ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
Рухи ынйыларығыҙ менән уртаҡлашығыҙ
Изге Яҙманы өйрәнеү беҙгә шатлыҡ һәм көс өҫтәй. Һеҙ бынан күберәк рәхәтлек табырға теләйһегеҙме? Улайһа, белгәндәрегеҙҙе башҡаларға һөйләгеҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25-тә: «Сарсағанға һыу биреүсенең үҙенә лә һыу бирерҙәр», — тип әйтелә.
Ниндәйҙер мәғлүмәтте башҡаларға һөйләү уны яҡшыраҡ иҫтә ҡалдырырға һәм тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Шулай уҡ Изге Яҙмалағы белемдәр менән бүлешкәндә беҙ тағы ла бәхетлерәк булып китәбеҙ (Илс. 20:35).
Өйгә эш. Ошо аҙнала шәхси өйрәнеү ваҡытында тапҡан яңы фекерҙәрҙе берәйһенә һөйләргә тырышығыҙ. Мәҫәлән, туғандарығыҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, эштәге хеҙмәттәшегеҙ, синыфташығыҙ, күршегеҙ йә хеҙмәттә осратҡан кеше менән бүлешергә була. Үҙ һүҙҙәрегеҙ менән ябай итеп һөйләгеҙ.
Нимәне иҫтә тотоу мөһим? Маҡсатығыҙ — башҡаларҙы һоҡландырыу түгел, ә уларҙы нығытыу (1 Кәр. 8:1).