Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 34 мәҡәлә
  • Алла миңә яуап бирерме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алла миңә яуап бирерме?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Изге Яҙмала нимә әйтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Аллаға нисек доға ҡылырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Доға Алла менән дуҫлыҡты нығыта
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Доға ҡылыу Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
Башҡаларын асырға
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 34 мәҡәлә

Алла минең доғаларыма яуап бирерме?

Изге Яҙманан яуап

Изге Яҙма ла, тормоштағы төрлө осраҡтар ҙа Алланың доғаларға яуап биреүен күрһәтә. Изге Яҙмала: «Ул [Алла] уны хөрмәт итеүселәрҙең теләктәрен үтәй, ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара», — тип уҡыйбыҙ (Зәбур 145:19). Әммә һеҙҙең доғаларығыҙға Алла яуап бирерме, юҡмы — уныһы күберәк үҙегеҙгә бәйле.

Алла өсөн нимә мөһим?

  • Беҙ Аллаға доға ҡылырға тейешбеҙ, ә Ғайсаға ла, Мәрйәмгә лә түгел, изгеләргә лә, фәрештәләргә лә, һүрәттәргә лә түгел. Тик Йәһүә генә «Доғаларҙы Тыңлаусы» тип атала (Зәбур 65:2).

  • Алланың ихтыярына ярашлы, йәғни Изге Яҙмала яҙылған талаптарға тура килтереп, доға ҡылырға кәрәк (1 Яхъя 5:14).

  • Ғайса исеме хаҡына, уның ролен танып, доға ҡылырға кәрәк. «Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тигән Ғайса (Яхъя 14:6).

  • Ышаныс менән доға ҡылырға, иман етмәһә, күберәк иман биреүен һорарға кәрәк (Матфай 21:22; Лука 17:5).

  • Кеселекле һәм эскерһеҙ булырға. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Йәһүә юғары булһа ла, баҫалҡыны [кеселеклене] күрә» (Зәбур 138:6).

  • Өҙлөкһөҙ доға ҡылырға. Ғайса: «Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр», — тигән (Лука 11:9).

Алла өсөн нимә мөһим түгел?

  • Һеҙҙең расағыҙ йә милләтегеҙ. Алла «кеше айырма[й]... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәмәлдәр 10:34, 35).

  • Һеҙҙең кәүҙә торошо. Аллаға ултырған килеш тә, баҫып та, башығыҙҙы түбән эйеп тә, тубыҡланып та доға ҡыла алаһығыҙ (1 Йылъяҙма 17:16; Зәбур 95:6; Данил 6:10; Марк 11:25).

  • Ҡысҡырыпмы әллә эстән генә доға ҡылаһығыҙмы. Кеше башҡаларға һиҙҙермәй эстән генә доға ҡылһа ла, Алла уға яуап бирә (Ниҡәми 2:1—6).

  • Борсолоуҙарығыҙ етдиме әллә ғәҙәттәгеме. Алла «һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» һәм «үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе» уға йөкмәтергә саҡыра (1 Петр 5:7).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу