Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp21 № 1 10—13 бб.
  • Алла ишетһен өсөн, нисек доға ҡылырға?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алла ишетһен өсөн, нисек доға ҡылырға?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘ АЛЛАҒА ҒЫНА ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ
  • ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ
  • АЛЛАНЫҢ ИХТЫЯРЫ БУЙЫНСА ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ
  • НИМӘ ТУРАҺЫНДА ДОҒА ҠЫЛЫП БУЛА?
  • САБЫРЛЫҠ МЕНӘН ДОҒА ҠЫЛЫУЫҒЫҘҘЫ ДАУАМ ИТЕГЕҘ
  • Доға Алла менән дуҫлыҡты нығыта
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Аллаға нисек доға ҡылырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Доға ҡылыу мөмкинлеген ҡәҙерләгеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Ғайса беҙҙе доға ҡылырға өйрәтә
    Бөйөк Остаздан өйрән
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
wp21 № 1 10—13 бб.

Алла ишетһен өсөн, нисек доға ҡылырға?

Йәһүә Алла — «Доғаларҙы тыңлаусы» (Зәбур 65:2). Беҙ уның менән һәр ерҙә, һәр ҡасан эстән йә ҡысҡырып һөйләшә алабыҙ. Йәһүә беҙҙең үҙенә «Атабыҙ» тип өндәшеүебеҙҙе теләй, һәм ул ысынлап та — иң яҡшы Атай (Матфей 6:9). Яратыу менән Йәһүә беҙҙе дөрөҫ итеп доға ҡылырға өйрәтә.

ЙӘҺҮӘ АЛЛАҒА ҒЫНА ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ

«Минән башҡа һис ниндәй илаһтарығыҙ булмаһын. Үҙеңә күктә, ерҙә йә һыуҙа булған нәмәләрҙең боттарын йәки һүрәттәрен яһама» (Сығыш 20:3, 4).

Был һүҙҙәрҙән ап-асыҡ күренеүенсә, Йәһүә беҙҙең үҙенә һүрәттәр, изгеләр, фәрештәләр, үлгән ата-бабалар аша доға ҡылыуыбыҙҙы теләмәй. Бынан тыш, Алла вәғәҙә ителгән Мәсихте гонаһтарыбыҙ өсөн үлһен тип ергә ебәргәнгә күрә, беҙгә, Ғайса Мәсихтең мөһим ролен танып, Аллаға уның исеме хаҡына мөрәжәғәт итергә кәрәк. «Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тип әйткән Ғайса (Яхъя 14:6).

ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ

«Уға күңелдәрегеҙҙе бушатығыҙ» (Зәбур 62:8).

Йәһүәгә доға ҡылғанда, беҙгә уның менән хәстәрлекле атай менән һөйләшкән кеүек һөйләшергә кәрәк. Доғаны доғалыҡтан уҡыр йә яттан әйтер урынына, беҙ уның менән ихтирамлы, ихлас һөйләшергә тейеш.

АЛЛАНЫҢ ИХТЫЯРЫ БУЙЫНСА ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ

«Беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә» (1 Яхъя 5:14).

Изге Яҙмала Йәһүә Алла беҙҙең өсөн нимә эшләйәсәген һәм беҙҙең уның өсөн нимә эшләүебеҙҙе теләгәнен әйтә. Алла доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен өсөн, беҙгә «Алланың ихтыяры буйынса» доға ҡылырға кәрәк. Бының өсөн беҙгә, Изге Яҙманы өйрәнеп, Алланы яҡшыраҡ белергә кәрәк. Шулай эшләһәк, беҙҙең доғаларыбыҙ уның күңеленә хуш килер.

НИМӘ ТУРАҺЫНДА ДОҒА ҠЫЛЫП БУЛА?

Бер ғаилә ашар алдынан доға ҡыла.

Ихтыяждарығыҙ хаҡында доға ҡылығыҙ. Беҙ Аллаға көндәлек ихтыяждарыбыҙ — ризыҡ, кейем һәм йәшәр урын тураһында доға ҡыла алабыҙ. Шулай уҡ дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итер өсөн зирәклек һәм һынауҙарҙы кисереп сығыр өсөн көс һорап доға ҡылырға була. Тағы ла Алланан иман биреүен, гонаһтарыбыҙҙы кисереүен һәм ярҙам итеүен һорап доға ҡыла алабыҙ (Лука 11:3, 4, 13; Яҡуб 1:5, 17).

Ире дауахана карауатында ятҡан ҡатыны менән бергә доға ҡыла.

Башҡалар тураһында доға ҡылығыҙ. Хәстәрлекле ата-әсәләр балаларының бер-береһен яратҡанын күреп ҡыуана. Йәһүә лә ерҙәге балаларының бер-береһе хаҡында ҡайғыртыуын теләй. Тормош иптәшебеҙ, туғандар, балалар, дуҫтарыбыҙ тураһында доға ҡылыу урынлы. Инжилдә: «Бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ», — тип яҙылған (Яҡуб 5:16).

Бер ир ҡояш байығанда яланда йөрөй.

Рәхмәттәр әйтегеҙ. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ тураһында Изге Яҙмала, «ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте һәм йөрәктәрегеҙҙе ҡыуаныс менән тултырҙы», тип әйтелә (Ғәмәлдәр 14:17). Алланың беҙҙең өсөн эшләгән бөтә эштәре хаҡында уйлағанда, уға доғала рәхмәттәр әйтергә теләк тыуа. Әлбиттә, Аллаға рәхмәтле булыуыбыҙҙы шулай уҡ үҙебеҙҙең тормош рәүешебеҙ менән дә күрһәтергә кәрәк (Колосстарға 3:15).

САБЫРЛЫҠ МЕНӘН ДОҒА ҠЫЛЫУЫҒЫҘҘЫ ДАУАМ ИТЕГЕҘ

Ҡай саҡта беҙ ихлас доғаларыбыҙға шунда уҡ яуап алмағанға бойоғоп китергә мөмкин. Беҙ, Алла беҙҙең менән ҡыҙыҡһынмай, тигән һығымтаға килергә тейешме? Һис тә юҡ! Беҙгә ни бары доға ҡылыуыбыҙҙы дауам итергә генә кәрәк. Был киләһе миҫалдарҙан күренә.

Тәүге мәҡәләлә иҫкә алынған Стив былай тип таный: «Доға ҡылыуымды дауам итмәгән булһам, өмөтөм күптән инде өҙөлгән булыр ине». Ни өсөн уның ҡарашы үҙгәргән? Ул Изге Яҙма өйрәнә башлаған һәм ныҡышмалыҡ менән доға ҡылырға кәрәклеге тураһында белгән. «Доға ҡылып, Аллаға ҡәҙерле дуҫтарым күрһәткән бөтә ярҙам өсөн рәхмәттәр әйтәм, — ти Стив. — Хәҙер мин бер ҡасан да булмағанса бәхетлемен».

Ә үҙен Алланың ишетеүенә лайыҡ түгел тип һанаған Дженни тураһында нимә әйтеп була? «Үҙемде иң ныҡ кәрәкһеҙ итеп тойған сағымда Аллаға, ни өсөн үҙемде шулай хис итеүемде аңларға ярҙам ит, тип ялбарҙым», — ти ул. Был уға нисек ярҙам иткән? «Алла менән һөйләшеү киңерәк ҡарарға, йөрәгем мине хөкөм итһә лә, Алланың хөкөм итмәгәнен күрергә ярҙам итте. Был миңә шулай уҡ бирешмәҫкә, артабан йәшәргә көс бирҙе, — тип һөйләй ул. — Доға ярҙамында мин Йәһүәнең яратҡан, хәстәрле Алла, Атай һәм Дуҫ икәнен күрҙем. Мин уның теләгәнен эшләргә тырышҡан саҡта, ул гел янымда һәм ярҙам итеп тора».

Изабел ире һәм улы менән.

Улының зәғифлегенә ҡарамаҫтан тормошҡа шатланғанын күргәндә, Изабел: «Ул — минең доғаларыма иң яҡшы яуап», — ти

Шулай уҡ Изабел исемле ҡатындың миҫалын ҡарайыҡ. Ул ауырлы булған саҡта, табиптар уға балаһының етди кәмселектәр менән тыуасағы тураһында әйткән. Ул ныҡ ҡайғырған. Ҡайһы берәүҙәр уға хатта аборт яһатырға кәңәш иткән. «Күңелем шул тиклем әрнене, хатта үҙемде үлеп барған кеүек хис иттем», — ти Изабел. Ул нимә эшләгән? «Алланан ярҙам һорап, ҡат-ҡат доға ҡылдым», — ти ул. Бер аҙҙан уның улы Джерард тыуған. Ул зәғиф булып тыуған. Изабел Алланың үҙ доғаларына яуап биргәнен тойғанмы? Эйе! Нисек итеп? «14 йәше тулған улымдың зәғифлегенә ҡарамаҫтан тормошҡа шатланғанын күргәндә, ул — минең доғаларыма иң яҡшы яуап, Йәһүә Алла биргән иң ҙур фатиха, тип уйлайым», — ти Изабел.

Бындай эскерһеҙ һүҙҙәр мәҙхиә йырлаусының һүҙҙәрен иҫебеҙгә төшөрә: «Һин, эй Йәһүә, йыуаштарҙың үтенесен ишетерһең. Һин уларҙың йөрәктәрен ҡаҡшамаҫ итерһең һәм уларҙы иғтибар менән тыңларһың» (Зәбур 10:17). Өҙлөкһөҙ доға ҡылыр өсөн ниндәй яҡшы сәбәп!

Изге Яҙмала Ғайса пәйғәмбәрҙең күп кенә доғалары яҙылған. Уларҙың иң билдәлеһе — шәкерттәренә өйрәткән доға. Был доғанан нимәгә өйрәнеп була?

Ғайса пәйғәмбәр доға ҡылырға өйрәткән

Ҙур халыҡ төркөмө Тауҙағы вәғәзен һөйләгән Ғайсаны иғтибар менән тыңлай.

Үҙенең Тауҙағы вәғәзендә Ғайса пәйғәмбәр, шәкерттәрен доға ҡылырға өйрәтеп, өлгөлө доға әйткән (Матфей 6:9—13; Лука 11:2—4-те лә ҡарағыҙ). Был доға киң билдәле булып киткән, хатта күптәр уны ятлап алып, һүҙмә-һүҙ ҡабатлай башлаған. Ғайса беҙҙең шулай эшләүебеҙҙе теләгәнме? Юҡ! Өҫтәрәк килтерелгән Матфей һәм Лука китаптарынан алынған өҙөктәрҙе сағыштырып ҡарағыҙ. Ғайса үҙе башҡа осраҡта доға ҡылырға өйрәткәндә икенсе һүҙҙәр ҡулланған. Өлгөлө доға әйтеп, Ғайса шәкерттәрен нисек һәм нимә тураһында доға ҡылырға өйрәткән. Был доғанан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарайыҡ.

«Күктәге Атабыҙ!»

  • Беҙ Аллаға ғына доға ҡылырға тейеш.

«Исемең мөҡәддәс тип танылһын»

  • Алланың исемен (Йәһүә) ихтирам итергә һәм изге тип һанарға кәрәк.

«Һинең Батшалығың килһен»

  • Алланың Батшалығы — күктәге хөҡүмәт, уның Батшаһы — Ғайса Мәсих. Был Батшалыҡ тиҙҙән бөтә ер өҫтөнән идара итә башлаясаҡ.

«Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен»

  • Алла кешеләрҙең ерҙә мәңге тыныс һәм имен йәшәүҙәрен теләй.

«Был көнгә кәрәкле икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир»

  • Йәһүә беҙгә йәшәр өсөн кәрәк булған бөтә нәмәне бирә.

«Беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе Һин кисер»

  • Беҙ бөтәбеҙ ҙә күп хата яһайбыҙ һәм кисереүгә мохтажбыҙ.

Ошо фекерҙәрҙе иҫтә тотоу мәғәнәле доғалар ҡылырға ярҙам итер.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу