Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 171 мәҡәлә
  • Иблистең тышҡы ҡиәфәте ниндәй?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Иблистең тышҡы ҡиәфәте ниндәй?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Изге Яҙмала Иблис нисек һүрәтләнә?
  • Изге Яҙмала нимә әйтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Шайтан ысынлап та бармы?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Иблискә ҡаршы тор
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 171 мәҡәлә

Иблистең тышҡы ҡиәфәте ниндәй?

Изге Яҙманан яуап

Иблис — рухи шәхес, ул беҙҙең күҙгә күренмәй. Тимәк, уның физик тәне юҡ (Эфестарға 6:11, 12).

Иблистең мөгөҙлө, ҡойроҡло һәм һәнәк тотҡан кәзәгә оҡшаш йән эйәһе ҡиәфәтендәге киң таралған һүрәте.

Иблисте, ғәҙәттә, мөгөҙлө, ҡойроҡло һәм һәнәк тотҡан кәзәгә оҡшаш йән эйәһе итеп һүрәтләйҙәр. Уны ошондай ҡиәфәттә иң беренсе булып Урта быуат рәссамдары төшөрә башлаған тип һанала. Уларға, күрәһең, халыҡ фольклоры һәм боронғо мифология тәьҫир иткән.

  • Изге Яҙмала Иблис нисек һүрәтләнә?

  • Иблис хаҡындағы Изге Яҙмалағы аяттар

Изге Яҙмала Иблис нисек һүрәтләнә?

Иблисте һүрәтләр өсөн Изге Яҙмала бер нисә образ ҡулланыла. Был образдар уның тышҡы ҡиәфәтен түгел, ә эске асылын һүрәтләй. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:

  • Яҡтылыҡ фәрештәһе. Кешеләрҙе Алланан алып китеп, үҙ яғына ауҙарыр өсөн, ул игелек ҡылыусы булып ҡылана (2 Кәринттәргә 11:14).

  • Үкереүсе арыҫлан. Ул көслө ярһыу менән Алланың хеҙмәтселәренә ташлана (1 Петер 5:8).

  • Ҙур аждаһа. Ул ҡурҡыу уята, ғәйәт ҙур көскә эйә һәм бик күп зыян килтерә ала (Асылыш 12:9).

Иблис хаҡындағы Изге Яҙмалағы аяттар

  • 2 Кәринттәргә 11:14: «Иблис үҙе яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә инә».

    Аңлатма. Иблис, кешеләр Алланы түгел, ә уны тыңлаһын өсөн, игелек ҡылыусы булып ҡылана.

  • Эфестарға 6:11: «Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алла биргән хәрби кейемдәргә кейенегеҙ».

    Аңлатма. Кешеләр Алланы тыңламаһын өсөн, Иблис төрлө алымдар ҡуллана.

  • Яҡуп 4:7: «Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул саҡта ул һеҙҙән ҡасыр».

    Аңлатма. Иблискә ҡаршы тороп була, бының өсөн уны түгел, ә Алланы тыңларға кәрәк.

  • 1 Петер 5:8: «Дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан шикелле, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй».

    Аңлатма. Аллаға тыңлаусан кешеләрҙе Иблис күрә алмай һәм уларҙың Алла менән дуҫлығын емерергә тырыша.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу