Ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланыу ата-әсәләргә бала тәрбиәләүҙә ярҙам итер? б) Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1—6 буйынса, ата-әсәләр балаларын нимәгә өйрәтергә тейеш?

7 Әгәр һеҙ никахта булһағыҙ һәм бала табырға теләһәгеҙ, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Беҙҙе баҫалҡы һәм рухи ҡарашлы кешеләр тип атарға буламы? Йәһүә беҙгә яңы кешенең ғүмерен ышанып тапшыра аламы?» (Зәб. 127:3, 4). Ә әгәр инде атай-әсәй булһағыҙ, бындай һорауҙар өҫтөндә уйланып алығыҙ: «Мин балаларымды эшһөйәр булырға өйрәтәмме?» (Вәғ. 3:12, 13). «Мин уларҙы Шайтан донъяһында булған ҡурҡыныстарҙан яҡлайыммы?» (Ғиб. һүҙ. 22:3). Әлбиттә, балаларҙы бөтә ауырлыҡтарҙан һаҡлап булмай. Ләкин һеҙ әкренләп уларҙы тормошта осрай алған ауырлыҡтарға әҙерләй алаһығыҙ. Бының өсөн уларҙы кәңәштәрҙе Алла Һүҙенән эҙләргә өйрәтегеҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1—6-ныb уҡығыҙ.) Мәҫәлән, берәй туғанығыҙ хәҡиҡәтте ҡалдырһа, балаларығыҙға Йәһүәгә тоғро булып ҡалыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңларға ярҙам итегеҙ (Зәб. 31:23). Йәки берәй яҡын кешегеҙ үлеп китһә, уларға Алла Һүҙендәге ниндәй аяттар был ҡайғыны кисереп сығырға һәм йән тыныслығын юғалтмаҫҡа ярҙам итә алғанын күрһәтегеҙ (2 Кор. 1:3, 4; 2 Тим. 3:16).

ЙОСОФ МЕНӘН МӘРЙӘМДӘН ӨЙРӘНЕГЕҘ

8. Ҡанун 6:6, 7 буйынса, Йософ менән Мәрйәм нимә эшләргә тейеш булған?

8 Ғайса Алланың хуплауына эйә булған, сөнки Йософ менән Мәрйәм уны Йәһүә өйрәткәнсә тәрбиәләгән. (Ҡанун 6:6, 7-неc уҡығыҙ.) Улар Йәһүәне бик яратҡан һәм балаларында ла күктәге Аталарына ҡарата яратыу үҫтерер өсөн бар көстәрен һалған.

9. Йософ менән Мәрйәм ниндәй аҡыллы ҡарарҙар ҡабул иткән?

9 Йософ менән Мәрйәмдең ғаиләһендә яҡшы рухи ғәҙәттәр булған. Һис шикһеҙ, улар аҙна һайын балалары менән бергә Назара синагогаһына йөрөгән, шулай уҡ йыл һайын Иерусалимға Ҡотҡарылыу байрамына барған (Лука 2:41; 4:16). Иерусалимға китеп барғанда, улар, бәлки, Яҙмаларҙа телгә алынған урындарҙы күргәндер. Шундай саҡтарҙа Йософ менән Мәрйәм, моғайын, Ғайсаға һәм башҡа балаларына Йәһүә халҡының тарихы тураһында һөйләгәндер. Ғаилә ҙурая барғанға, Йософ менән Мәрйәмгә рухи эштәргә ваҡыт бүлеүе еңел булмағандыр. Әммә уларҙың тырышлыҡтары бүләкләнгән! Ғибәҙәт ҡылыуҙы беренсе урынға ҡуйғанға, уларҙың ғаиләһе рухи яҡтан ныҡ булған.

10. Ата-әсәләр Йософ менән Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала?

10 Алланы тәрән хөрмәт иткән ата-әсәләр Йософ менән Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала? Иң мөһиме: һүҙҙәрегеҙҙән һәм эштәрегеҙҙән Йәһүәне тәрән яратыуығыҙ күренһен. Балаларығыҙға Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итһәгеҙ, был улар өсөн иң ҙур бүләк булыр. Уларға Изге Яҙманы даими өйрәнеү, доға ҡылыу, осрашыуҙарға йөрөү һәм хеҙмәттә ҡатнашыу ни тиклем мөһим икәнен аңларға ярҙам итегеҙ (1 Тим. 6:6). Әлбиттә, һеҙ уларҙың матди ихтыяждарын да ҡайғыртырға тейеш (1 Тим. 5:8). Әммә шуны иҫтә тотоғоҙ: аҡса һәм әйберҙәр түгел, ә Йәһүә менән дуҫлыҡ балаларығыҙға, ҙур афәтте кисереп сығып, яңы донъяға керергә ярҙам итер (Йәз. 7:19; 1 Тим. 4:8)d.

Йософ һәм Мәрйәм балалары менән бергә синагогаға керә. Башҡалар уларҙы сәләмләй. 2. Бер пар үҙҙәренең ҡыҙы менән Батшалыҡ залына килгән. Бер ағай-ҡәрҙәш уларҙы сәләмләй.

Ата-әсәләрҙең, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеп, балаларына рухи яҡтан үҫергә ярҙам иткәнен күреү бик шатлыҡлы! (11-се абзацты ҡарағыҙ.)h

11. а) 1 Тимофейға 6:17—19-ҙағы һүҙҙәр ата-әсәләргә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә нисек ярҙам итә? б) Һеҙ ғаиләгеҙ менән ниндәй маҡсаттар ҡуя алаһығыҙ, һәм был ниндәй фатихалар килтерер? («Ниндәй маҡсаттар ҡуйырға була?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

11 Күп ата-әсәләр, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеп, балаларына Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә. Быны күреү бик шатлыҡлы! Улар һәр ваҡыт Йәһүәгә балалары менән бергә хеҙмәт итә: йыйылыш осрашыуҙарына һәм конгрестарға йөрөй, вәғәздә ҡатнаша, ә ҡайһы бер ғаиләләр хатта һирәк эшкәртелгән территорияла вәғәзләй. Башҡалар ваҡыт-ваҡыт Вефилгә бара йә теократик төҙөлөштәрҙә ҡатнаша. Әлбиттә, был матди сығымдар талап итергә йә төрлө уңайһыҙлыҡтар тыуҙырырға мөмкин. Әммә ундай ҡорбандар был ғаиләләрҙе рухи яҡтан байыта. (1 Тимофейға 6:17—19-ҙы уҡығыҙ.) Йыш ҡына ундай ғаиләлә үҫкән балалар, ҙурайғас та, рухи ғәҙәттәрен ташламай һәм ата-әсәләренә шундай тәрбиә өсөн бик рәхмәтле була! (Ғиб. һүҙ. 10:22)e.

Ниндәй маҡсаттар ҡуйырға була?

  1. 1. Йыйылышҡа район күҙәтеүсеһе килгәндә, бөтә ғаилә менән ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итеү

  2. 2. Һирәк вәғәзләнгән территорияла бер аҙна хеҙмәт итеү

  3. 3. Батшалыҡ залын йә Конгресс залын хеҙмәтләндереүҙә ярҙам итеү

  4. 4. Вефилгә барып ҡайтыу

ҒАЙСАНАН ӨЙРӘНЕГЕҘ

12. Ҙурайғас, Ғайсаға нимә эшләргә кәрәк булған?

12 Ғайсаның күктәге Атаһы ла, ерҙәге ата-әсәһе лә һәр ваҡыт аҡыллы ҡарарҙар ҡабул иткән. Әммә ҙурайғас, Ғайса үҙе ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш булған (Гал. 6:5). Бөтә кешенең дә һайлау ирке булған кеүек, ул да тормошта һайлау яһай алған. Ғайса үҙе өсөн генә йәшәй алыр ине. Ләкин ул, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе беренсе урынға ҡуйып, Алла ихтыярын үтәргә ҡарар иткән (Яхъя 8:29). Уның миҫалы йәштәргә нисек ярҙам итә ала?

1. Йософ Ғайсаны йышҡы менән ҡулланырға өйрәтә. 2. Атай кеше улын бырау менән ҡулланырға өйрәтә.

Йәштәр, бер ваҡытта ла атай-әсәйегеҙҙең тәрбиәһен кире ҡаҡмағыҙ (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)i

13. Үҫмер сағында Ғайса ниндәй мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән?

13 Ғайса тыңлаусан бала булған. Ул бер ҡасан да ата-әсәһенең әйткәндәрен кире ҡаҡмаған һәм, мин күберәк беләм, тип уйламаған. Киреһенсә, ул «бар нәмәлә уларҙы тыңлаған» (Лука 2:51). Һис шикһеҙ, Ғайса өлкән ул өҫтөндә ятҡан вазифаларға етди ҡараған. Ул үгәй атаһынан балта оҫталығына тырышып өйрәнгән, шуға күрә һуңыраҡ ғаиләгә матди яҡтан ярҙам итә алған.

14. Беҙ Ғайсаның Изге Яҙманы тырышып өйрәнгәнен ҡайҙан беләбеҙ?

14 Моғайын, Йософ менән Мәрйәм Ғайсаға уның мөғжизәле рәүештә тыуғанын һәм Алла хәбәрселәренең уның хаҡында нимә әйткәндәрен һөйләгәндер (Лука 2:8—19, 25—38). Әммә Ғайса был белемдәр менән генә сикләнмәгән, ул үҙе лә Изге Яҙманы тырышып өйрәнгән. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Уға 12 йәш булғанда, Иерусалимдағы уҡытыусылар «Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған» (Лука 2:46, 47). Инде шул йәштә Ғайса Яҙмалар ярҙамында Йәһүә уның Атаһы икәненә төшөнгән (Лука 2:42, 43, 49).

15. Ғайсаның Алла ихтыярын беренсе урынға ҡуйғаны нимәнән күренгән?

15 Үҙенең Алла ихтыярында ниндәй роль уйнағанын белгәс, Ғайса был йөкләмәне теләп ҡабул иткән (Яхъя 6:38). Ул күптәрҙең үҙен нәфрәт итәсәген белгән, һәм был, әлбиттә, уны шатландырмаған. Шуға ҡарамаҫтан, ул Йәһүәгә буйһонорға ҡарар иткән. Б. э. 29 йылында һыуға сумдырылғас, ул бөтә иғтибарын Йәһүә ихтыярын үтәүгә туплаған (Евр. 10:5—7). Хатта яфаланыу бағанаһында ла Ғайса тәүәккәллек менән Атаһының ихтыярын үтәгән (Яхъя 19:30).

16. Балалар Ғайсанан нимәгә өйрәнә ала?

16 Атай-әсәйеңә тыңлаусан бул. Йософ менән Мәрйәм һымаҡ, һинең атай-әсәйең дә камил түгел. Шулай ҙа Йәһүә уларға һине яҡларға һәм өйрәтергә ҡушҡан. Әгәр һин, Ғайса һымаҡ, атай-әсәйеңдең кәңәштәрен ҡәҙерләһәң һәм уларҙың хакимлығын хөрмәт итһәң, «һинең өсөн яҡшы булыр» (Ефес. 6:1—4).

17. Ешуа 24:15-тән күренеүенсә, йәштәргә ниндәй ҡарар ҡабул итергә кәрәк?

17 Кемгә хеҙмәт итәсәгеңде ҡарар ит. Һиңә Йәһүәнең кем икәнен һәм уның нимә эшләргә ниәтләгәнен яҡшы белергә кәрәк, һин шулай уҡ Алла ихтыярын нисек үтәй алғаныңды аңларға тейеш (Рим. 12:2). Шул саҡта һин тормоштағы иң мөһим ҡарарҙы — Йәһүәгә хеҙмәт итеү ҡарарын ҡабул итә алырһың (Ешуа 24:15-теf уҡығыҙ; Вәғ. 12:1). Әгәр һин Изге Яҙманы даими рәүештә уҡыһаң һәм өйрәнһәң, Йәһүәгә ҡарата яратыуың үҫер, ә иманың нығыр.

18. Йәштәргә ниндәй һайлау яһарға кәрәк, һәм был уларҙың тормошона нисек тәьҫир итер?

18 Йәһүәнең ихтыярын тормошта беренсе урынға ҡуй. Шайтандың донъяһы, әгәр һәләттәреңде үҙ файҙаңа ғына ҡулланһаң, бәхетле булырһың, тип ышандырырға тырыша. Ысынында иһә матди маҡсаттарға ынтылған кешеләр «үҙҙәрен күп михнәттәргә» дусар итә (1 Тим. 6:9, 10). Ә әгәр һин Йәһүәне тыңлаһаң һәм уның ихтыярын беренсе урынға ҡуйып йәшәһәң, һин ысын уңышҡа өлгәшерһең һәм «аҡыл менән эш итерһең» (Еш. 1:8).

ҺЕҘ НИМӘ ҺАЙЛАРҺЫҒЫҘ?

19. Ата-әсәләр нимәне иҫтә тоторға тейеш?

19 Ата-әсәләр, балаларығыҙға Йәһүәнең хеҙмәтселәре булып китергә ярҙам итер өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Аллаға таянығыҙ, һәм ул һеҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Иҫтә тотоғоҙ: һүҙҙәргә ҡарағанда, эштәр балаларға нығыраҡ тәьҫир итә. Шуға күрә, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеп, балаларығыҙға Йәһүәнең хуплауын алырға ярҙам итегеҙ.

20. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлаған йәштәрҙе ниндәй фатихалар көтә?

20 Йәштәр, әлбиттә, ата-әсәләрегеҙ һеҙгә яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә ала. Ләкин Алланың хуплауын алыр өсөн һеҙ үҙегеҙ дөрөҫ һайлау яһарға тейеш. Шуға күрә, Ғайсанан үрнәк алып, күктәге ҡайғыртыусан Атағыҙға хеҙмәт итеүҙе һайлағыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, һеҙ инде хәҙер мәғәнәле, фатихалы һәм шатлыҡлы тормош алып барырһығыҙ, ә киләсәктә сикһеҙ бәхеткә кинәнерһегеҙ! (1 Тим. 4:16).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ата-әсәләр Йәһүәнән һәм Йософ менән Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала?

  • Йәш мәсихселәр Ғайсанан нимәгә өйрәнә ала?

  • Йәһүәнең ихтыярын беренсе урынға ҡуйыу һеҙгә ниндәй фатихалар килтерҙе?

133-СӨ ЙЫР Йәһүәгә йәштән үк хеҙмәт ит

a Ата-әсәләр балаларының бәхетле булыуын һәм Йәһүәнең хеҙмәтселәре булып үҫеүен теләй. Был мәҡәләлә беҙ бындай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: ата-әсәләрҙең ниндәй ҡарарҙары балаларға Алла хеҙмәтселәре булып китергә ярҙам итер? Тормошта ысын уңышҡа өлгәшер өсөн балалар ниндәй ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш?

b Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1—6: «Улым, әгәр һүҙҙәремде ҡабул итһәң һәм әмерҙәремде хазиналай һаҡлаһаң, зирәклеккә ҡолаҡ һалһаң, һәм күңелең үткер аҡылға тартылһа, әгәр төшөнөүсәнлекте саҡырһаң һәм үткер аҡыл һорап ауаз һалһаң, быларҙың барыһын көмөш эҙләгәндәй эҙләһәң, йәшерелгән хазинаны эҙләп ҡаҙығандай ҡаҙыһаң, Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәттең нимә икәнен аңларһың һәм Алла тураһында белем табырһың. Сөнки зирәклекте Йәһүә үҙе бирә, белем һәм аңлау биреүсе һүҙҙәр уның ауыҙынан сыға».

c Ҡанун 6:6, 7: «Мин бөгөн һиңә үтәргә ҡушҡан был һүҙҙәр һинең йөрәгеңдә булырға тейеш, һәм һин уларҙы балаларыңдың күңеленә һеңдерергә һәм улар тураһында өйөңдә ултырғанда, юлда барғанда, ятҡанда һәм торғанда һөйләргә тейеш».

d «Саф ғибәҙәт торғоҙолған!» тигән китаптың (тат.) 69—70-се биттәрендә 17, 18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.

e 2011 йылдың октябрь айында сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) 20-се битендә «Яҡшыраҡ атай-әсәйҙе күҙ алдына ла килтереп булмай» тигән рамканы һәм 1999 йыл 8 март һанындағы «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) 25-се битендә «Атай-әсәйгә хат» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

f Ешуа 24:15: «Ләкин Йәһүәгә хеҙмәт итеү күңелегеҙгә оҡшамаһа, үҙегеҙ өсөн кемгә хеҙмәт итергә икәнен бөгөн һайлағыҙ. Бөйөк йылғаның теге яғында ата-бабаларығыҙ хеҙмәт иткән илаһтарға йә үҙегеҙ йәшәгән ерҙәге әмөриҙәр илаһтарына хеҙмәт итерһегеҙме — үҙегеҙ һайлағыҙ. Ә мин һәм минең йортом — беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итәсәкбеҙ».

g РӘСЕМДӘ: һис шикһеҙ, Мәрйәм Ғайсаны бәләкәй сағынан Йәһүәне яратырға өйрәткән. Хәҙерге ваҡытта ла әсәйҙәргә, Мәрйәмдән өлгө алып, балаларын Алланы яратырға өйрәтергә кәрәк.

h РӘСЕМДӘ: әлбиттә, Йософ бөтә ғаиләһе менән синагогаға йөрөү мөмкинлеген ҡәҙерләгән. Бөгөн дә атайҙарға йыйылыш осрашыуҙарына ғаиләләре менән йөрөү мөһим.

i РӘСЕМДӘ: Ғайса Йософтан балта оҫталығына өйрәнгән. Беҙҙең көндәрҙә лә йәштәргә үҙ аталарынан өйрәнергә кәрәк.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу