Anna Moneymaker/Getty Images
УЯУ БУЛЫҒЫҘ!
Ғалимдар Ҡиәмәт сәғәтен алға күсергәндәр. Изге Яҙмала нимә әйтелә?
2023 йылдың 24 ғинуарында ғалимдар символик Ҡиәмәт сәғәтенеңa уғын алғараҡ күсерә. Хәҙер сәғәттең уғы төнгө 12-гә бик яҡын тора, һәм был кешелектең үҙ-үҙен юҡ итеү ваҡыты тағы ла яҡынлашҡанын аңлата.
«Шишәмбе көнө кешелектең ниндәй ҡурҡыныс аҫтында булыуын күрһәткән Ҡиәмәт сәғәте алға күсерелде. Быға тиклем әле бер ҡасан да был сәғәттең уғы төн уртаһына шул тиклем яҡын булмаған әле. Был Украиналағы һуғыш, ядро һуғышы ҡубып китеү ҡурҡынысы һәм климат көрсөгө менән бәйле» (AFP International Text Wire).
«Ғалимдар, шишәмбе көнө Ҡиәмәт сәғәте алға күсерелде, тип хәбәр итте. Хәҙер ул төн уртаһына тиклем 90 секунд ҡалғанын күрһәтә. Кешелек армагеддонға бер ҡасан да шул тиклем яҡын булмаған әле» (ABC News).
«Халыҡ-ара ғалимдар төркөмө кешелеккә бығаса һис ҡасан булмаған хәүеф янауы тураһында иҫкәртә» (The Guardian).
Планетабыҙ һәм унда йәшәгәндәрҙең барыһы ла ысынлап та юҡ ителерме? Беҙгә киләсәктән ҡурҡырға кәрәкме? Изге Яҙмала был хаҡта нимә әйтелә?
Киләсәктә беҙҙе нимә көтә?
Изге Яҙмала, «ер мәңге тора[саҡ]» һәм кешеләр «унда мәңге йәшәйәсәк», тип әйтелә (Вәғәзсе 1:4; Зәбур 37:29). Шуға күрә кешеләр планетабыҙҙы бер ҡасан да һәләк итмәйәсәк һәм уны тереклек йәшәй алмаған урынға әйләндермәйәсәк.
Шулай ҙа Изге Яҙмала ахыр тураһында әйтеп кителә. Мәҫәлән, унда «донъя һәм уның теләктәре үтеп китә» тиелә (1 Яхъя 2:17).
Был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын «Донъяның ахыры етеп киләме? Донъя юҡ ителерме?» тигән мәҡәләнән белеп була.
Бәлки, һеҙҙе «Донъя ахыры ҡасан килер?» тигән мәҡәлә лә (тат.) ҡыҙыҡһындырыр.
Ыңғай ҡараш өсөн сәбәптәр
Донъяла ауырлыҡтар күп булһа ла, Изге Яҙма беҙгә киләсәккә ыңғай ҡараш менән ҡарарға ярҙам итә. Нисек итеп?
Изге Яҙмала күп аҡыллы кәңәштәр бар (2 Тимофейға 3:16, 17). Мәҫәлән, «Борсолоуҙарҙы нисек контролдә тоторға?» тигән мәҡәләнән (тат.) Изге Яҙманың беҙгә, тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, нисек ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам иткәнен белеп була.
Изге Яҙма киләсәккә ныҡлы ышаныс бирә (Римдарға 15:4). Унда беҙҙе яҡын арала, шулай уҡ киләсәктә нимә көткәне аңлатыла. Быны белеү беҙгә, донъяла булып ятҡан ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, йән тыныслығы һаҡларға ярҙам итә.
Һеҙ Изге Яҙманан күберәк файҙа ала алһын, беҙ һеҙгә Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса түләүһеҙ курс тәҡдим итәбеҙ.
a «Ҡиәмәт сәғәте кешелек үҙе уйлап сығарған ҡурҡыныс технологиялар арҡаһында үҙ-үҙен юҡ итеүгә ни тиклем яҡын икәнен күрһәтә. Был символик сәғәт янаған ҡурҡыныстар тураһында киҫәтеп тора. Планетабыҙҙа иҫән ҡалырға теләһәк, беҙгә был ҡурҡыныстарҙы бөтөрөр өсөн нимәлер эшләргә кәрәк» (Bulletin of the Atomic Scientists).