Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp22 № 1 6—7 бб.
  • 1 | Кеше айырмағыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 1 | Кеше айырмағыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан принцип:
  • Был нимә аңлата?
  • Нисек ҡулланырға?
  • 3 | Фекер йөрөтөүегеҙҙе үҙгәртегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәт әйләнешен нисек туҡтатырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәт нисек тыуа?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәтте еңеп була!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
wp22 № 1 6—7 бб.
Ҡара тәнле ир — йылмайған аҡ тәнле ир кешенең фотоһын, ә аҡ тәнле ир йылмайған ҡара тәнле ирҙең фотоһын тотоп тора. Артҡы планда асыулы кешеләрҙең фотолары.

НӘФРӘТ ӘЙЛӘНЕШЕН НИСЕК ТУҠТАТЫРҒА?

1 | Кеше айырмағыҙ

Изге Яҙманан принцип:

«Алл[а] кеше айырма[й]... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (ҒӘМӘЛДӘР 10:34, 35).

Был нимә аңлата?

Йәһүәa Алла беҙҙең турала милләтебеҙгә, раса, тән төҫө йәки мәҙәниәтебеҙгә ҡарап фекер йөрөтмәй. Уның өсөн беҙҙең уйҙарыбыҙ һәм хистәребеҙ күпкә мөһимерәк. Эйе, «кеше — күҙҙәре күргәнде, ә Йәһүә йөрәкте күрә» (1 Самуил 16:7).

Нисек ҡулланырға?

Кешеләрҙең йөрәктәрен күрмәһәк тә, беҙ уларға, Алла кеүек, ғәҙел итеп, уларҙы айырмай ҡарай алабыҙ. Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалмағыҙ, һәр бер кеше үҙенә бер төрлө. Әгәр һеҙ, мәҫәлән, башҡа раса йә милләт кешеләренең үҙегеҙҙә тиҫкәре хистәр уятҡанын һиҙеп ҡалһағыҙ, Аллаға доға ҡылып, ундай хистәрҙе тамыры менән йолҡоп ташларға ярҙам итеүен һорағыҙ (Зәбур 139:23, 24). Кешеләргә ысынлап та ғәҙел ҡарарға теләгәнегеҙҙе күреп, Йәһүә Алла һеҙҙең доғағыҙға мотлаҡ яуап бирәсәк (1 Петр 3:12).

a Йәһүә — Алланың исеме (Зәбур 83:18).

«Минең элек аҡ тәнле кеше менән тыныс ҡына бергә ултырғаным да юҡ ине . . . Мин үҙемдең халыҡ-ара ҡәрҙәшлеккә ҡушылғанымды тойҙом» (ТАЙТУС).

Тормошта булған осраҡ. ТАЙТУС

Нәфрәт әйләнешенән ҡотолған

Тайтус.

Тайтус бер бандала торған, уның ағзаларын раса сегрегацияһы һәр ваҡыт ныҡ ярһытҡан. Ул былай тип һөйләй: «Башҡаларҙы һуғышырға ҡотортор өсөн генә, беҙ ҡара тәнлеләргә инергә ярамаған урындарға, мәҫәлән, ҡунаҡхана һәм барҙарға килә торғайныҡ». Тайтус элек асыуы ҡайнап торғанын таный: «Әгәр берәйһе менән бәхәсләшә башлаһам — ир кешеме ул, ҡатынмы, барыбер — мин һәр ваҡыт уға беренсе булып һуғып ебәрә торғайным».

Тайтус Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә һәм холҡон үҙгәртә башлаған. Изге Яҙма уға көслө йоғонто яһаған. Бигерәк тә уға Асылыш 21:3, 4-тәге, «үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ», тигән вәғәҙә тәьҫир иткән.

Тәүҙә Тайтусҡа күңелендәге нәфрәттән ҡотолор өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк булған. «Фекер йөрөтөүемде һәм тәртибемде үҙгәртеүе бик ауыр булды», — ти ул. Ғәмәлдәр 10:34, 35-тәге, Алла кеше айырмай, тигән һүҙҙәр уға бик ныҡ ярҙам иткән.

Һөҙөмтәлә нимә булған? Тайтус былай тип һөйләй: «Йәһүә шаһиттарының раса һәм тән төҫөнә ҡарамай бер-береһен ысынлап яратҡандарын күргәс, уларҙың дине хаҡ икәнен аңланым. Мин һыуға сумдырылғанға тиклем, беҙҙең йыйылыштағы аҡ тәнле бер Йәһүә шаһиты мине үҙенең өйөнә төшкө ашҡа саҡырҙы. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Минең элек аҡ тәнле кеше менән тыныс ҡына бергә ултырғаным да юҡ ине, уның өйөндә бергә ашау тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Мин үҙемдең халыҡ-ара ҡәрҙәшлеккә ҡушылғанымды тойҙом».

Тайтустың биографияһын, jw.org сайтына инеп, 2009 йылдың 1 октябрендә сыҡҡан «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 20—21-се биттәрендә уҡып була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу