Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 94 мәҡәлә
  • Бөйөк Бабил нимә ул?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Бөйөк Бабил нимә ул?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Алла Бөйөк Бабилға нисек ҡарай?
  • Бөйөк Бабилды нимә көтә?
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 94 мәҡәлә
Шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгән фәхишә рәүешендә һүрәтләнгән Бөйөк Бабил батша ҡосағында күрһәтелгән. Артҡы планда дин әһеле батшаға таж кейҙерә.

Бөйөк Бабил нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

Асылыш китабында «бөйөк фәхишә» тураһында әйтелә. Уның маңлайына «Бөйөк Бабил» тигән серле исем яҙылған (Асылыш 17:1, 3, 5). Был ҡатын «Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштыр[ған]» бөтә ялған диндәрҙе символлаштыра (Римдарға 1:25)a. Был диндәр күп яҡтары менән бер-береһенән айырылып торһа ла, уларҙың барыһы ла, нисек кенә булмаһын, кешеләрҙе хаҡ Аллаға, Йәһүәгә, табыныуҙан ситкә алып китә (Ҡанун 4:35).

Бөйөк Бабилды билдәләргә ярҙам иткән асҡыстар

  1. Бөйөк Бабил — ул символ ғына. Асылыш китабында яҙылғандар «символдар аша» бирелгән булған. Шуға күрә был тура мәғәнәләге ҡатын түгел тигән һығымта яһау аҡыллы (Асылыш 1:1, ЯДТ). Өҫтәүенә, уның тураһында «ҙур һыуҙарҙа» ултыра тип әйтелә. Был һыуҙар «халыҡтар һәм төркөмдәр, милләттәр һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәр[ҙе]» аңлата (Асылыш 17:1, 15). Тура мәғәнәләге ҡатын был һыуҙарҙа ултыра алмаҫ ине.

  2. Бөйөк Бабил — донъялағы бөтә ялған диндәр. Ул «ерҙәге батшалар өҫтөнән батшалыҡ итеүсе бөйөк ҡала» тип аталған (Асылыш 17:18). Шулай итеп, ул бөтә донъяға йоғонто яһай.

  3. Бөйөк Бабил сәйәси ойошма ла, коммерция ойошмаһы ла түгел, ә дини ойошма. Боронғо Бабил әпсен уҡыу һәм сихырсылыҡ киң таралған дини ҡала булған (Ишағыя 47:1, 12, 13; Йәрәмиә 50:1, 2, 38). Был ҡалала ялған дин сәскә атҡан. Ул динде тотоусылар хаҡ Аллаға ҡаршы торған (Башланмыш 10:8, 9; 11:2—4, 8). Бабилдың хакимдары тәкәббер эш иткән, улар Йәһүәне һәм уға табыныуҙы һанға һуҡмаған (Ишағыя 14:4, 13, 14; Даниял 5:2—4, 23). Шуның шикелле, Бөйөк Бабил үҙенең сихырсылығы менән билдәле. Быларҙың барыһы ла Бөйөк Бабилдың донъялағы бөтә ялған диндәрҙе аңлатыуын раҫлай (Асылыш 18:23).

    Бөйөк Бабил сәйәси ойошма була алмай, сөнки «ерҙәге батшалар» уның юҡ ителеүен күреп илаясаҡ (Асылыш 17:1, 2; 18:9). Ул коммерция ойошмаһы ла була алмай, сөнки Изге Яҙмала ул «ерҙәге сауҙагәрҙәр[ҙән]» айырым һүрәтләнә (Асылыш 18:11, 15).

  4. Photograph taken by courtesy of the British Museum

    Бабил батшаһы Набонидты Син, Иштар һәм Шамаш тигән өс илаһтың символдары менән һүрәтләгән таш

    Бөйөк Бабил — ялған дингә тура килгән символ. Кешеләрҙе хаҡ Аллаға, Йәһүәгә яҡынлашырға өйрәтер урынға, ялған дин уларҙы илаһтарға йүнәлтә. Изге Яҙмала ундай табыныу «зина ҡылыу» тип атала (Левиттар 20:6; Сығыш 34:15, 16). Ялған диндәргә табыныусыларҙың күпселеге Троица һәм үлемһеҙ йән кеүек тәғлимәттәргә ышана һәм табыныуҙа һүрәттәр ҡуллана. Быларҙың бөтәһе лә башланғысты боронғо Бабилдан ала. Бынан тыш, ялған дингә был донъяны яратыу хас. Изге Яҙма бындай тоғролоҡһоҙлоҡто рухи хыянат тип атай (Яҡуп 4:4).

    Ялған диндең туплаған байлығы менән маҡтаныуы Бөйөк Бабилдың Изге Яҙмала нисек һүрәтләнеүенә тура килә: «Шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгәйне, алтын, аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәнгәйне» (Асылыш 17:4). Бөйөк Бабил «ерҙәге... ерәнгес нәмәләрҙең», йәғни Алланы хурлаған нәмәләрҙең сығанағы (Асылыш 17:5). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «халыҡтар һәм төркөмдәр, милләттәр һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәр[ҙән]» булған ялған дин ағзалары Бөйөк Бабилға уның яуыз эштәренә булышлыҡ итә (Асылыш 17:15).

Бөйөк Бабил «ерҙә үлтерелгәндәрҙең бөтәһенең ҡаны» өсөн яуаплы (Асылыш 18:24). Бөтә тарих дауамында ялған дин кешеләрҙе һуғыштарға этәрҙе һәм терракттарға ҡотортто. Бынан тыш, ул кешеләрҙе мөхәббәт Аллаһы Йәһүә хаҡында хәҡиҡәткә өйрәтмәне (1 Яхъя 4:8). Шул арҡала байтаҡ ҡан түгелде.

Коллаж: ғибәҙәтханалар ялған диндәрҙең быуаттар дауамында һуғыштарға этәреүен күрһәткән фонда һүрәтләнгән. 1. Тәре походтары. 2. Беренсе бөтә донъя һуғышы. 3. Православие руханийы һалдатты һуғышҡа фатихалай. 4. Африкалағы бер пастор ҡәбилә-ара һуғышҡа ҡоторта. 5. Япон һалдаттары үҙ императорына табына.

Алла Бөйөк Бабилға нисек ҡарай?

Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «[Бөйөк Бабилдың] гонаһтары... күккә тиклем ашты» (Асылыш 18:4, 5). Ялған дин Алланы асыуландыра, сөнки ул Алла хаҡында ялғанға өйрәтә һәм уның хеҙмәтселәре менән ғәҙелһеҙ эш итергә ҡоторта.

Бөйөк Бабилды нимә көтә?

Изге Яҙмала Алла Бөйөк Бабилға хөкөм сығарған тип әйтелә (Асылыш 18:20). Унда Алла ялған динде нисек юҡҡа сығарасағы тураһында символик телдә һөйләнелә (Асылыш 18:8). Алла ҡеүәтле сәйәси ойошманы һүрәтләгән ҡыҙыл януарҙы ялған дингә ташланып, уны юҡ итергә дәртләндерәсәк (Асылыш 17:16, 17). Бөйөк Бабил «көс менән ырғытылыр һәм ул башҡаса табылмаҫ» (Асылыш 18:21). Бына ни өсөн Алланы ҡыуандырырға теләгән кешеләр Бөйөк Бабилдан сығырға тейеш. Был ялған дин менән бер ниндәй ҙә бәйләнештә булмауҙы аңлата (2 Кәринттәргә 6:14—17).

a «Хаҡ динде нисек табырға?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу