Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwyp 69 мәҡәлә
  • Ни өсөн Аллаға доға ҡылырға кәрәк?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ни өсөн Аллаға доға ҡылырға кәрәк?
  • Йәштәрҙең һорауҙары
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Доға нимә ул?
  • Алла доғаларҙы ишетәме?
  • Нимә хаҡында доға ҡылырға була?
  • Доға Алла менән дуҫлыҡты нығыта
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Аллаға нисек доға ҡылырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Доға ҡылыу мөмкинлеген ҡәҙерләгеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Ғайса беҙҙе доға ҡылырға өйрәтә
    Бөйөк Остаздан өйрән
Йәштәрҙең һорауҙары
ijwyp 69 мәҡәлә
Үҫмер ҡыҙ күл буйында ултыра

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Ни өсөн Аллаға доға ҡылырға кәрәк?

Күп кеше Хоҙайға доға ҡыла, әммә, үҙҙәре әйтеүенсә, көн һайын түгел. Ҡайһы берәүҙәрҙең һорауы тыуа: «Доға кешегә йән тыныслығы бирә торған алым ғынамы, йә уның берәй мөһим мәғәнәһе бармы?»

  • Доға нимә ул?

  • Алла доғаларҙы ишетәме?

  • Нимә хаҡында доға ҡылырға була?

  • Йәштәштәрең нимә әйтә?

Доға нимә ул?

Доға — ул Барлыҡҡа килтереүсе менән һөйләшеү. Уйлап ҡына ҡара, Йәһүә кешеләрҙән бөтә яҡтан да өҫтөнөрәк, шулай ҙа «Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел» (Ғәмәлдәр 17:27). Улай ғына ла түгел, Инжилдә иҫ киткес саҡырыу бар: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡуб 4:8).

Һин нисек Аллаға яҡынлаша алаһың?

  • Беренсе юл — ул доға. Доға ҡылғанда, һин Алла менән һөйләшәһең.

  • Икенсе юл — ул Изге Яҙманы өйрәнеү. Шул саҡта инде Алла һинең менән «һөйләшә» тип әйтеп була.

Ундай ике яҡлы һөйләшеү — доға һәм Изге Яҙманы өйрәнеү — һиңә Алла менән ныҡлы дуҫлыҡ булдырырға ярҙам итер.

«Йәһүә менән һөйләшеү — Аллаһы Тәғәләнең үҙе менән аралашыу — иҫ киткес хөрмәт» (Джереми).

«Күңелемде доғала бушатыу мине Йәһүәгә яҡынлаштыра» (Миранда).

Алла доғаларҙы ишетәме?

Аллаға ышанһаң да, хатта уға доға ҡылһаң да, уның һине ысынлап та ишетә икәненә ышаныу ауыр булырға мөмкин. Шулай ҙа, Зәбур китабында Йәһүә «доғаларҙы Тыңлаусы» тип атала (Зәбур 65:2). Эйе, Изге Яҙма кешеләрҙе, «бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ», тип саҡыра. Ни өсөн? «Сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7).

Шул хаҡта уйлан. Һин яҡын дуҫың менән йыш аралашаһыңдыр, шулай бит? Алла менән дә шулай булырға тейеш. Доғала уның менән йыш һөйләш, уға шәхси исеме менән, Йәһүә тип мөрәжәғәт ит (Зәбур 86:5—7; 88:9). Инжилдә: «Гел доға ҡылығыҙ», — тиелә (1 Фессалоникаларға 5:17).

«Доға — ул күктәге Атам менән һөйләшеү, доға ҡылғанда мин уға бөтә күңелемде бушатам» (Мойзес).

«Мин Йәһүә менән әсәйем йә яҡын дуҫым менән һөйләшкәндәй һөйләшәм» (Карен).

Нимә хаҡында доға ҡылырға була?

Инжилдә: «Доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ», — тиелә (Филиптарға 4:6).

Был һүҙҙәр ауырлыҡтарыбыҙ тураһында доға ҡылырға була икәнен аңлатамы? Эйе! Изге Яҙмала: «Үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал, һәм ул һиңә ярҙам итер», — тиелә (Зәбур 55:22).

Әлбиттә, доға ҡылыу ауырлыҡтар тураһында ғына һөйләргә кәрәк тигәнде аңлатмай. «Йәһүәнән гел ярҙам ғына һорап торһам, быны әллә ни яҡшы дуҫлыҡ тип атап булмаҫ ине», — тип һөйләй Шантель исемле бер ҡыҙ. «Минеңсә, тәүҙә рәхмәт әйтергә кәрәк, ә рәхмәтле булыр өсөн минең сәбәптәр бик күп».

Шул хаҡта уйлан. Һин тормошоңда нимә өсөн рәхмәтлеһең? Бөгөн Йәһүәгә һин ниндәй өс нәмә өсөн рәхмәт әйтә алыр инең?

«Хатта ябай нәмәләр, әйтәйек, берәй матур сәскә Йәһүәгә рәхмәтле булырға этәрергә мөмкин» (Анита).

«Алланың һине һоҡландырған берәй ижади эше хаҡында йә Изге Яҙмалағы берәй аят тураһында уйлан да, Йәһүәгә уның өсөн рәхмәтеңде белдер» (Брайан).

Йәштәштәрең нимә әйтә?

Мойзес

«Доғаларыбыҙ күләүектәй түгел, ә океандай тәрән булырға тейеш. Йәһүә беҙгә ярҙам итергә теләй. Беҙ һорағанға тиклем үк ул беҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегебеҙҙе белһә лә, доғаларыбыҙҙың тәрәнлеген күрһәтеп, уға ни тиклем таянғаныбыҙҙы белдерәбеҙ» (Мойзес).

Миранда

«Доғаны бау менән сағыштырып була. Йәһүә бер осон тотһа, мин икенсеһен тотам. Күңелемде бушатҡанда шул бауға нығыраҡ йәбешкәндәй булам, Йәһүә лә мине нығыраҡ тота. Шулай дуҫлығыбыҙ нығына» (Миранда).

Джереми

«Һаҡ булмаһаҡ, доға теләктәр исемлегенә әйләнергә мөмкин. Әммә Йәһүәгә рәхмәт әйтеп, беҙ ул биргән нәмәләрҙе ҡәҙерләй башлайбыҙ һәм иғтибарыбыҙҙы үҙебеҙгә түгел, ә мөһимерәк нәмәгә туплайбыҙ» (Джереми).

Шелби

«Йәһүәгә ни тиклем күберәк рәхмәт әйтһәк, шул тиклем рәхмәтлерәк кеше булып китәбеҙ. Рәхмәт доғалары беҙгә иғтибарыбыҙҙы бөтә ауырлыҡтарға түгел, ә фатихаларға тупларға ярҙам итә» (Шелби).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу