Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w22 декабрь 2—7 бб.
  • Беҙ мәңге йәшәй алабыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Беҙ мәңге йәшәй алабыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘ МӘҢГЕ ЙӘШӘЙ
  • БЕҘ МӘҢГЕ ЙӘШӘР ӨСӨН БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕЛГӘНБЕҘ
  • ЙӘҺҮӘНЕҢ НИӘТЕ ҮҘГӘРМӘГӘН
  • БЕҘҘЕ ИҪ КИТКЕС КИЛӘСӘК КӨТӘ!
  • Мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Алла беҙҙең өсөн нимә эшләгән?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
  • Һеҙ ерҙә мәңге йәшәй алаһығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
  • Йәһүә ғаиләһендәге урынығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
w22 декабрь 2—7 бб.

49-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Беҙ мәңге йәшәй алабыҙ

«Алла бүләге — мәңгелек тормош» (РИМ. 6:23).

147-СЕ ЙЫР Вәғәҙә ителгән мәңгелек тормош

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Йәһүәнең мәңгелек тормош бирергә вәғәҙә итеүе беҙгә нисек тәьҫир итә?

ЙӘҺҮӘ үҙенә тыңлаусан булған кешеләргә мәңгелек тормош бүләк итергә вәғәҙә итә (Рим. 6:23). Был бүләк тураһында уйланғанда, беҙҙең Аллаға ҡарата яратыуыбыҙ тағы ла көслөрәк булып китә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: күктәге Атабыҙ беҙҙе шул тиклем ныҡ ярата, хатта беҙҙең менән һәр ваҡыт булырға теләй.

2. Алланың мәңгелек тормош тураһындағы вәғәҙәһе беҙгә нисек ярҙам итә?

2 Алланың мәңгелек тормош тураһындағы вәғәҙәһе беҙгә һынауҙар менән көрәшергә ярҙам итә. Дошмандар үлем менән янаһа ла, беҙ бирешмәйбеҙ. Ҡыйыу булып ҡалыуыбыҙҙың сере нимәлә? Ғүмеребеҙҙе юғалтһаҡ та, әммә Йәһүәгә тоғро ҡалһаҡ, ул беҙҙе терелтәсәк, һәм беҙҙең мәңге йәшәргә өмөтөбөҙ булыр (Яхъя 5:28, 29; 1 Кор. 15:55—58; Евр. 2:15). Мәңге йәшәү мөмкин икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? Әйҙәгеҙ, бер нисә дәлилде ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘ МӘҢГЕ ЙӘШӘЙ

3. Йәһүәнең беҙгә мәңгелек тормош бирә алғанын ҡайҙан беләбеҙ? (Зәбур 102:12, 24, 27).

3 Йәһүә — йәшәү Сығанағы, ул мәңге йәшәй, шуға беҙгә лә мәңгелек тормош бирә ала (Зәб. 36:9). Бына Йәһүәнең һәр ваҡытта булғанын һәм буласағын күрһәткән бер нисә аят. Зәбур 90:2-лә Йәһүә тураһында «мәңгенән-мәңгегә һин — Алла» тип әйтелә. Оҡшаш фекер 102-се мәҙхиәлә лә яҙылған. (Зәбур 102:12, 24, 27-неb уҡығыҙ.) Ә Абаҡум пәйғәмбәр күктәге Атабыҙ тураһында: «Эй Йәһүә, һин мәңгелектән түгелме? Изге Аллам, һин һис ҡасан үлмәйһең», — тип яҙған (Аб. 1:12).

4. Йәһүәнең һәр ваҡыт булғанын һәм буласағын аңламаһаҡ, борсолорға кәрәкме? Аңлатығыҙ.

4 Һеҙгә Йәһүәнең мәңге булыуын аңлауы ауырмы? (Ишағ. 40:28). Күпселек кешегә быға төшөнөүе еңел түгел. Илуй Алла тураһында: «Йәшәгән йылдарының һаны башҡа һыймаҫлыҡ», — тип әйткән (Әйүп 36:26). Ризалашырһығыҙ: әгәр беҙ нимәнелер аңламаһаҡ, был уның булмауын аңлатмай. Мәҫәлән, беҙ яҡтылыҡтың нимә икәнен тулыһынса аңламайбыҙ. Әммә кемдер, яҡтылыҡ юҡ, тип әйтә алырмы? Әлбиттә, юҡ! Шуның шикелле, беҙ, кешеләр, Йәһүәнең һәр ваҡыт булғанын һәм буласағын, моғайын, тулыһынса аңлап бөтөрә алмаҫбыҙ. Әммә был, Алла мәңге йәшәмәй, тигән һүҙ түгел. Барлыҡҡа килтереүсенең булыуы беҙҙең аңлауыбыҙҙан тормай (Рим. 11:33—36). Алла Ғаләмдә бер нәмә лә, мәҫәлән, ҡояш һәм йондоҙҙар булмағанда уҡ йәшәгән. Йәһүә үҙе тураһында: «Үҙ ҡөҙрәте менән ерҙе Булдырыусы», — ти. Тимәк, ул «күктәр» барлыҡҡа килгәнсегә тиклем булған (Ирем. 51:15; Ғәм. 17:24). Беҙҙең мәңге йәшәй алыуыбыҙға тағы ниндәй дәлилдәр бар?

БЕҘ МӘҢГЕ ЙӘШӘР ӨСӨН БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕЛГӘНБЕҘ

5. Әҙәм менән Һауаның ниндәй иҫ киткес мөмкинлеге булған?

5 Ерҙә йәшәгән бөтә тереклектең ғүмере сикле. Алла тик кешегә генә мәңге йәшәргә иҫ киткес мөмкинлек биргән. Әммә Йәһүә Әҙәмде: «Яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасына теймә, уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең», — тип киҫәткән (Баш. 2:17). Әҙәм менән Һауа Йәһүәне тыңлаған булһа, үлмәҫ ине. Тимәк, бер көндө Йәһүә уларға тормош ағасынан ашарға рөхсәт итер ине. Был уларға мәңге йәшәүгә гарантия булыр ине (Баш. 3:22)c.

Изге Яҙмалағы «мәңге» тигән һүҙ

«Мәңге» тип йыш ҡына ола́м тигән еврей һүҙе тәржемә ителә. Изге Яҙмала был һүҙ элек оҙаҡ ваҡыттар дауамында булған йә киләсәктә оҙаҡ ваҡыттар дауамында буласаҡ осорҙо аңлата, һәм был ваҡыттың башы йә аҙағы теүәл әйтелмәй (Еш. 24:2; Зәб. 24:7, 9). Ул шулай уҡ икһеҙ-сикһеҙ тигән мәғәнә йөрөтә. Йәһүә тап ошо мәғәнәлә мәңге (Зәб. 102:12, 24, 27). «Яңы донъя тәржемәһендә» был еврей һүҙе бына ошолайыраҡ тапшырыла: «мәңге», «мәңгелеккә» йә «борон замандар». Ә инде ниндәй һүҙҙе ҡулланырға икәнен контекст билдәләй.

6, 7. а) Кешеләрҙең үлергә тейеш булмағанына тағы ниндәй дәлилдәр бар? б) Рәсемдәрҙе ҡарағыҙ. Яңы донъяла һеҙ нимә менән шөғөлләнергә хыялланаһығыҙ?

6 Ғалимдар күптән түгел тикшереү үткәргәндән һуң, кеше мейеһе ғүмер дауамында йыя алған мәғлүмәттән күпкә күберәк мәғлүмәт һаҡлай ала, тигән һығымтаға килгән. Был факт бик ҡыҙыҡлы. 2010 йылда бер журналда, беҙҙең мейебеҙ 2,5 миллион гигабайт күләмендә мәғлүмәт һаҡлай ала, тип әйтелгән ине («Scientific American Mind»). Беҙ шул тиклем күп мәғлүмәтте өс миллион сәғәт буйы (йәғни 300 йыл буйы) туҡтауһыҙ телевизор ҡараһаҡ ҡына йыя алабыҙ. Бәлки, был һандар кәметелгәндер әле. Был нимәне күрһәтә? Йәһүә мейебеҙҙе 70 йә 80 йылда йыйған мәғлүмәттән күпкә күберәк мәғлүмәт һаҡлай алырлыҡ итеп барлыҡҡа килтергән (Зәб. 90:10).

7 Йәһүә беҙҙе шулай уҡ көслө йәшәү теләге менән барлыҡҡа килтергән. Изге Яҙмала Алла «кешеләрҙең күңеленә мәңгелек һалған» тип әйтелә (Вәғ. 3:11). Бына ни өсөн беҙ үлемде дошман тип һанайбыҙ ҙа (1 Кор. 15:26). Әгәр беҙ ныҡ ауырып китһәк, «ни эшләтәһең инде» тип, үлемде көтөп ултырырбыҙмы? Әлбиттә, юҡ! Беҙ тиҙерәк табиптарға йөрөй башлайбыҙ һәм дарыуҙар эсәбеҙ. Йәшәр өсөн беҙ бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Ә яҡындарыбыҙ үлһә — йәшме ул, оломо — был беҙгә күңел әрнеүе килтерә (Яхъя 11:32, 33). Яратыусан Барлыҡҡа килтереүсебеҙ мәңге йәшәүебеҙҙе теләмәһә, беҙгә шундай көслө йәшәү теләге һәм иҫ киткес һәләттәр бирмәҫ ине. Әммә беҙҙең мәңге йәшәй алыуыбыҙға ышандырырлыҡ башҡа сәбәптәр ҙә бар. Йәһүәнең элек һәм бөгөн башҡарған ниндәй эштәре үҙ ниәтен үҙгәртмәгәнен раҫлай?

Рәсемдәрҙә. Оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш өҫтәл артында ултыра. Өҫтәлдә күп дарыуҙар тора. Ул Изге Яҙманы уҡый һәм яңы донъяла йәш булғас, нимә эшләйәсәген күҙ алдына килтерә: 1) ул яхтала йөҙә; 2) ул һүрәт төшөрә; 3) ул шарлауыҡҡа походҡа бара.

Алдыбыҙҙа мәңгелек тормош, һәм беҙгә киләсәктә нимә эшләйәсәгебеҙ тураһында уйланыу бик оҡшай (7-се абзацты ҡарағыҙ.)f

ЙӘҺҮӘНЕҢ НИӘТЕ ҮҘГӘРМӘГӘН

8. Ишағыя 55:11-ҙә Йәһүәнең беҙгә ҡарата ниәте тураһында нимә әйтелә?

8 Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылһа ла һәм балаларын үлемгә дусар итһә лә, Йәһүә үҙ ниәтен үҙгәртмәгән. (Ишағыя 55:11-ҙеd уҡығыҙ.) Ул үҙенә тоғро булған кешеләргә һаман да мәңгелек тормош бүләк итергә теләй. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Әйҙәгеҙ, үҙ ниәтен үтәр өсөн Йәһүәнең нимә әйткәнен һәм нимә эшләгәнен ҡарап сығайыҡ.

9. Алла нимә вәғәҙә иткән? (Данил 12:2, 13).

9 Йәһүә, үлеләрҙе терелтәм һәм улар мәңге йәшәй аласаҡ, тип вәғәҙә иткән (Ғәм. 24:15; Тит. 1:1, 2). Әйүп пәйғәмбәр Алланың үлгәндәрҙе йәшәүгә ҡайтарырға ныҡ теләгәненә бер ҙә шикләнмәгән (Әйүп 14:14, 15). Данил пәйғәмбәр ҙә кешеләр терелә аласаҡ һәм башҡа үлмәйәсәк икәнен белгән (Зәб. 37:29; Данил 12:2, 13-төe уҡығыҙ). Ғайса көндәрендә йәшәгән йәһүдтәргә Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренә мәңгелек тормош бүләк итәсәге билдәле булған (Лука 10:25; 18:18). Ғайса уларға был вәғәҙә тураһында күп тапҡыр һөйләгән. Бынан тыш, ул үҙе лә терелтелгән булған (Матф. 19:29; 22:31, 32; Лука 18:30; Яхъя 11:25).

Сарептанан булған тол ҡатын үҙенең Ильяс пәйғәмбәр терелткән улын күрергә бик шат.

Ильяс пәйғәмбәр башҡарған терелтеү беҙҙе нимәгә инандыра? (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Терелтеү тураһындағы осраҡтар нимәне иҫбатлай? (Рәсемде ҡарағыҙ.)

10 Йәһүә — йәшәү Сығанағы, һәм уның үлгәндәргә йәшәү бирер өсөн көсө бар. Уның Ильяс пәйғәмбәргә Сарептала йәшәгән тол ҡатындың улын терелтер өсөн көс биргәнен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ (1 Бат. 17:21—23). Һуңыраҡ Елисей пәйғәмбәр Алла ярҙамы менән Шунам ҡатынының улын терелткән (2 Бат. 4:18—20, 34—37). Ошо һәм башҡа осраҡтар Йәһүәнең кешеләрҙе йәшәүгә ҡайтарырға көсө бар икәнен раҫлай. Ерҙә булғанда Ғайса кешеләрҙе терелтергә Алланан көсө булғанын иҫбатлаған (Яхъя 11:23—25, 43, 44). Ә хәҙер Ғайса күктә, һәм уға «күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ» бирелгән. Шуға күрә ул «ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһен» терелтәсәк тигән вәғәҙәһен үтәй алыр, һәм уларҙың бер ҡасан да үлмәҫкә өмөттәре булыр (Матф. 28:18; Яхъя 5:25—29).

11. Йолом нисек итеп беҙгә мәңге йәшәргә мөмкинлек асҡан?

11 Ни өсөн Йәһүә яратҡан улының ғазапланып үлеүен рөхсәт иткән? Ғайса былай тип аңлата: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16). Алла, улын гонаһтарыбыҙ өсөн ҡорбан итеп, беҙгә мәңге йәшәргә мөмкинлек асҡан (Матф. 20:28). Илсе Павел Алла ниәтенең был мөһим өлөшөн былай тип аңлата: «Үлем донъяға берәү аша килгән кеүек, үленән терелеү ҙә бер Кеше аша килде. Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ» (1 Кор. 15:21, 22).

12. Батшалыҡ Йәһүәнең беҙгә ҡарата ниәтен нисек үтәйәсәк?

12 Ғайса үҙенең шәкерттәрен, Алла Батшалығы килһен һәм ерҙә Алланың ихтыяры үтәлһен, тип доға ҡылырға өйрәткән (Матф. 6:9, 10). Ә Алланың ихтыяры кешеләрҙең ерҙә мәңге йәшәүе менән тығыҙ бәйле. Был ниәтте үтәр өсөн Йәһүә үҙенең улын күктәге Батшалыҡта батша итеп ҡуйған. Ғайсаның ерҙән алынған 144 000 ярҙамсыһы буласаҡ. Алла уларҙы күктә йыя, һәм улар Ғайса менән бергә Алланың ихтыярын үтәүҙә ҡатнашасаҡ (Асыл. 5:9, 10).

13. Йәһүә беҙҙең көндәрҙә нимә башҡара һәм беҙҙән нимә көтөлә?

13 Йәһүә шулай уҡ «бихисап күп халыҡты» йыя һәм уларҙы Алла Батшалығы идараһы аҫтында йәшәргә өйрәтә (Асыл. 7:9, 10; Яҡ. 2:8). Бөгөн донъя нәфрәт һәм һуғыштар менән тарҡалған булһа ла, был кешеләр дошманлыҡтың һәр төрөнән арынырға тырыша. Улар, образлы әйткәндә, «ҡылыстарын сүкеп төрәндәр» яһай (Миҡ. 4:3). Улар һуғыштарҙа ҡатнашмай, ә киреһенсә, яҡындарына Алла һәм уның ниәттәре тураһында белемдәр биреп «ысын тормошҡа» тотонорға ярҙам итә (1 Тим. 6:19). Алла Батшалығы яғында булғанға күрә, туғандары уларға ҡаршы сығырға мөмкин, шулай уҡ уларҙың матди ауырлыҡтары булырға мөмкин. Әммә Йәһүә уларға бар кәрәклеһен биреп тора (Матф. 6:25, 30—33; Лука 18:29, 30). Бының барыһы Алла Батшалығы ысынында бар икәненә һәм ул Батшалыҡ Йәһүәнең ниәтен үтәйәсәгенә ышандыра.

БЕҘҘЕ ИҪ КИТКЕС КИЛӘСӘК КӨТӘ!

14, 15. Йәһүәнең үлемде юҡ итәм тигән вәғәҙәһе нисек үтәлер?

14 Ғайса бөгөн идара итеүсе Батша булараҡ, Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләрен үтәйәсәк (2 Кор. 1:20). Ул 1914 йылдан алып дошмандарының араһында хакимлыҡ итә (Зәб. 110:1, 2). Оҙаҡламай ул хакимдаштары менән бергә яуыз кешеләрҙе юҡ итер (Асыл. 6:2).

15 Меңйыллыҡ идара ваҡытында Ғайса үлгәндәрҙе терелтер һәм тыңлаусан кешеләргә камил булып китергә ярҙам итер. Ә һуңғы һынауҙан һуң Йәһүә тәҡүә тип һанаған кешеләр «ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәб. 37:10, 11, 29). Шунан һуң һуңғы дошман үлем юҡҡа сығыр. Был бөтәһенә лә шатлыҡ килтерер (1 Кор. 15:26).

16. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә беҙҙең этәргес ниәтебеҙ ниндәй булырға тейеш?

16 Күреүебеҙсә, мәңге йәшәргә өмөтөбөҙ тулыһынса Алла Һүҙенә нигеҙләнгән. Был өмөт беҙгә һуңғы көндәрҙә хәҡиҡәттә ныҡ ҡалырға һәм Йәһүә менән Ғайсаға тоғро булырға ярҙам итер. Әммә Йәһүә беҙҙе хуплаһын өсөн этәргес ниәтебеҙ иҫән ҡалыу теләге түгел, ә Аллаға һәм уның Улына ҡарата ҡайнар яратыу булырға тейеш (2 Кор. 5:14, 15). Тап шундай яратыу беҙҙе Йәһүә менән Ғайсанан өлгө алырға һәм башҡаларға өмөтөбөҙ тураһында һөйләргә дәртләндерә (Рим. 10:13—15). Әгәр беҙ эскерһеҙ һәм йомарт булырға өйрәнһәк, Йәһүә беҙгә мәңге дуҫ булырға теләр (Евр. 13:16).

17. Һәр беребеҙҙән нимә көтөлә? (Матфей 7:13, 14).

17 Беҙ мәңгелек тормошҡа эйә булғандар араһында булырбыҙмы? Йәһүә беҙгә шундай мөмкинлекте асҡан. Ә хәҙер инде был юлдан барырғамы, юҡмы икәне үҙебеҙҙән тора. (Матфей 7:13, 14-те уҡығыҙ.) Мәңгелек тормош ниндәй булыр икән? Был һорауға яуапты киләһе мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Кешеләр мәңге йәшәр өсөн барлыҡҡа килтерелгәненә ниндәй дәлилдәр бар?

  • Йәһүә кешеләрҙең мәңге йәшәүен һаман да теләгәнен ҡайҙан беләбеҙ?

  • Һеҙ ни өсөн мәңге йәшәргә теләйһегеҙ? Төп этәргес ниәтегеҙ ниндәй?

141-СЕ ЙЫР Тормош — ғәжәп бүләк

a Һеҙ мәңге йәшәргә теләйһегеҙме? Йәһүә беҙгә шундай ваҡыт етәсәк тип вәғәҙә итә. Ул ваҡытта үлем тураһындағы фекер хатта уйыбыҙға ла килмәҫ. Был мәҡәләлә Алла вәғәҙәһенең үтәләсәгенә бер нисә дәлилде ҡарап сығырбыҙ.

b Зәбур 102:12, 24, 27: «Әммә һин, эй Йәһүә, мәңге тораһың, даның быуындан-быуынға йәшәр. 24 Мин: „Эй Раббым, — тинем, — Мине ғүмерем уртаһында алып китмә, һинең йылдарың бит быуындан-быуынға килә. 27 Әммә һин һәр ваҡыт шул уҡ, ғүмер йылдарың мәңге бөтмәҫ“».

c «Изге Яҙмалағы „мәңге“ тигән һүҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.

d Ишағыя 55:11: «Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай. Ул үтәлмәйенсә миңә кире ҡайтмаҫ, мин теләгәнде, һис шикһеҙ, башҡарыр, уны нимә өсөн ебәрһәм, шуны үтәр».

e Данил 12:2, 13: «Ер ҡуйынында йоҡлаусыларҙың күптәре уянасаҡ. Ҡайһы берҙәре — мәңгелек тормош өсөн, ә ҡайһы берҙәре шелтәләү һәм мәңгелек хурлыҡ өсөн уянасаҡ. 13 „Һин иһә ахырға тиклем ныҡ булып ҡал. Һин тәрән йоҡоға талырһың, әммә көндәр ахырында әжереңде алыу өсөн торорһоң“».

f ФОТОҺҮРӘТ: оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш киләсәктә нимә эшләйәсәген күҙ алдына килтерә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу