БИОГРАФИЯ
Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә үткәргән бәхетле тормошом
1958 йылда Канадалағы Вефилдә хеҙмәт итә башлағанда, миңә 18 йәш ине. Мин ул ваҡытта типографияның иҙәнен һеперә инем. Вефилдә хеҙмәт итә алыуыма бик шат инем. Оҙаҡламай мин баҫыу машинаһынан сыҡҡан журналдарҙың ситтәрен тигеҙләп киҫеү станогында эшләй башланым.
Киләһе йылды Вефиль ғаиләһендә Көньяҡ Африкалағы филиалда хеҙмәт итергә теләгәндәр өсөн белдереү яңғыраны. Ҡәрҙәштәр унда яңы баҫтырыу машинаһын урынлаштырырға йыйына ине. Мин унда барырға теләй инем һәм ҡәрҙәштәргә был турала әйттем. Улар мине һайлағас, бик шатландым. Минән башҡа тағы өс ҡәрҙәште: Деннис Лич, Билл Маклеллан һәм Кен Нординды һайланылар. Беҙгә билеттарҙы тик бер яҡҡа ғына һатып алдылар. Беҙ Көньяҡ Африкала оҙаҡ ваҡыт дауамында хеҙмәт итеребеҙҙе яҡшы аңлай инек.
Мин әсәйемә шылтыраттым да: «Әсәй, һинең өсөн минең бер яңылыҡ бар: мин Көньяҡ Африкаға күсеп китәм!» — тип әйттем. Ул ныҡ иманлы, рухи ҡарашлы, тыныс кеше ине. Әсәйем әҙ һүҙле кеше булғанға, шул ваҡытта ла күпте әйтмәне, әммә ул минең ҡарарымды хуплағанын аңланым. Атай-әсәйем минең шулай йыраҡҡа киткәнем өсөн күңелһеҙләнһә лә, минең ҡарарыма бер ваҡытта ла ҡаршы булманы.
КӨНЬЯҠ АФРИКАҒА ЮЛ ТОТАМ!
Мин, Деннис Лич, Кен Нордин һәм Билл Маклеллан менән Кейптаундан Йоханнесбургка барған поезда. 1959 йыл
Беҙ, 60 йыл үткәс, Көньяҡ Африкалағы филиалда. 2019 йыл
Тәүҙә дүртебеҙҙе лә өс айға Бруклиндағы типографияға өйрәтергә ебәрҙеләр. Өйрәнеүҙән һуң беҙ Кейптаун ҡалаһына барған йөк судноһына ултырып киттек. Ул ваҡытта миңә 20 генә йәш тулған ине. Кисен беҙ Кейптаундан Йоханнесбургҡа барған поезға ултырҙыҡ. Таң атҡас, поезд Кару өлкәһендәге бер бәләкәй генә ҡалала туҡталыш яһаны. Был сүлле ерҙә һауа эҫе һәм туҙанлы ине. Тәҙрәнән ҡарап, Африкала беҙҙе ниндәй тормош көтә икән, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Күп йылдар уҙғас, беҙ яңынан был бәләкәй ҡалаларға килдек һәм улар ни тиклем күркәм икәнен аңланыҡ.
Бер нисә йыл дауамында беҙ линотип машинаһында «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарын баҫтырҙыҡ. Мин был станок өсөн хәрефтәр йыя инем. Был эш ҡатмарлы булһа ла, бик ҡыҙыҡлы ине. Беҙҙең филиал Африка халҡының төрлө телдәрендә сыҡҡан журналдар баҫтырҙы: Көньяҡ Африка өсөн генә түгел, ә шулай уҡ төньяҡта урынлашҡан илдәр өсөн дә. Эйе, яңы баҫтырыу машинаһы бөтә көскә эшләй ине. Беҙҙең шул тиклем йыраҡтан килеүебеҙ бушҡа булманы.
Һуңыраҡ мине офисҡа күсерҙеләр. Мин унда әҙәбиәтте баҫтырыу, ебәреү һәм тәржемә итеүгә бәйле эштәрҙә ҡатнаштым. Тормошом тулы, мәғәнәле һәм ваҡиғаларға бай ине!
ТУЙЫБЫҘ ҺӘМ ЯҢЫ БИЛДӘЛӘНЕҮЕБЕҘ
Мин ҡатыным Лора менән махсус пионер булып хеҙмәт иткәндә. 1968 йыл
1968 йылда мин Лора Боуэн исемле пионер апай-ҡәрҙәшкә өйләндем. Ул Вефиль янында йәшәй ине һәм тәржемә итеү бүлегенә сәркәтип булараҡ ярҙам итә ине. Ул ваҡытта яңы өйләнгән парҙарҙы Вефилдә ҡалдырмағанға, беҙҙе махсус пионерҙар итеп билдәләнеләр. 10 йыл Вефилдә йәшәгәндә минең ашарға ризығым да, йәшәргә урыным да булды. Шуға күрә хәҙер мин, махсус пионерҙарға бирелгән аҡсаға йәшәй алырбыҙмы икән, тип бер аҙ борсолдом. Һәр беребеҙгә ай һайын 25 рэнд пособие бирелә ине (ул ваҡытта был 35 долларға тиң ине). Был пособие сәғәт, ҡабат килеүҙәр һәм таратылған баҫмаларҙың нормаһын үтәгәндә генә бирелә торғайны. Был аҡса беҙгә йәшәү урынын, аҙыҡ, транспорт, дауаланыу һәм башҡа сығымдарыбыҙҙы ҡаплар өсөн түләнә ине.
Беҙҙе Һинд океанының ярында урынлашҡан Дурбан тигән ҡала янындағы бәләкәй төркөмгә билдәләнеләр. Унда күп һинд кешеләре йәшәй ине. Улар XIX быуаттың аҙағында шәкәр плантацияларында эшләр өсөн килгән. Уларҙың тоҡомдары хәҙер инде унда эшләмәй, әммә улар үҙ мәҙәниәтен һәм аштарын, шул иҫәптән карри тигән тәмле ризыҡ бешереү ғәҙәттәрен онотмаған. Бынан тыш, улар инглиз телендә һөйләшкәнгә, беҙгә улар менән аралашыу еңел ине.
Ул ваҡытта махсус пионерҙың хеҙмәт итеү нормаһы айына 150 сәғәт ине, шуға күрә беҙ Лора менән беренсе көндө 6 сәғәт хеҙмәт итергә булдыҡ. Көн бик эҫе һәм тынсыу ине. Килеп китеүҙәр һәм Изге Яҙма өйрәнеүҙәре булмағас, беҙгә өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләргә тура килде. Хеҙмәтте тамамларға ваҡыт килеп етте тип, сәғәткә ҡараһам, аптырап киттем: беҙ 40 минут ҡына хеҙмәт иткәнбеҙ икән! Мин, нисек итеп беҙ был норманы тултырырбыҙ, тип уйлап ҡуйҙым.
Тиҙҙән беҙ яңы графикка өйрәнеп киттек. Көн һайын беҙ үҙебеҙ менән бутербродтар һәм термоста аш йә кофе ала торғайныҡ. Ә ял итергә кәрәк булған саҡта үҙебеҙҙең бәләкәй фольксвагеныбыҙҙы берәй ағастың күләгәһенә ҡуя инек. Ҡайһы ваҡыт машинабыҙҙы һинд балалары уратып алып беҙҙе ҡыҙыҡһынып тикшерә торғайны. Бер нисә көндән һуң шуны аңланыҡ: иң мөһиме хеҙмәттә тәүге 2—3 сәғәтте түҙергә, ә ҡалған ваҡыт һә тигәнсе үтә.
Был территорияла йәшәгән ҡунаҡсыл кешеләргә хәҡиҡәтте еткереү күп шатлыҡ килтерҙе. Беҙ һинд халҡының ихтирамлы, киң күңелле һәм Аллаға ышаныусан икәнен күрҙек. Күп кенә индустар беҙ алып килгән хәбәр менән ҡыҙыҡһынды. Уларға Йәһүә, Ғайса Мәсих, Изге Яҙма, киләсәктәге яңы донъя һәм терелтеү тураһында белеү бик оҡшай ине. Бер йылдан һуң беҙ инде 20 Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрә инек. Көн һайын Изге Яҙма өйрәнгән ғаиләләрҙең береһе беҙҙе төшкө ашҡа саҡыра торғайны. Беҙ шул тиклем бәхетле инек!
Күп тә үтмәҫтән беҙҙе район хеҙмәтенә билдәләнеләр. Районыбыҙға Һинд океанының ярында урынлашҡан матур территория керә ине. Аҙна һайын беҙ, төрлө йыйылыштарға килеп, ҡәрҙәштәр менән хеҙмәткә бара торғайныҡ һәм берәй ғаиләлә туҡтала инек. Ҡәрҙәштәр беҙгә ғаилә һымаҡ булып китте. Беҙгә уларҙың балалары һәм йорт хайуандары менән ваҡыт үткәрергә бик оҡшай торғайны. Шулай итеп ике бәхетле йыл үтеп тә китте, әммә ҡапыл беҙгә филиалдан шылтыраттылар ҙа: «Беҙ бында һеҙҙе кире Вефилгә ҡайтарырға уйлайбыҙ», — тип әйттеләр. Мин: «Беҙгә бында ла бик оҡшай», — тип яуапланым. Әлбиттә, беҙ һәр урында хеҙмәт итергә әҙер инек.
ЯҢЫНАН ВЕФИЛГӘ ҠАЙТАБЫҘ
Мине хеҙмәт бүлегенә билдәләнеләр һәм мин унда рухи яҡтан етлеккән һәм тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек иттем. Ул ваҡытта һәр йыйылышҡа район күҙәтеүсеһе килеп киткәндән һуң, филиал, дәртләндергес һүҙҙәр һәм күрһәтмәләр яҙып, хаттар ебәрә торғайны. Хеҙмәт бүлегенең сәркәтиптәре көстәрен йәлләмәйенсә эшләй ине: тәүҙә улар район күҙәтеүселәренең отчеттарын коса, зулу һәм башҡа африкан телдәренән инглиз теленә, ә һуңынан филиал яҙған хаттарҙы шул африкан телдәренә тәржемә итә ине. Мин һәр ваҡыт был тәржемәселәр менән һоҡландым. Өҫтәүенә, улар миңә Африкала йәшәгән ҡара тәнле ҡәрҙәштәрҙең ауырлыҡтарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итте.
Ул ваҡытта Көньяҡ Африка Республикаһы апартеид системаһы аҫтында ине. Төрлө раса кешеләре бер-береһенән айырым йәшәргә тейеш булды. Шул арҡала улар бер-береһе менән аралаша алманы. Беҙҙең ҡара тәнле ҡәрҙәштәребеҙ тик үҙ телендә генә һөйләшә, вәғәзләй алды һәм үҙҙәренең туған телендә үткән йыйылыштарға ғына йөрөнө.
Мин ҡара тәнле ҡәрҙәштәрҙе бөтөнләй белмәй инем тиерлек, сөнки һәр ваҡыт инглиз йыйылышында хеҙмәт иттем. Хәҙер минең уларҙы яҡшыраҡ белергә һәм уларҙың мәҙәниәттәре һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкинлек тыуҙы. Мин уларҙың ялған дин менән бәйле йолалар арҡаһында ниндәй һынауҙар кисерергә тура килгәндәрен белдем. Сихырсылыҡ менән бәйле йолаларҙа ҡатнашыуҙарын теләп, туғандары һәм күршеләре уларға ҙур баҫым яһай ине. Бынан тыш, ауылдарҙа кешеләр бик ярлы йәшәне. Уларҙың күпселеге наҙан булһа ла, Алла Һүҙен хөрмәт итте.
Мин ҡәрҙәштәргә ғибәҙәт ҡылыу иреклегенә һәм нейтралитетҡа бәйле юридик һорауҙарҙа ярҙам иттем. Йәһүә шаһиттарының балалары гимн йырламағандары өсөн һәм башҡалар менән бергә доға ҡылмағандары өсөн мәктәптән ҡыуыла торғайны. Уларҙың ҡыйыулығы һәм Йәһүәгә тоғролоғо иманымды нығытты.
Эсватини илендә (ул ваҡытта Свазиленд тип атала ине) ҡәрҙәштәребеҙ башҡа бер ауырлыҡ менән осрашты. Король Собхуза II үлгәс, кешеләрҙең үлеләр менән бәйле бер йолала ҡатнашыуҙары талап ителде. Ир-аттар сәстәрен тулыһынса ҡырырға, ә ҡатындар ҡыҫҡа итеп киҫергә тейеш ине. Күп кенә ҡәрҙәштәребеҙ был йолала ҡатнашыуҙан баш тартҡандары өсөн эҙәрләүҙәргә дусар булды. Ул ҡәрҙәштәрҙең Йәһүәгә ҡарата тоғролоғо йөрәктәребеҙҙе йылытты, ә түҙемлектәре беҙҙе күпкә өйрәтте.
ЯҢЫНАН ТИПОГРАФИЯЛА ХЕҘМӘТ ИТӘМ
1981 йылда мине яңынан типографияға билдәләнеләр. Беҙ баҫтырыу эшенә компьютер технологияларын индерергә тейеш инек. Был иҫ киткес ваҡыт булды! Баҫтырыу ысулдары бик тиҙ үҙгәрә барҙы. Бер компания филиалыбыҙға яңы фотонабор баҫыу машинаһын бушлай ҡулланып ҡарарға тәҡдим итте. Был машина беҙгә оҡшаны, шуға беҙ туғыҙ линотип машинаһын яңы биш фотонабор баҫыу машинаһына алмаштырҙыҡ. Шулай уҡ беҙ яңы ротацион офсет баҫыу машинаһын урынлаштырҙыҡ. Типографиябыҙ яңы үҫеш кимәленә сыҡты!
Компьютер ярҙамында тексты биткә урынлаштырыу ысулы ла үҙгәрҙе. Беҙ «Күп телле электрон нәшриәт системаһы» (MEPS) тип аталған программаны ҡуллана башланыҡ. Беҙ Канаданан бында килгәндән бирле технологиялар бик ныҡ үҙгәрҙе. Беҙ, ниһайәт, ҙур, ауыр, яй эшләгән линотип машиналары менән хушлаштыҡ! (Ишағ. 60:17). Ул ваҡытҡа дүртебеҙ ҙә инде өйләнгән инек. Ҡатындарыбыҙ рухи ҡарашлы пионер булып хеҙмәт иткән апай-ҡәрҙәштәр ине. Беҙ Билл менән Вефилдә хеҙмәтебеҙҙе дауам иттек, ә Кен менән Деннис, балалары тыуғанға, Вефилде ҡалдырып үҙ ғаиләләре менән йәшәй ине.
Вефилдә эш күбәйгәндән-күбәйә барҙы. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт тағы ла күберәк телдәргә тәржемә ителде, баҫтырылды һәм башҡа филиалдарға ебәрелде. Ваҡыт үтеү менән яңы Вефиль комплексы кәрәк булды. Ҡәрҙәштәр уны төҙөр өсөн Йоханнесбург ҡалаһынан көнбайышта бер матур урынды һайланылар, һәм 1987 йылда бағышлау программаһы үтте. Көньяҡ Африка филиалының комитетында күп йылдар дауамында хеҙмәт итеү һәм ҙур эштәрҙә ҡатнашыу миңә шатлыҡ килтерҙе.
ЯҢЫ БИЛДӘЛӘНЕҮ
2001 йылда мине АҠШ-тағы яңы ғына барлыҡҡа килгән филиал комитетында хеҙмәт итергә билдәләнеләр. Мин быға бик ғәжәпләндем. Беҙҙе Көньяҡ Африкалағы яратҡан эшебеҙҙе һәм дуҫтарыбыҙҙы ҡалдырыу бер аҙ күңелһеҙләндерҙе. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙ Лора менән Ҡушма Штаттарҙағы Вефиль ғаиләһенә ҡушылыуыбыҙҙы тулҡынланып көтә инек.
Әлбиттә, беҙ Нью-Йоркта булып Лораның олоғайған әсәһе тураһында ҡайғырта алмаҫ инек. Уны нисек ҡалдырып китербеҙ, тип борсола инек. Бәхеткә ҡаршы, Лораның өс һеңлеһе әсәләре хаҡында ҡайғыртыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Улар: «Беҙ үҙебеҙ тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша алмайбыҙ, әммә әсәйебеҙҙе ҡарап торһаҡ, был һеҙгә үҙ хеҙмәтегеҙҙә ҡалырға ярҙам итер», — тинеләр. Беҙ уларға бик рәхмәтле!
Торонтола йәшәгән ағайым һәм уның ҡатыны шундай уҡ ярҙам рухы сағылдырҙы. Улар тол ҡалған әсәйебеҙҙе 20 йылдан артыҡ ҡараны. Беҙ уларҙың яратыуын һәм ҡайғыртыуын ҡәҙерләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ Лора менән Нью-Йоркка күсенгәс, әсәйем үлеп китте. Олоғайған атай-әсәйҙәр тураһында ҡайғыртыу ҡайһы ваҡыт еңел түгел, шуға күрә ҡорбандарға барырға әҙер булған туғандар — Йәһүәнән бирелгән ысын бүләк!
АҠШ-ҡа күскәс, бер нисә йыл мин Вефиль типографияһында эшләнем. Был йылдар дауамында әҙәбиәт сығарыу эше тағы ла яҡшырҙы һәм ябайлашты. Ә һуңыраҡ мине тәьмин итеү бүлегенә күсерҙеләр. Беҙҙең филиалда яҡынса 5 000 вефилсе хеҙмәт итә һәм 2 000 тирәһе ирекле хеҙмәтсе ярҙам итә. Миңә лә шундай ҙур филиалда 20 йылдан артыҡ хеҙмәт итеү хөрмәте тейҙе.
Эйе, 60 йыл элек мин бында хеҙмәт итәсәгемде күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Бөтә был йылдар дауамында Лора минең өсөн ысын терәк булды. Тормошобоҙ онота алмаҫлыҡ ваҡиғаларға бай булды. Беҙ Йәһүәгә ышанып тапшырған төрлө йөкләмәләре өсөн һәм бөтә донъя буйынса филиалдарға килеп киткән ваҡытта танышҡан һәм хеҙмәттәшлек иткән иҫ киткес ҡәрҙәштәр өсөн рәхмәтле. Хәҙер инде мин 80-дән уҙғанмын һәм элеккегә ҡарағанда әҙерәк эшләйем. Бәхеткә ҡаршы, филиалыбыҙҙа күп йәш ағай-ҡәрҙәш бар. Төп эште улар башҡара.
Мәҙхиә йырлаусы былай тип яҙған: «Аллаһы Йәһүә булған халыҡ бәхетле» (Зәб. 33:12). Мин уның менән тулыһынса риза. Йәһүәгә уның бәхетле халҡы менән хеҙмәт итә алғаныма сикһеҙ рәхмәтлемен!