Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 март 32 б.
  • Көҙгө менән дөрөҫ ҡулланығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Көҙгө менән дөрөҫ ҡулланығыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Нишләп мин тышҡы ҡиәфәтем өсөн борсолам?
    Йәштәрҙең 10 һорауына яуаптар
  • Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем
    Йәһүәгә шатланып йырлағыҙ
  • Ғайсаның ҡустыһынан өйрәнегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Һеҙ артабан да үҙгәрергә әҙерме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 март 32 б.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Көҙгө менән дөрөҫ ҡулланығыҙ

Шәкерт Яҡуп Изге Яҙманы көҙгө менән сағыштырған, сөнки Изге Яҙма беҙҙең ысынында ниндәй икәнебеҙҙе күрергә ярҙам итә (Яҡ. 1:22—25). Был көҙгө менән нисек ҡулланырға?

Иғтибар менән уҡығыҙ. Көҙгөгә өҫтән-мөҫтән генә ҡараһаң, ниндәйҙер етди етешһеҙлекте күрмәүебеҙ бар. Изге Яҙма менән дә шулай уҡ: әгәр уны өҫтән-мөҫтән генә уҡыһаҡ, үҙебеҙҙә нимәне үҙгәртергә кәрәк икәненә иғтибар итмәүебеҙ бар. Быны күрер өсөн, Алла Һүҙен иғтибар менән уҡырға кәрәк.

Башҡаларға түгел, үҙегеҙгә ҡарағыҙ. Көҙгөгә ситтән ҡараһаҡ, беҙ унда үҙебеҙҙе түгел, ә башҡа кешене күрәбеҙ. Изге Яҙманы уҡығанда ла шундай уҡ хәл булырға мөмкин: башҡаларҙың ғына йомшаҡ яҡтарын күреүебеҙ ихтимал. Әммә шулай эшләп, беҙ үҙ етешһеҙлектәребеҙҙе төҙәтә алмаҫбыҙ.

Үҙегеҙҙән күпте көтмәгеҙ. Көҙгөлә насар яҡтарыбыҙҙы күреп, уларға сиктән тыш иғтибар бирһәк, төшөнкөлөккә бирелеүебеҙ бар. Шуға күрә Алла Һүҙен уҡығанда айыҡ аҡыллы булһаҡ һәм үҙебеҙҙән Йәһүә талап иткәндән күберәкте талап итмәһәк, яҡшы булыр (Яҡ. 3:17).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу