Уҡыусыларҙың һорауҙары
Сөләймән төҙөгән ғибәҙәтхананың алғы бүлмәһе ниндәй бейеклектә булған?
Ғибәҙәтхананың Изге урынына инер өсөн алғы бүлмә аша үтергә кәрәк булған. 2023 йылға тиклем сығарылған «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһендә» 2 Йылъяҙма 3:4 былай тип тәржемә ителгән: «Ғибәҙәтхананың алғы бүлмәһенең оҙонлоғо 20 терһәк ине һәм йорттоң киңлегенә тиң ине, ә бейеклеге 120 ине». Изге Яҙманың башҡа тәржемәләрендә лә шул уҡ һан — «120 терһәк» килтерелә. Улай булһа, был манараның бейеклеге 53 метр булған!
Әммә 2023 йылдан башлап сығарылған «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһендә» ғибәҙәтхананың алғы бүлмәһенең «бейеклеге 20 терһәк»a (йәғни яҡынса 9 метр) тип тәржемә ителгән. Был үҙгәрештәр өсөн бына бер нисә сәбәп.
1 Батшалар 6:3-тә алғы бүлмәнең бейеклеге тураһында әйтелмәй. Батшалар китаптарын яҙған Йәрәмиә был аятта алғы бүлмәнең бейеклеге тураһында түгел, ә оҙонлоғо, киңлеге тураһында әйткән. Артабан киләһе бүлектә ғибәҙәтхананың төрлө әйберҙәрен, шул иҫәптән баҡыр диңгеҙ, ун баҡыр арба һәм алғы бүлмә янында торған ике баҡыр бағананы ентекләп һүрәтләп бирә (1 Бат. 7:15—37). Әгәр алғы бүлмә 50 метр ашыуҙан бейеклектә булған булһа һәм ғибәҙәтхананан бейегерәк булһа, ни өсөн Йәрәмиә был турала әйтмәгән? Быуаттар үткәс тә, еврей тарихсылары алғы бүлмәнең ғибәҙәтхананан бейегерәк булғаны хаҡында яҙмаған.
Тикшереүселәр әйтеүенсә, алғы бүлмә 120 терһәк бейеклектә булһа, уның стеналары емерелер ине. Боронғо ваҡытта таштан һәм кирбестән яһалған ҡоролмалар, мәҫәлән, Мысырҙағы ғибәҙәтхананың ҡапҡалары кеүек ҡоролмаларҙың нигеҙе бик киң булған, ә өҫкө яғы тар булған. Ләкин Сөләймәндең ғибәҙәтханаһы башҡаса төҙөлгән булған. Ғалимдар фараз итеүенсә, уның стеналары 6 терһәктән (йәғни 2,7 метр) киңерәк булмаған. Был хаҡта архитектура тарихсыһы Те́одор Бу́синк бындай һөҙөмтә яһай: «Алғы бүлмә стеналарының ҡалынлығын иҫәпкә алһаҡ, уның бейеклеге 120 терһәк була алмаған».
Яҙмаларҙы күсереп яҙыусылар 2 Йылъяҙма 3:4-тә хата ебәрә алған. Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа был аятта «120» тип яҙылған. Ә башҡа абруйлы ҡулъяҙмаларҙа, мәҫәлән, Александрия кодексында (б. э. V быуатҡа ҡарай) һәм Амвросиан кодексында (б. э. VI быуатҡа ҡарай) был аятта «20 терһәк» тип яҙылған. Ни өсөн күсереп яҙыусы «120» тип яңылыш яҙа алған? Еврей телендә «120» тигән һан — «йөҙ һәм егерме» тип, ә «20 терһәк» «терһәк егерме» тип яҙыла. «Йөҙ» һәм «терһәк» тигән һүҙҙәр бик оҡшаш яҙыла, шуға күрә күсереп яҙыусы, «терһәк егерме» урынына, «йөҙ һәм егерме» тип яҙа алған.
Әлбиттә, беҙгә бындай нескәлектәрҙе белеү ҡыҙыҡлы, һәм беҙ Сөләймән төҙөгән ғибәҙәтхананы теүәлерәк төшөрөргә тырышабыҙ. Ләкин ул ғибәҙәтхана бөйөк рухи ғибәҙәтхананың күләгәһе булып торған, һәм беҙҙең өсөн был мөһим. Рухи ғибәҙәтханала табына алғаныбыҙ өсөн беҙ Йәһүәгә бик рәхмәтле! (Евр. 9:11—14; Асыл. 3:12; 7:9—17).
a 2 Йылъяҙма 3:4-кә килтерелгән төшөрмәлә: «Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа — „120“, ә башҡа ҡулъяҙмаларҙа һәм Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә „20 терһәк“ тип яҙылған».