ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
Һүрәттәрҙе ҡарап өйрәнегеҙ
Беҙҙең әҙәбиәттә күп һүрәттәр бар һәм уларҙың барыһынан да мөһим һабаҡтар алып була. Был һабаҡтар беҙгә файҙа килтерһен өсөн нимә эшләргә?
Мәҡәләне уҡыр алдынан ундағы һүрәттәрҙе ҡарап сығығыҙ. Тәмле, матур ризыҡ аппетит уятҡан кеүек, һүрәттәр ҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға уҡыр алдынан үҙегеҙҙән: «Мин нимә күрәм?» — тип һорағыҙ (Амос 7:7, 8).
Мәҡәләне уҡығанда, ни өсөн тап ошо фотоһүрәттәр һәм рәсемдәр килтерелә икән, тип уйланығыҙ. Уларҙың аҫтындағы комментарийҙарҙы уҡығыҙ. Был һүрәттәр мәҡәләләге темаға һәм һеҙҙең тормошоғоҙға нисек бәйле булыуы хаҡында уйланығыҙ.
Мәҡәләне уҡып сыҡҡас, һүрәттәргә тағы ла иғтибар итегеҙ һәм улар ярҙамында төп фекерҙәрҙе ҡабатлағыҙ. Шунан күҙегеҙҙе йомоғоҙ һәм һүрәттәрҙе күҙ алдына килтереп, уларға бәйле һабаҡтарҙы иҫкә төшөрөгөҙ.
Был журналдағы һүрәттәрҙе тағы бер тапҡыр ҡарап сығығыҙ. Улар һеҙҙе нимәгә өйрәткәнен иҫкә төшөрә алаһығыҙмы?