Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp21 № 3 9—11 бб.
  • Яҡшы эштәр хәүефһеҙ киләсәккә гарантия бирәме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Яҡшы эштәр хәүефһеҙ киләсәккә гарантия бирәме?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КҮПТӘРҘЕҢ ПОЗИЦИЯҺЫ
  • БЫЛ УҢЫШҠА КИЛТЕРӘМЕ?
  • Хәүефһеҙ киләсәк — һәр кемдең хыялы
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Хәүефһеҙ киләсәккә юл
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Инеш һүҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • «Йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
wp21 № 3 9—11 бб.
Автобуста бер ҡыҙ оло йәштәге ҡатынға урын бирә.

Яҡшы эштәр хәүефһеҙ киләсәккә гарантия бирәме?

Быуаттар буйы күп кешеләр, яҡшы кеше булһаң, киләсәгең дә яҡшы булыр, тип ышанған. Мәҫәлән, Көнсығышта философ һәм уҡытыусы Конфуцийҙың (б. э. т. 551—478 йй.) «үҙеңә теләмәгәнде, башҡаларға эшләмә» тигән һүҙҙәре бик популярa.

КҮПТӘРҘЕҢ ПОЗИЦИЯҺЫ

Күптәр һаман да, дөрөҫ тәртип — хәүефһеҙ киләсәктең асҡысы, тип ышана. Улар ихтирамлы булырға, үҙҙәрен яҡшы тоторға тырыша, йәмғиәттә үҙ урынын белә һәм выжданын саф килеш һаҡлай. «Мин һәр ваҡыт, намыҫлы һәм эскерһеҙ булһам, — ти Вьетнамда йәшәгән Лин исемле ҡатын, — миңә яҡшылыҡ менән ҡайтарылыр, тип ышандым».

Шул уҡ ҡыҙ, ирекмән булараҡ, ярлыларға һәм өйһөҙҙәргә ризыҡ тарата.

Ҡайһы берәүҙәрҙе яҡшылыҡ эшләргә уларҙың дини ышаныуҙары этәрә. Тайвандән Шу-Юнь былай ти: «Кешенең эштәре уның мәңге рәхәтләнеп йә ғазапланып йәшәрме икәнен билдәләй, тип өйрәттеләр мине».

БЫЛ УҢЫШҠА КИЛТЕРӘМЕ?

Шул уҡ ҡыҙ кис көнө өйөндә, бик ныҡ арыған хәлдә, бәләкәс улын ҡулында бәүетә.

Әлбиттә, яҡшы эштәр эшләү кешенең үҙенә күп файҙа килтерә. Ләкин башҡаларға ихластан изгелекле булырға тырышҡан күп кешеләр ҡай саҡта үҙҙәренә яҡшылыҡ менән ҡайтарылмағанын күрә. «Изгелек уны эшләгәндәргә ҡай ваҡыт кире ҡайтмағанын үҙ тәжрибәмдән беләм, — ти Гонконгта йәшәгән Ши Пин исемле ҡатын. — Мин бар көсөмдө һалып ғаиләм тураһында ҡайғыртырға һәм изгелек эшләргә тырыштым. Ләкин никахым тарҡалды, ирем мине һәм улымды ташлап китте».

Күптәр диндең ҡайһы саҡта кешеләрҙе яҡшыраҡ итмәгәнен күргән. Японияла йәшәгән Эцуко исемле ҡатын былай ти: «Мин бер дини ойошмаға индем һәм йәштәр өсөн төрлө саралар үткәрә башланым. Аҙғынлыҡ, власть өсөн көрәш һәм сиркәүемдә аҡсаны намыҫһыҙ ҡулланғандарын күреп, шаҡ ҡаттым».

«Мин бар көсөмдө һалып ғаиләм тураһында ҡайғыртырға һәм изгелек эшләргә тырыштым. Ләкин никахым тарҡалды, ирем мине һәм улымды ташлап китте» (ШИ ПИН, ГОНКОНГ).

Ҡайһы бер кешеләрҙең, яҡшы эштәре бәлә-ҡазанан ҡотҡармағанын күреп, күңеле ҡайта. Вьетнамда йәшәгән Вэн исемле ҡатын шундай хистәр кисергән. Ул былай ти: «Мин, көн һайын емеш-еләк, сәскәләр һәм аҙыҡ-түлек һатып алып, үлгән ата-бабаларымдың алтаренә һалдым. Был миңә киләсәктә ҡайтарылыр, тип өмөтләндем. Яҡшы эштәр эшләүемә һәм күп йылдар буйы дини йолалар тотоуыма ҡарамаҫтан, ирем ҡаты ауырып китте. Ә сит илдә уҡып йөрөгән ҡыҙым йәшләй үлеп китте».

НИ ӨСӨН ЯҠШЫ ЭШТӘР ГАРАНТИЯ БИРМӘЙ?

Яҡшы кеше булыу бик мөһим, ләкин был яҡшы киләсәккә 100% гарантия бирмәй. Ни өсөн? Бер изге китапта был хаҡта нимә әйтелгәнен ҡарап сығайыҡ.

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР ЯҠШЫЛЫҠ ЭШЛӘМӘЙ

«Гонаһ ҡылыусы бер генә кеше күп яҡшы нәмәне харап итә ала» (ВӘҒӘЗСЕ 9:18).

Хатта яҡшы кеше булырға бик тырышһағыҙ ҙа, һеҙ башҡаларҙың эгоистик эштәре арҡаһында зыян күрә алаһығыҙ. Әйтәйек, пандемия ваҡытында һеҙ властарҙың кәңәштәрен тотаһығыҙ һәм кешеләр менән тығыҙ контакттан һаҡланаһығыҙ, ти. Ә башҡалар был кәңәштәрҙе тотмаһа? Уларҙың эштәре дөрөҫ эш итергә теләгәндәрҙең һаулығына һәм ғүмеренә янарға мөмкин.

КЕШЕЛӘР ЯҢЫЛЫШЫРҒА МӨМКИН

«Ҡайһы бер юлдар кешегә тура булып күренә, әммә ахырҙа улар үлемгә килтерә» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 14:12).

Тарихта, үҙҙәре дөрөҫ тип һанағанса эшләп, һуңынан яңылышҡандарын аңлаған кешеләрҙең миҫалдары бик күп. Тимәк, яҡшы ниәттәр кешене дөрөҫ булмаған ҡарарҙарҙың эҙемтәләренән һаҡламай.

НИ БУЛЫРЫН АЛДАН ӘЙТЕП БУЛМАЙ

«Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр» (ЯҠУБ 4:14).

Кеше ниндәй генә яҡшы булмаһын, уның ғүмере ҡапыл өҙөлөргә мөмкин. Мәҫәлән, COVID-19 пандемияһы ваҡытында бик күп ирекмәндәр ғүмерен юғалтҡан. Ә Ҡытайҙа йәшәгән, юл һәләкәтендә атаһы үлгән Ли Тин бына нимә ти: «Ни өсөн шундай яҡшы кешенең үлгәнен мин бер нисек тә аңлай алманым. Минең атайым эшсән, тыйнаҡ, ихлас кеше ине, ләкин шул аварияла тик ул ғына һәләк булды».

Әгәр яҡшы кеше булырға тырышыу хәүефһеҙ киләсәккә гарантия бирмәй икән, ундай гарантияны нимә бирә һуң? Яуапты яҡшы киләсәккә юл күрһәтә алған ышаныслы сығанаҡтан эҙләргә кәрәк. Ниндәй сығанаҡ ул?

a Конфуцийҙың тәғлимәттәре тураһында күберәк мәғлүмәтте «Кешелек Алланы эҙләй» тигән китаптың (урыҫ) 7-се бүлек, 31—35-се абзацтарында табып була. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған, www.jw.org сайтында бар.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу