Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 апрель 14—19 бб.
  • Ҡәрҙәштәргә яҡынлашыу ҡайһылай яҡшы!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ҡәрҙәштәргә яҡынлашыу ҡайһылай яҡшы!
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • НИ ӨСӨН ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ЯҠЫНЛАШЫУ ЯҠШЫ?
  • ИМАНДАШТАРҒА ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕГЕҘ
  • «АРАҒЫҘҘА БҮЛЕНЕШТӘР БУЛМАҺЫН»
  • «ЭШТӘР МЕНӘН ИХЛАС ЯРАТЫҒЫҘ»
  • Йәһүә һеҙҙе наҙлы итеп ярата
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Аллаға яҡынлашыу беҙҙең өсөн бәхет!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • «Биреүҙә бәхет күберәк»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 апрель 14—19 бб.

16-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

87-СЕ ЙЫР Килеп, көс-дәрт ал!

Ҡәрҙәштәргә яҡынлашыу ҡайһылай яҡшы!

«Ҡайһылай яҡшы, күңелле, туғандарҙың бергә татыу йәшәгәне!» (ЗӘБ. 132:1).

ТӨП ФЕКЕР

Ҡәрҙәштәр менән дуҫ булыу ни өсөн яҡшы һәм улар менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға нимә ярҙам итер?

1, 2. Йәһүә өсөн нимә мөһим һәм беҙҙән ул нимә көтә?

БАШҠАЛАР менән нисек мөғәмәлә итеүебеҙ Йәһүә өсөн бик мөһим. Ғайса: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», — тип өйрәткән (Матф. 22:37—39). Шуға беҙ башҡаларға, улар Йәһүәгә хеҙмәт итәме-итмәйме икәненә ҡарамаҫтан, игелек күрһәтәбеҙ. Шулай итеп беҙ Аллабыҙҙан өлгө алабыҙ, сөнки «ул үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүәләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра» (Матф. 5:45).

2 Йәһүә бөтә кешеләрҙе ярата, әммә уға тыңлаусан булғандар уның өсөн айырыуса ҡәҙерле (Яхъя 14:21). Ул беҙҙән дә уның хеҙмәтселәрен ысын йөрәктән яратыуыбыҙҙы көтә. Шуға күрә ул беҙҙе «бер-берегеҙҙе ныҡ яратығыҙ» һәм «бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ» тип өндәй (1 Пет. 4:8; Рим. 12:10). Ғәҙәттә, беҙ туғандарыбыҙҙы һәм яҡын дуҫтарыбыҙҙы шулай ныҡ яратабыҙ.

3. Мөхәббәт тураһында әйткәндә, беҙ нимәне иҫтә тоторға тейеш?

3 Мөхәбәтте бүлмәлә үҫкән гөл менән сағыштырып була. Уны һәр ваҡыт хәстәрләп торорға кәрәк. Илсе Пауыл мәсихселәргә: «Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ», — тип яҙған (Евр. 13:1). Йәһүә үҙ йөрәгебеҙҙә бер-беребеҙгә ҡарата мөхәббәт үҫтереүебеҙҙе теләй. Был мәҡәләлә беҙ ҡәрҙәштәргә яҡынлашыу ни өсөн яҡшы икәнен һәм дуҫлығыбыҙҙы нығытырға нимә ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ.

НИ ӨСӨН ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ЯҠЫНЛАШЫУ ЯҠШЫ?

4. Ҡәрҙәшлек араһында булған берҙәмлекте ҡәҙерләргә нимә ярҙам итер? (Зәбур 132:1). (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

4 Зәбур 132:1-ҙе уҡығыҙ. Мәҙхиә йырлаусы, имандаштарыбыҙ менән булыу «яҡшы» һәм «күңелле», тип яҙған. Беҙ уның һүҙҙәре менән тулыһынса риза. Әйҙәгеҙ, ошондай миҫал өҫтөндә уйланайыҡ. Моғайын, беҙ көн һайын бер матур, ҙур ағас янынан үтәбеҙҙер һәм уның менән һоҡланып алыр өсөн бер ҡасан да туҡтап тормағанбыҙҙыр. Шуның кеүек, Алла халҡы араһында булған берҙәмлектең ни тиклем ғәжәйеп булыуын күҙҙән ысҡындырыуыбыҙ бар. Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе йыш — аҙнаһына бер нисә тапҡыр күрәбеҙ. Шуға күрә быға ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарай башлауыбыҙ бар. Шулай булмаһын өсөн нимә эшләргә? Ҡәрҙәштәргә ҡарата мөхәббәтебеҙ һыуынмаһын өсөн, уларҙың һәр береһе йыйылыш һәм шәхсән беҙҙең өсөн бигерәк ҡәҙерле икәне тураһында уйланыу мөһим.

Фотоһүрәттәрҙә: 1) ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ матур ағас менән һоҡлана; 2) һуңыраҡ ул региональ конгреста шатланып аралашҡан ҡәрҙәштәр араһында ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙе йылы итеп ҡосаҡлай.

Алла халҡы араһындағы ғәжәйеп берҙәмлеккә бер ҡасан да ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарамағыҙ. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)


5. Үҙ-ара яратыуыбыҙ башҡа кешеләргә нисек тәьҫир итә?

5 Кешеләр беренсе тапҡыр осрашыуҙарыбыҙға килгәндә йыш ҡына үҙ-ара яратыуыбыҙға иғтибар итә. Ҡайһы берәүҙәр өсөн был хәҡиҡәтте тапҡанына дәлил булып тора. Ғайса: «Әгәр бер-берегеҙҙе яратһағыҙ, барыһы ла һеҙҙең минең шәкерттәрем икәнегеҙҙе белер», — тигән (Яхъя 13:35). Бына Ча́йтра исемле бер ҡыҙҙың миҫалы. Ул Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнгән. Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ уны региональ конгресҡа саҡырған. Беренсе көндө үк Чайтра былай тигән: «Атай-әсәйем мине бер ҡасан да ҡосаҡламаны. Ә бында мине бер көн эсендә 52 тапҡыр ҡосаҡланылар! Шулай итеп Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре аша мине ныҡ яратыуына ышандырҙы. Минең дә был татыу ғаиләлә булғым килә». Чайтра Изге Яҙманы өйрәнеүен дауам иткән һәм 2024 йылда һыуға сумдырылған. Эйе, йыш ҡына игелекле эштәребеҙ һәм бер-беребеҙгә ҡарата яратыуыбыҙ кешеләрҙе Йәһүәнең хеҙмәтселәре булып китергә дәртләндерә (Матф. 5:16).

6. Имандаштарыбыҙ менән дуҫлыҡ беҙҙе нимәнән яҡлай?

6 Имандаштарыбыҙ менән дуҫ булыу беҙҙең өсөн яҡлау булып тора. Илсе Пауыл мәсихселәрҙе: «Берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ», — тип өндәгән (Евр. 3:13). Ҡайһы саҡта, төшөнкөлөккә бирелеп, беҙҙең дөрөҫ юлдан тайпылыуыбыҙ бар (Зәб. 72:2, 17, 23). Шул саҡта Йәһүә иғтибарлы ҡәрҙәшебеҙ аша беҙгә ярҙам итә. Шундай дуҫтарыбыҙҙың булыуы ни тиклем яҡшы!

7. Мөхәббәт менән берҙәмлек үҙ-ара нисек бәйле? (Колосстарға 3:13, 14).

7 Бөтә ер йөҙөндә йәшәгән имандаштарыбыҙ бер-береһенә яратыу күрһәтергә тырыша (1 Яхъя 4:11). Был күп яҡшы емештәр килтерә. Мәҫәлән, мөхәббәт бер-беребеҙҙең етешһеҙлектәренә яраҡлашырға ярҙам итә, ә был, үҙ сиратында, берҙәмлеккә килтерә (Колосстарға 3:13, 14-те уҡығыҙ; Эфес. 4:2—6). Беҙҙең осрашыуҙарҙа булған татыулыҡ донъяла бер ерҙә лә юҡ.

ИМАНДАШТАРҒА ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕГЕҘ

8. Йәһүә беҙгә берҙәмлекте һаҡларға нисек ярҙам итә?

8 Ҡәрҙәшлек араһында булған берҙәмлек — ул мөғжизә. Ул тик Йәһүәнең ярҙамы менән генә мөмкин. Беҙ камил булмаһаҡ та, ул беҙҙе берләштергән (1 Кәр. 12:25). Алла бер-беребеҙҙе яратырға өйрәтә (1 Тис. 4:9). Ул быны нисек эшләй? Уның Һүҙендә ҡәрҙәштәребеҙ менән ысын дуҫ булырға ярҙам иткән аныҡ кәңәштәр бар. Уларҙы өйрәнһәк һәм ҡулланһаҡ, Аллаға үҙебеҙҙе өйрәтергә мөмкинлек бирәбеҙ (Евр. 4:12; Яҡ. 1:25). Бөтә донъя буйынса Йәһүә шаһиттары тап шулай эшләй ҙә.

9. Римдарға 12:9—13-тә яҙылған һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

9 Алла Һүҙе беҙгә башҡалар өсөн яҡшы дуҫ булырға нисек ярҙам итә? Пауылдың Римдарға 12:9—13-тә яҙылған һүҙҙәрен ҡарап сығайыҡ (уҡығыҙ). «Бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ [«бер-берегеҙгә ихтирам күрһәтеүҙә беренсе булығыҙ», ЯДТ]» тигән һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. Был һүҙҙәр нимәне аңлата? Башҡаларға игелек эшләр өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ, мәҫәлән, улар менән йылы мөғәмәлә итегеҙ, ҡунаҡсыл, йомарт булығыҙ һәм уларҙы ысын күңелдән кисерегеҙ (Эфес. 4:32). Ҡәрҙәштең һеҙҙән ярҙам һорауын көтмәгеҙ, ә үҙегеҙ беренсе булып уға ярҙам тәҡдим итегеҙ. Шул саҡта һеҙ Ғайсаның «алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» тигән һүҙҙәрен татырһығыҙ (Илс. 20:35).

10. Бер-беребеҙҙе хөрмәт итеүҙә тырыш булыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

10 Иғтибар итегеҙ, «бер-берегеҙгә ихтирам күрһәтеүҙә беренсе булығыҙ» тигән һүҙҙәрҙән һуң Пауыл: «Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ», — тип әйткән. Эшсән кеше эште теләп һәм тырышып башҡара. Йөкләмәне алғанда, ул уны еренә еткереп башҡара. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:27, 28-ҙә: «Ҡулыңдан яҡшылыҡ килә икән, мохтаждарға игелек ҡыл», — тип әйтелә. Шуға күрә ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамға мохтаж булыуын күргәс, беҙ уға шунда уҡ булышлыҡ күрһәтәбеҙ. Беҙ быны оҙаҡҡа һуҙмайбыҙ һәм уның хаҡында башҡа берәү ҡайғыртыр тип уйламайбыҙ (1 Яхъя 3:17, 18).

Йәш ир ҡәрҙәшебеҙ оло йәштәге ҡәрҙәшкә ярҙам итә. Ул баҫҡысҡа баҫып, ҡыйыҡ башын ҡойолған япраҡтарҙан таҙарта.

Мохтаж кешеләргә ярҙам итегеҙ: беренсе булып аҙым яһағыҙ. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)


11. Имандаштарыбыҙ менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға нимә ярҙам итер?

11 Башҡаларҙы хөрмәт итеүҙең тағы бер ысулы — улар беҙҙе рәнйеткәндә уларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк ғәфү итеү. Эфестарға 4:26-ла: «Ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын», — тип әйтелә. Ни өсөн был мөһим? 27-се аятта әйтелгәнсә, беҙ шулай итеп Иблискә урын ҡалдырмайбыҙ. Үҙенең Һүҙендә Йәһүә беҙҙе кисерергә ҡат-ҡат өндәй. Колосстарға 3:13-тә: «Бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ», — тип әйтелә. Имандаштарыбыҙ менән дуҫлығыбыҙҙы нығытыр өсөн, уларҙың хаталарына иғтибар итмәү һәм үпкәләмәү бик мөһим. Кисерә белеү бер-беребеҙ менән татыу йәшәргә һәм берҙәмлекте һаҡлап ҡалырға ярҙам итер (Эфес. 4:3).

12. Йәһүә беҙгә бер-беребеҙҙе ғәфү итергә нисек ярҙам итә?

12 Әлбиттә, беҙҙе рәнйеткәндәрҙе ғәфү итеү ауыр булырға мөмкин. Әммә Алланың рухы менән беҙ быны булдыра алабыҙ. «Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ» һәм «тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ» тигән һүҙҙәрҙән һуң Изге Яҙмала: «Изге Рух менән янып тороғоҙ», — тип яҙылған. Тимәк, изге рух беҙгә Аллаға тыңлаусан булырға көслө теләк бирә ала. Бына ни өсөн беҙ Йәһүәнән ялбарып изге рух һорайбыҙ (Лука 11:13).

«АРАҒЫҘҘА БҮЛЕНЕШТӘР БУЛМАҺЫН»

13. Нимә арҡаһында бүленештәр тыуырға мөмкин?

13 Йыйылыш төрлө кешеләрҙән тора (1 Тим. 2:3, 4). Әгәр һаҡ булмаһаҡ, мәҫәлән, кейем һәм тышҡы ҡиәфәткә, күңел асыуға һәм һаулыҡ хаҡында ҡайғыртыуға төрлө ҡарашта булыуыбыҙ бүленештәр тыуҙырырға мөмкин (Рим. 14:4; 1 Кәр. 1:10). Шуға күрә, беҙҙең фекеребеҙ иң яҡшыһы тип, башҡаларға уны тағыу дөрөҫ булмаҫ. Шулай эшләп, беҙ Алланан бер-беребеҙҙе яратырға өйрәнгән булыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ (Флп. 2:3).

14. Беҙгә нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн?

14 Бынан тыш, беҙ һәр ваҡыт башҡаларҙы нығытһаҡ һәм рухландырһаҡ, бүленештәргә урын ҡалдырмаҫбыҙ (1 Тис. 5:11). Күп йылдар йыйылышҡа йөрөмәгән йә йыйылыштан ситләштерелгән ҡәрҙәштәрҙең күбеһе һуңғы ваҡытта кире ҡайта башланы, һәм беҙ быға бик шат! (2 Кәр. 2:8). 10 йыл йыйылышҡа йөрөмәгән ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ Батшалыҡ залына килгәс, бына нимә тигән: «Мине йылмайып һәм ҡул биреп йылы итеп ҡаршы алдылар» (Илс. 3:19). Был ябай ғына игелекле эштәр уға ниндәй йоғонто яһаған? Ул былай тип дауам итә: «Әйтерһең дә, Йәһүә үҙе мине ҡулымдан етәкләп, мин яңынан бәхетле була алған урынға алып килде». Әгәр башҡаларҙы нығытабыҙ икән, Мәсих беҙҙе «эштән йонсоғандар, ауыр йөк күтәреп йөрөгәндәрҙе» йыуатыр өсөн ҡуллана алыр (Матф. 11:28, 29).

15. Беҙ тағы нисек берҙәмлекте һаҡлай алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

15 Беҙ тағы нисек берҙәмлекте һаҡлай алабыҙ? Нимә һөйләүебеҙгә иғтибарлы булыу мөһим. Әйүп 12:11-ҙә: «Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ, һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай түгелме ни?» — тип дөрөҫ әйтелгән. Яҡшы ашнаҡсы башҡаларға ризыҡ тәҡдим итер алдынан тәүҙә уны үҙе тәмләп ҡарай. Шуның кеүек, беҙгә лә башҡаларға нимәлер әйтер алдынан уйларға кәрәк (Зәб. 140:3). Һүҙҙәребеҙҙең башҡаларҙы рухландырыуын, нығытыуын һәм уларға файҙа килтереүен теләйбеҙ (Эфес. 4:29).

Ир ҡәрҙәшебеҙ әҙер ризыҡты ҡунаҡтарға тәҡдим итер алдынан тәүҙә үҙе тәмләп ҡарай.

Нимә әйтерегеҙ хаҡында уйланығыҙ — һүҙҙәрегеҙҙе «тәмләп» ҡарағыҙ. (15-се абзацты ҡарағыҙ.)


16. Айырыуса кемдең һүҙҙәре рухландырғыс булырға тейеш?

16 Айырыуса ғаилә башлыҡтарының һәм ата-әсәләрҙең һүҙҙәре рухландырғыс булырға тейеш (Кол. 3:19, 21; Тит. 2:4). Был аҡһаҡалдарға ла ҡағыла. Улар Йәһүәнең һарыҡтары өсөн йыуаныс һәм көс сығанағы булырға тейеш (Ишағ. 32:1, 2; Ғал. 6:1). Изге Яҙмала: «Һүҙҙең урынлы әйтелгәне яҡшы!» — тип бушҡа ғына әйтелмәгән бит (Ғиб. һүҙ. 15:23).

«ЭШТӘР МЕНӘН ИХЛАС ЯРАТЫҒЫҘ»

17. Ҡәрҙәштәрҙе ысын күңелдән яратырға нимә ярҙам итер?

17 Илсе Яхъя беҙҙе «һүҙҙәр менән түгел, ә эштәр менән ихлас яратырға» өндәй (1 Яхъя 3:18). Беҙ имандаштарыбыҙҙы ысын күңелдән яратырға теләйбеҙ. Шундай мөхәбәтте нисек үҫтереп була? Улар менән күберәк ваҡыт үткәргән һайын, беҙ уларға яҡыныраҡ булып китәбеҙ һәм уларҙы тағы ла нығыраҡ ярата башлайбыҙ. Шуға күрә улар менән бергә булыр өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ, мәҫәлән, йыйылыш осрашыуҙарында һәм хеҙмәттә аралашығыҙ. Уларға ҡунаҡҡа йөрөгөҙ һәм уларҙы үҙегеҙгә саҡырығыҙ. Шулай эшләп, Алла бер-беребеҙҙе яратырға өйрәткәнен күрһәтербеҙ (1 Тис. 4:9). Шул саҡта «ҡайһылай яҡшы, күңелле, туғандарҙың бергә татыу йәшәгәне» тигән һүҙҙәрҙең ысын булыуын үҙебеҙ татырбыҙ! (Зәб. 132:1).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ни өсөн ҡәрҙәштәргә яҡын булыу яҡшы?

  • Беҙ нисек беренсе булып башҡаларға хөрмәт күрһәтә алабыҙ?

  • Беҙгә берҙәмлекте һаҡларға нимә ярҙам итер?

90-СЫ ЙЫР Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу