Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 63 мәҡәлә
  • Ғайса тәрелә үлгәнме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса тәрелә үлгәнме?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Аллаға ғибәҙәт ҡылғанда тәре ҡулланмай?
    Йәһүә шаһиттары тураһында йыш бирелгән һорауҙар
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 63 мәҡәлә

Ғайса тәрелә үлгәнме?

Изге Яҙманан яуап

Күп кешеләр өсөн тәре — христиан диненең символы. Ләкин Изге Яҙма Ғайсаны язалау ҡоралын аныҡ итеп һүрәтләмәй, шуға күрә берәү ҙә уның формаһы ниндәй булғанын тулы ышаныс менән әйтә алмай. Шулай ҙа Изге Яҙмала Ғайсаның тәрелә түгел, ә вертикаль бағанала үлтерелгәненә дәлилдәр бар.

Изге Яҙмала, Ғайсаны язалап үлтереү ҡоралы тураһында һүҙ барғанда, стауро́с тигән грек һүҙе ҡулланыла (Матфай 27:40; Яхъя 19:17). Был һүҙ йыш ҡына «тәре» тип тәржемә ителһә лә, күп ғалимдар фекеренсә, уның төп мәғәнәһе — «вертикаль бағана»a. Бер мәҡәләлә әйтелгәнсә, стауро́с «бер ҡасан да мөйөш яһап беркетелгән ике бағананы аңлатмай» (A Critical Lexicon and Concordance to the English and Greek New Testament).

Изге Яҙмала шулай уҡ кси́лон тигән һүҙ стауро́с һүҙенең синонимы булараҡ ҡулланыла (Ғәмәлдәр 5:30; 1 Петр 2:24). Был һүҙ «бүрәнә», «бағана» йәки «ағас» тигән һүҙҙәрҙе белдерәb. Бер сығанаҡта ошондай һығымта яһала: «Яңы Ғәһедтең грек телендәге тексында бының ике бүрәнә булыуын күрһәткән бер нәмә лә юҡ» (The Companion Bible).

Алла тәрегә табыныуҙы хуплаймы?

Crux simplex (крукс си́мплекс) — енәйәтселәрҙе язалау өсөн ҡулланылған бағананы аңлатҡан латин телендәге һүҙбәйләнеш

Ғайсаны язалау ҡоралы ниндәй генә булмаһын, аҫта килтерелгән факттар һәм Изге Яҙмалағы аяттар шуны күрһәтә: беҙ Аллаға табынғанда тәре ҡулланырға тейеш түгел.

  1. Алла һүрәттәр һәм символдар, шул иҫәптән тәре, ҡулланып табыныуҙы ҡабул итмәй. Алла Израиль халҡына үҙенә табыныуҙа ниндәй ҙә булһа һүрәт ҡулланыуҙы тыйған. Мәсихселәргә лә «ялған илаһтарға табыныуҙан» ҡасырға ҡушылған (Ҡанун 4:15—19; 1 Коринфтарға 10:14).

  2. Беренсе быуаттағы мәсихселәр Аллаға табыныуҙа тәре ҡулланмағанc. Мәсихселәр илселәрҙең өйрәтеүҙәрен тоторға һәм уларҙың үрнәгенә эйәрергә тейеш (2 Фессалоникаларға 2:15).

  3. Тәрегә табыныу мәжүси йолаларҙан башланғыс алаd. Мәсих үлгәндән һуң йөҙләгән йылдар үткәс һәм сиркәүҙәр уның өйрәтеүҙәренән йыраҡлашҡас, христиан диненә күскән кешеләргә «үҙҙәренең мәжүси тамғаларын һәм символдарын», шул иҫәптән тәрене лә ҡулланырға рөхсәт ителгән, тип аңлатыла Вайндың һүҙлегендә (The Expanded Vine’s Expository Dictionary of New Testament Words). Ләкин Изге Яҙмала, кешеләрҙе дингә йәлеп итеү өсөн мәжүси символдарҙы ҡулланыу тыйыла, тип әйтелә (2 Коринфтарға 6:17).

a New Bible Dictionary, Third Edition, edited by D. R. W. Wood, page 245; Theological Dictionary of the New Testament, Volume VII, page 572; The International Standard Bible Encyclopedia, Revised Edition, Volume 1, page 825; and The Imperial Bible-Dictionary, Volume II, page 84.

b The Expanded Vine’s Expository Dictionary of New Testament Words, page 1165; A Greek-English Lexicon, by Liddell and Scott, Ninth Edition, pages 1191—1192; and Theological Dictionary of the New Testament, Volume V, page 37.

c Encyclopædia Britannica, 2003, entry “Cross”; The Cross—Its History and Symbolism, page 40; and The Companion Bible, Oxford University Press, appendix 162, page 186.

d The Encyclopedia of Religion, Volume 4, page 165; The Encyclopedia Americana, Volume 8, page 246; and Symbols Around Us, pages 205—207.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу