Етәксе кәңәшмәнең хаты
Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр!
Ишағыя пәйғәмбәр бер ваҡыт бындай һүҙҙәр яҙған: «Беҙ эшләгән бар нәмә һинең ярҙамың менән башҡарыла» (Ишағ. 26:12). Ишағыя баҫалҡылыҡ менән шуны таныған: сәскә атҡан Йәһүҙә батшалығы Йәһүәнең ярҙамы менән генә уңышҡа ирешә алған. Ойошмабыҙҙың үткән йылдағы ҡаҙаныштары тураһында уйланып, беҙ ҙә Ишағыя пәйғәмбәр һүҙҙәренә ҡушылабыҙ. Йәһүә ысындан да «быға тиклем... эшләмәгән ғәжәп эштәр ҡыла» (Сығ. 34:10). Әйҙәгеҙ, уның йомарт ҡулынан алған фатихаларҙың бер нисәһен ҡарап сығайыҡ.
Беҙҙең рәсми сайтыбыҙ баһалап бөтөргөһөҙ файҙа килтерә. Хәҙер уны 600-ҙән ашыу телдә ҡарап була. Шулай уҡ ундағы әҙәбиәтте 750-нән ашыу телдә сайттың үҙендә йә унан күсереп алып уҡырға була. Эскерһеҙ кешеләргә хәҡиҡәтте еткереү йәһәтенән сайтыбыҙ ни ҡәҙәр уңышлы? Бер осраҡты ҡарап сығайыҡ. Бер ғаилә дини кешеләрҙең ике йөҙлөлөгө арҡаһында дингә ҡарата ышанысын юғалтҡан. Улар хәҡиҡәтте эҙләй торғас, сайтыбыҙға юлыҡҡан. Һәм сайтыбыҙға улар даими рәүештә инә башлаған, әҙәбиәтте уҡыған, видеояҙмалар ҡараған. Улар хатта, «Изге Яҙманы һәр көн тикшереү» тигән брошюраны күсереп алып, уны көн һайын ике йәш үҫмер балаһы менән уҡый башлаған. Шулай бер көндө, иртән, улар көндәлек шиғырҙы уҡып ултырған саҡта, Йәһүә шаһиттары ишек шаҡыған. Йәһүә шаһиттары был ғаиләнең сайт ярҙамында тормоштарында инде күп нәмәне үҙгәрткәнен күргән. Улар татуировкаларҙан, пирсингтан арынған, дин менән бәйле һүрәттәрҙе ташлаған, донъяуи байрамдарҙы үткәреүҙән һәм мәсихселәр өсөн яраҡһыҙ фильмдарҙы ҡарауҙан туҡтаған. Был үҙгәрештәрҙең барыһын да улар Йәһүә шаһиттары менән осрашҡанға тиклем яһаған! Был хат яҙылған ваҡытта, шул ир менән ҡатын һәм уларҙың балаларының береһе вәғәзсе булып киткән, һәм ир менән ҡатын һыуға сумдырылырға йыйына ине.
Беҙгә шулай уҡ тағы бер ғәжәп яңы нәмә — интернет-телевидениебыҙ өсөн күп рәхмәт һүҙҙәре килә. Хәҙер ай һайын әҙерләнгән программабыҙ 70-тән артыҡ телдә сығарыла, ә киләсәктә ул тағы ла күберәк телгә тәржемә ителәсәк. Күп ғаиләләр уны Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисе ваҡытында ҡарай. Бер ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Йәһүә ойошмаһының был тиклем ҙур булғаны юҡ ине әле, әммә беҙ Йәһүә шаһиттарының баш идаралығына тағы ла яҡыныраҡ икәнебеҙҙе тоябыҙ!»
Конгрестар — Йәһүәнең халҡы өсөн һәр ваҡыт мөһим ваҡиға булып тора. 2015 хеҙмәт йылында ла ер шарының төрлө төбәктәрендә бер-бер артлы региональ конгрестар үтте. Конгрестың программаһына 42 видеояҙма һәм иллюстрация инде. Конгресс өсөн 6 музыкаль заставка әҙерләнде. Программаның һәр өлөшө шул иҫ киткес заставкаларҙың береһе менән башланды. Бер тәжрибәле ағай-ҡәрҙәш программа тураһында былай тигән: «Конгресҡа килгәндәр берәй нәмәне ишетмәй ҡалмаҫ өсөн, бер минутҡа ла урындарын ҡалдырырға теләмәне, шикелле». Миссионер булып хеҙмәт иткән бер апай-ҡәрҙәш: «Видеояҙмалар ярҙамында хәҡиҡәт һәм Батшалыҡ минең өсөн элеккегә ҡарағанда ла ысыныраҡ булып китте», — тип уртаҡлашҡан.
Былтыр Йәһүә беҙҙе шулай уҡ яңы Батшалыҡ йырҙары менән фатихаланы. Бер ғаилә былай тип яҙған: «Яңы йырҙарҙы тыңлағанда, Йәһүә беҙҙе ҡосаҡлаған кеүек тойола. Улар тормошобоҙҙағы ҡараңғы мәлдәрҙе яҡтырта». Конгреста беҙ шулай уҡ «Күҙәтеү манараһы»ның оркестры һәм хоры тураһында күберәк белдек. Күп тырышлыҡ һалып, улар матур музыка барлыҡҡа килтерә һәм шулай итеп Йәһүәне данлай!
Һеҙҙең йыйылышығыҙ күсмә стенд менән вәғәзләүҙә ҡатнашамы? Был хеҙмәт төрөн дә ысын фатиха тип атарға була! Уның ярҙамында ябыҡ хосуси территорияларҙа һәм күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгән ҡайһы бер кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе беренсе тапҡыр ишеткән, шулай уҡ башҡа кешеләр ҙә, шул иҫәптән актив булмаған Йәһүә шаһиттары ла кәрәкле рухи ярҙам алған. 2015 йылдың ғинуар айында Көньяҡ Кореяла күсмә стенд янына бер кеше килгән. Ул күптән түгел генә рухи нәмәләр менән бәйле һорауҙар тураһында уйлана башлағаны хаҡында әйткән. Уның менән Изге Яҙма өйрәнеүе башлағандар. Февраль айында ул беренсе тапҡыр йыйылыш осрашыуына килгән, мартта тартыуын ташлаған, ә апрелдә Көньяҡ Кореяла урынлашҡан филиалға барып килгән. Хәҙер был ир рухи яҡтан үҫеүен дауам итә. Был Йәһүә шаһиттарының бөтә донъя баш идаралығына билдәле булған күп осраҡтарҙың береһе генә.
Конгреста алған әҙәбиәт ҡасандыр әүҙем хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәребеҙҙе, һуң булмаҫ борон, Йәһүәнең наҙлы ҡосағына, ҡайтырға дәртләндерһен, тип доға ҡылабыҙ! Беҙ барығыҙҙы ла, йыйылышҡа ҡайтҡан ҡәрҙәштәребеҙҙе, Йәһүәнән үрнәк алып, йылы ҡаршы алырға саҡырабыҙ (Йәз. 34:16).
Эйе, Йәһүә үткән хеҙмәт йылында үҙ халҡын мул итеп фатихаланы. Беҙҙе киләсәктә нимә көтә? Көтәйек һәм күрербеҙ. Ә шул арала Етәксе кәңәшмәләге ағай-ҡәрҙәштәрҙең һеҙҙең һәр берегеҙҙе бик ныҡ яратыуына һәм һеҙҙең хаҡта гел доға ҡылып тороуына бер ҙә шикләнмәгеҙ.
Һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ,
Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе
© 2016 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania