БИОГРАФИЯ
«Хәҙер мин хеҙмәтте бик яратам!»
МИН Яңы Зеландияның көньяҡ утрауында, Балклута ҡалаһында үҫтем. Бала сағымда Йәһүә минең өсөн яҡын дуҫ булды, һәм миңә уға хеҙмәт итергә оҡшай ине. Мин йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә яраттым һәм үҙемде ғаиләлә кеүек хис иттем. Ҡыйыу кеше булмаһам да, миңә аҙна һайын хеҙмәткә йөрөргә бик оҡшай ине. Синыфташтарыма һәм башҡа кешеләргә хәҡиҡәтте һөйләргә оялманым. Мин Йәһүәгә хеҙмәт итеүемә ғорурландым һәм 11 йәштә уға үҙ тормошомдо бағышланым.
ШАТЛЫҒЫМДЫ ЮҒАЛТАМ
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫмер сағымда мин Йәһүәнән йыраҡлаша башланым. Синыфташтарымдың сикһеҙ азатлыҡҡа кинәнеп йәшәгәнен күреп, минең дә улар кеүек йәшәгем килде. Миңә атай-әсәйемдең ҡағиҙәләре һәм Йәһүәнең нормалары бик ҡаты булып күренә ине, ә Йәһүәгә хеҙмәт итеү минең өсөн йөк булып китте. Мин Йәһүәнең барлығына бер ҡасан да шикләнмәй инем, әммә мин унан йыраҡлаштым.
Мин артабан да вәғәзләй инем, әммә быны исем өсөн генә эшләнем. Вәғәзгә йөрөһәм дә, мин уға әҙерләнмәнем. Шуға күрә кешеләр менән һөйләшеүҙәрҙе башлау һәм дауам итеү ауыр була торғайны. Һөҙөмтәлә хеҙмәтем уңышһыҙ булды, һәм ул миңә шатлыҡ килтермәне. Бының арҡаһында хеҙмәт итеү теләгем тағы ла нығыраҡ һүрелде. Мин былай тип уйлай инем: «Нисек бының менән аҙналар һәм айҙар дауамында шөғөлләнеп була икән?»
Миңә 17 йәш тулғас, мин, күберәк азатлыҡҡа ынтылып, бөтә әйберҙәремде йыйҙым да Австралияға юлландым. Атай-әсәйемде был бик бойоҡторҙо. Улар минең өсөн борсолһа ла, мин яңы урында Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итермен, тип өмөтләнде.
Австралияға күсенгәс, мин рухи яҡтан тағы ла нығыраҡ көсһөҙләндем. Мин йыйылыш осрашыуҙарына һирәк-мирәк кенә йөрөнөм һәм ундағы рухи яҡтан һүлпән булған йәштәр менән аралаша башланым. Улар ҙа, минең кеүек, бер көн — йыйылышҡа, ә икенсе көн төнгө клубҡа барып эсергә һәм бейергә яратты. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, мин шуны аңлайым: бер аяғым менән — хәҡиҡәттә, ә икенсеһе менән был донъяла торғанға, мин үҙемде тегендә лә, бында ла ят кеше итеп тойҙом.
КӨТӨЛМӘГӘНДӘ МӨҺИМ ҺАБАҠ АЛАМ
Яҡынса ике йыл үткәс, мин бер апай-ҡәрҙәш менән таныштым. Ул, үҙе лә белмәйенсә, мине тормошомдоң мәғәнәһе тураһында уйланырға дәртләндерҙе. Мин дүрт йәш апай-ҡәрҙәш менән йәшәй инем. Бер тапҡыр беҙ район күҙәтеүсеһен уның ҡатыны Тамара менән үҙебеҙҙә бер аҙнаға туҡталырға саҡырҙыҡ. Ире йыйылыш эштәре менән мәшғүл булған саҡтарҙа Тамара беҙҙең менән күңелле ваҡыт үткәрҙе. Был миңә бик оҡшаны. Ул ябай һәм алсаҡ булғанға, уның менән аралашыуы еңел булды. Рухи кешенең шундай шат күңелле була алғанына мин бик аптыраным.
Тамара бик дәртле ине. Уның хәҡиҡәтте һәм хеҙмәтте яратыуы башҡаларҙы ла ялҡынландыра ине. Ул, Йәһүәгә иң яҡшыһын биргәнгә, шатлыҡлы ине. Ә мин, ысын күңелдән хеҙмәт итмәгәнгә, үҙемде бәхетһеҙ тоя инем. Уның ыңғай ҡарашы һәм бәхетле булыуы миңә ҙур йоғонто яһаны. Тамараның үрнәге миңә бер мөһим хәҡиҡәтте аңларға ярҙам итте: Йәһүә беҙҙең «шатлыҡ менән» хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй (Зәб. 100:2).
ЯҢЫНАН ШАТЛЫҠ МЕНӘН ХЕҘМӘТ ИТӘМ
Мин дә, Тамара һымаҡ, шатлыҡлы булырға теләнем. Ә бының өсөн күпте үҙгәртергә кәрәк ине. Әлбиттә, күп ваҡыт кәрәк булды, әммә мин яйлап ҡына үҙ маҡсатыма атланым. Мин вәғәзгә әҙерләнә башланым һәм ваҡыт-ваҡыт ярҙамсы пионер булып хеҙмәт иттем. Был миңә борсолмаҫҡа ярҙам итте һәм үҙ көсөмә ышаныс өҫтәне. Мин хеҙмәттә Изге Яҙманы йыш ҡулландым, һәм был миңә ысын ҡәнәғәтлек килтерҙе. Күп тә үтмәҫтән, мин инде ай һайын ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә башланым.
Мин хәҡиҡәтте яратҡан һәм Йәһүәгә ихлас күңелдән хеҙмәт иткән төрлө йәштәге ҡәрҙәштәр менән дуҫлаштым. Уларҙың иҫ киткес үрнәге миңә тормош маҡсаттарымды үҙгәртергә һәм рухи эштәр тәртибен ойошторорға ярҙам итте. Хеҙмәт миңә күберәк шатлыҡ килтергәнгә, мин даими пионер булып киттем. Күп йылдар үткәс кенә, ниһайәт, мин үҙемде бәхетле итеп тойҙом, ә йыйылышта мин үҙ өйөмдә һымаҡ инем.
ҒҮМЕРЛЕК ХЕҘМӘТТӘШ ТАБАМ
Бер йылдан һуң мин Йәһүәне һәм хеҙмәтте яратҡан игелекле, эскерһеҙ Алекс исемле ағай-ҡәрҙәш менән таныштым. Ул ваҡытҡа Алекс хеҙмәт ярҙамсыһы һәм инде алты йыл даими пионер булып хеҙмәт итә ине. Шулай уҡ ул вәғәзселәргә ихтыяж булған Малави илендә бер нисә ай вәғәзләгән. Унда ул миссионерҙар менән танышҡан, һәм улар менән аралашыу уға ныҡ тәьҫир иткән. Улар уны Батшалыҡ эшен тормошта һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйырға дәртләндергән.
2003 йылда беҙ Алекс менән өйләнештек һәм шул ваҡыттан алып бергәләп тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашабыҙ. Был йылдар дауамында беҙ күп нәмәгә өйрәндек һәм Йәһүәнең фатихаларға ни тиклем йомарт икәнен күрҙек.
ХЕҘМӘТТӘ ЯҢЫ ИШЕКТӘР АСЫЛА
Глену ҡалаһында вәғәзләйем (Көнсығыш Тимор)
2009 йылда беҙҙе Индонезия архипелагында урынлашҡан Көнсығыш Тиморҙа миссионерҙар булып хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Бер үк ваҡытта беҙ ғәжәпләнеү, тулҡынланыу һәм хатта ҡурҡыу һымаҡ хистәр кисерҙек. Биш айҙан һуң беҙ илдең баш ҡалаһы Дилигә күсеп килдек.
Көнсығыш Тимор — был бөтөнләй башҡа ил. Беҙгә яңы мәҙәниәткә, яңы телгә, ризыҡҡа һәм йәшәү шарттарына эйәләшергә тура килде. Хеҙмәттә беҙ йыш ҡына ярлылыҡта йәшәгән, уҡый-яҙа белмәгән һәм ғәҙелһеҙлеккә дусар булған кешеләрҙе осрата торғайныҡ. Һуғыш күп кешеләрҙе физик һәм эмоциональ яҡтан яралағанa.
Көнсығыш Тиморҙа хеҙмәт иҫ киткес булды. Мәҫәлән, мин бер тапҡыр Марияb исемле 13 йәшлек күңелһеҙ генә ҡыҙыҡайҙы осраттым. Бер нисә йыл элек уның әсәһе үлеп киткән, ә атаһы менән ул һирәк осраша ине. Уның йәштәге үҫмерҙәр һымаҡ, Мария ла артабан нисек йәшәргә икәнен белмәй ине. Уның бер тапҡыр минең менән илай-илай үҙ хистәре менән бүлешкәнен хәтерләйем. Ул ваҡытта, телде насар белгәнгә, мин уның нимә һөйләгәнен бөтөнләй аңламаным. Мин Йәһүәгә, уны нығытырға ярҙам ит, тип доға ҡылдым. Шунан мин уға Изге Яҙманан йыуаныслы аяттар уҡыным. Артабанғы бер нисә йыл дауамында мин Марияның тәртибе, тышҡы ҡиәфәте һәм тормошо нисек үҙгәргәнен күрҙем. Ул һыуға сумдырылды һәм хәҙер үҙе Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрә. Хәҙер Марияның уны бик яратҡан ҙур рухи ғаиләһе бар!
Йәһүә Көнсығыш Тиморҙа алып барылған вәғәз эшен фатихалай. Күпселек вәғәзселәр һуңғы 10 йыл эсендә һыуға сумдырылһа ла, уларҙың күбеһе хәҙер пионерҙар, хеҙмәт ярҙамсылары һәм өлкәндәр булып хеҙмәт итә, ә ҡайһы берҙәре, тәржемә итеү офисында хеҙмәт итеп, урындағы телдәрҙә рухи аҙыҡ әҙерләүҙә ҡатнаша. Уларҙың йыйылыш осрашыуҙарында йырлауҙары, йөҙҙәрендәге йылмайыуҙары һәм рухи үҫештәре миңә ҙур шатлыҡ килтерә ине!
Кешеләрҙе Кисәгә саҡырыр өсөн Алекс менән билдәләнмәгән территорияға китеп барабыҙ
ЯҠШЫРАҠ ТОРМОШТО КҮҘ АЛДЫНА ЛА КИЛТЕРӘ АЛМАЙЫМ
Көнсығыш Тиморҙа булған хеҙмәт Австралиялағы хеҙмәттән ныҡ айырылып тора ине, әммә яҡшыраҡ тормошто мин күҙ алдына ла килтерә алманым. Ҡайһы ваҡыт беҙгә шығырым тулы бәләкәй генә автобуста йөрөргә тура килде. Ул автобустарға кешеләр үҙҙәре менән баҙарҙан кипкән балыҡ һәм йәшелсә төйәп керә ине. Ә ҡайһы саҡ беҙгә өйрәнеүҙе ер иҙәнле бәләкәй генә эҫе өйҙәрҙә үткәрергә тура килде. Ҡайһы ваҡыт унда тауыҡтар йүгереп йөрөй торғайны. Шул ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, мин йыш ҡына: «Ҡайһылай бында рәхәт!» — тип уйлай торғайным.
Хеҙмәткә китеп барғанда
Мин атай-әсәйемә Йәһүәнең ҡанундарына өйрәткәндәре өсөн һәм үҫмер сағымда нығытып торғандары өсөн рәхмәтлемен. Мин үҙ тормошомда Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6-ла яҙылған һүҙҙәрҙең хаҡлығына инандым. Атай-әсәйебеҙ беҙҙең Алекс менән Йәһүәгә хеҙмәт иткәнебеҙҙе күреп шатлана һәм беҙҙең менән ғорурлана. 2016 йылдан алып беҙ Австралазия филиалының территорияһында район хеҙмәтендә ҡатнашабыҙ.
Балаларға Азамат менән Ләйсән тураһында йәнһүрәт күрһәтәм
Вәғәз эше ҡасандыр миңә йөк булғанына ышаныуы ауыр. Хәҙер мин хеҙмәтте бик яратам! Мин шуны аңланым: тормошта ниндәй генә хәл тыуһа ла, Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт итеү генә ысын шатлыҡ килтерә. Беҙ Алекс менән бергәләп 18 йыл Йәһүәгә хеҙмәт итәбеҙ. Был минең тормошомдоң иң бәхетле йылдары! Мин хәҙер аңлайым, ни өсөн Дауыт Йәһүә тураһында былай тип әйткән: «Һиндә һыйыныр урын тапҡандарҙың барыһы һөйөнөр, улар һәр саҡ шатланып ауаз һалыр. ...Исемеңде һөйөүселәр һиндә һөйөнөс табыр» (Зәб. 5:11).
Баҫалҡы кешеләр менән Изге Яҙманы өйрәнеү ҙур ҡәнәғәтлек килтерә!
a Көнсығыш Тиморҙа 1975 йылдан алып 20 йыл дауамында бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш барған.
b Исем үҙгәртелгән.