«Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» тигән әмер нимә аңлата?
Изге Яҙманан яуап
«Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» тигән әмер Изге Яҙмала бер нисә мәртәбә осрай (Сығыш 20:12; Ҡанун 5:16; Матфай 15:4; Эфестарға 6:2, 3). Был әмерҙе үтәү дүрт төп яҡ менән бәйле.
Уларҙы ҡәҙерлә. Беҙ атай-әсәйебеҙгә, беҙҙең хаҡҡа эшләгән бөтә нәмәләре өсөн рәхмәтле булып, хөрмәт күрһәтәбеҙ. Мәҫәлән, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалабыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 7:1, 2; 23:26). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, атай-әсәйҙәр — «балаларҙың даны», йәғни беҙ улар менән ғорурлана алабыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:6).
Уларҙың хакимлығын таны. Атай-әсәйеңә Алла биргән хакимлыҡты танып, айырыуса йәш саҡта, һин уларға хөрмәт күрһәтәһең. Колосстарға 3:20-лә йәш кешеләргә былай тип әйтелә: «Балалар, бөтә нәмәлә лә ата-әсәләрегеҙҙе тыңлағыҙ, сөнки был Раббыға ҡыуаныс килтерә». Ғайса, мәҫәлән, бала сағында ата-әсәһенә тыңлаусан булған (Лука 2:51).
Уларҙы ихтирам ит (Левиттар 19:3; Еврейҙарға 12:9). Йыш ҡына атай-әсәйеңә һинең нимә һәм нисек һөйләүең бик мөһим. Ҡайһы ваҡыт улар хаталар яһай, шул арҡала уларҙы хөрмәт итеү еңел булмаҫҡа мөмкин. Ләкин хатта шундай саҡтарҙа ла уларҙы һүҙҙәрең йә эштәрең менән рәнйетмә, шулай итеп һин уларға хөрмәт күрһәтә алаһың (Ғибрәтле һүҙҙәр 30:17). Атай йә әсәй тураһында кәмһетеүле һүҙҙәр әйтеү — етди гонаһ, тип киҫәтә Изге Яҙма (Матфай 15:4).
Уларҙың ихтыяждары тураһында ҡайғырт. Атай-әсәйҙәребеҙ, оло йәшкә еткәс, бәлки, беҙҙең ярҙамға мохтаж булырҙар. Әгәр беҙ улар тураһында ҡайғыртыр өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләһәк, уларға хөрмәт күрһәтербеҙ (1 Тимәтигә 5:4, 8). Мәҫәлән, Ғайса үлер алдынан әсәһенә ярҙам күрһәтелеүе хаҡында ҡайғыртҡан (Яхъя 19:25—27).
Атай-әсәйҙе хөрмәт итеү тураһында яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» тигән әмер, улар һинең ғаиләңә ҡыҫыла ала, тигәнде аңлата.
Факт. Изге Яҙма, никах бәйләнештәре туғандар менән бәйләнештәрҙән өҫтөнөрәк булырға тейеш, тип өйрәтә. Башланмыш 2:24-тә былай тип әйтелә: «Бына шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр» (Матфай 19:4, 5). Әлбиттә, ир менән ҡатынға ата-әсәһенең һәм башҡа туғандарының кәңәштәре файҙалы булырға мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:22). Ләкин улар үҙ тормоштарына туғандарының ҡыҫылыуын сикләй ала (Матфай 19:6).
Яңылыш ҡараш. Һәр осраҡта ла атай менән әсәйҙең хакимлығы ҙурыраҡ.
Факт. Алла атай менән әсәйгә ғаиләлә билдәле бер хакимлыҡ биргән. Шулай ҙа был хакимлыҡтың сиге бар, сөнки Алланың хакимлығы кешенекенән юғарыраҡ. Мәҫәлән, юғары инстанциялағы суд Ғайсаның шәкерттәренә Алланы тыңламаҫҡа бойорғас, улар: «Беҙ тәү сиратта кешеләргә түгел, ә Аллаға буйһонорға тейеш», — тип яуап биргән (Илселәр 5:27—29). Шулай уҡ балалар ҙа ата-әсәләренә «Раббыла» буйһона, йәғни уларҙың Алла канундарына ҡаршы килмәгән талаптарын үтәй (Эфестарға 6:1).
Яңылыш ҡараш. Атай-әсәйеңде хөрмәт итһәң, уларҙың динен тоторға кәрәк.
Факт. Изге Яҙма динебеҙ хәҡиҡәткә тура киләме икәнен тикшерергә дәртләндерә (Илселәр 17:11; 1 Яхъя 4:1).Тикшереү үткәргәндән һуң, бәлки, кемдер ата-әсәһенең динен түгел, ә башҡа динде һайлар. Изге Яҙмала ата-әсәһенең динен һайламаған күп кенә Аллаға тоғро кешеләр иҫкә алына, мәҫәлән, Ибраһим, Руф һәм илсе Пауыл (Ешуа 24:2, 14, 15; Руф 1:15, 16; Ғалаттарға 1:14—16, 22—24).
Яңылыш ҡараш. Атай-әсәйеңде хөрмәт итһәң, ата-бабаларға табыныу йолаларында ҡатнашырға тейешһең.
Факт. Изге Яҙмала: «Йәһүә Аллаңа табын, тик уға ғына хеҙмәт ит», — тип яҙылған (Лука 4:8). Ата-бабаларына табынған кешеләрҙе Алла хупламай. Изге Яҙма «үлеләр бер нәмә лә белмәй» тип өйрәтә. Шуға күрә үлгәндәрҙе ололаһаҡ та, улар был турала «бер нәмә лә белмәй», һәм улар ярҙам итә йә зыян килтерә алмай (Вәғәзсе 9:5, 10; Ишағыя 8:19).