Изге Яҙмала ҡан ебәреү тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала ҡандан тыйылырға тигән әмер бирелә. Тимәк, беҙ дауаланыуҙамы, ашаған ризыҡтамы, ҡанды һәм уның дүрт төп өлөшөн ҡулланмайбыҙ. Киләһе аяттарға иғтибар итегеҙ:
Башланмыш 9:4. Туфандан һуң Алла Нухҡа һәм уның ғаиләһенә хайуандарҙың итен ашарға рөхсәт иткән, әммә ҡанды ашауҙан тыйған. Алла Нухҡа былай тигән: «Әммә йәне булғанды, йәғни ҡанлы итте, ашамағыҙ». Шул ваҡыттан бирле был әмер бөтә кешелеккә ҡағыла, сөнки бөтә кеше лә Нухтан килеп сыҡҡан.
Левиттар 17:14. «„Һис бер йән эйәһенең ҡанын еймәгеҙ“, – тинем. Сөнки һәр йән эйәһенең йәне – ҡанында. Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр». Йәһүә өсөн йән, йәғни ҡандағы ғүмер, уныҡы булған. Был ҡанун исраилдарға ғына бирелһә лә, уның аша Йәһүә ҡан ҡулланыуға ни тиклем етди ҡарағанын күрһәтә.
Илселәр 15:20. «Ҡандан тыйылығыҙ». Нухҡа биргән әмерҙе Алла мәсихселәргә лә биргән. Тарих буйынса, беренсе быуаттағы мәсихселәр ҡан ҡулланыуҙан баш тартҡан. Улар уны хатта дауаланғанда ла ҡулланмаған.
Ни өсөн Алла ҡандан тыйылырға ҡуша?
Бының өсөн медицина яғынан да етди сәбәптәр бар. Әммә иң мөһиме шул: Алла өсөн ҡан изге. Шуға ла ул ҡандан тыйылырға ҡушҡан (Левиттар 17:11; Колосстарға 1:20).