Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 52 мәҡәлә
  • Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Алла кешеләр өсөн нимә ниәтләгән?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Һин Йәһүәнең дуҫы була алаһың
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Алла — ул иң яҡшы дуҫ
    Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Аллаға нисек яҡынлашып була?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
Башҡаларын асырға
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 52 мәҡәлә

Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?

Изге Яҙманан яуап

Йәшәү мәғәнәһе хаҡындағы һорау төрлөсә яңғырарға мөмкин, мәҫәлән: «Мин нимә өсөн йәшәйем?», «Минең йәшәү маҡсатым бармы?» Изге Яҙмала, йәшәү мәғәнәһе — Алла менән дуҫлыҡ үҫтереүҙә, тип әйтелә. Бына Изге Яҙмалағы бер нисә иң мөһим хәҡиҡәт.

  • Алла — беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙ. Изге Яҙмала: «Беҙҙе ул яратҡан, ә беҙ үҙебеҙҙе түгел», — тип яҙылған (Зәбур 100:3, төшөрмә; Асылыш 4:11).

  • Һәр нәмәне, һәр тереклекте, шул иҫәптән беҙҙе Алла билдәле бер маҡсат менән булдырған (Ишағыя 45:18).

  • Ул беҙҙе рухи ихтыяждар менән, шул иҫәптән йәшәү мәғәнәһен аңларға теләк менән барлыҡҡа килтергән (Матфей 5:3). Һәм Алла ошо ихтыяждарҙың ҡәнәғәтләндерелеүен теләй (Зәбур 145:16).

  • Алла менән дуҫлыҡ үҫтереп, беҙ рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерәбеҙ. Кемгәлер Алла менән дуҫлашыу тигән фекер ысынға ашмаҫлыҡ хәл булып күренәлер, әммә Изге Яҙма беҙҙе: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр», — тип саҡыра (Яҡуб 4:8; 2:23).

  • Алла менән дуҫлашыр өсөн, беҙгә уның ҡушҡандарын үтәп йәшәргә кәрәк. Уның беҙгә ҡарата ниәте хаҡында Вәғәзсе 12:13-тә былай тип яҙылған: «Алланы тәрән хөрмәт ит, уның әмерҙәрен үтә, был — кешенең төп бурысы бит».

  • Киләсәктә Алланың беҙгә ҡарата ниәте тулыһынса үтәләсәк. Ул саҡта Алла, бөтә ғазаптарҙы ла бөтөрөп, үҙенә тоғро хеҙмәт иткән дуҫтарына мәңгелек тормош бүләк итәсәк (Зәбур 37:10, 11).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу