Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 143 мәҡәлә
  • Тәмәке тартыу гонаһмы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Тәмәке тартыу гонаһмы?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Изге Яҙмала күңел асыу маҡсаты менән марихуана һәм башҡа төрлө наркотиктар ҡулланыу тураһында әйтеләме?
  • Ауырлыҡтарға әҙер булығыҙ
    Уянығыҙ! 2010
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 143 мәҡәлә
Кеше сигарет тарта

Тәмәке тартыу гонаһмы?

Изге Яҙманан яуап

Изге Яҙмала тәмәке тартыуa һәм тәмәке ҡулланыуҙың башҡа төрҙәре тураһында бер нәмә лә әйтелмәй. Шулай ҙа унда Алланың һаулыҡ өсөн зыянлы һәм бысраҡ ғәҙәттәрҙе хөкөм итеүен һәм шуға күрә тәмәке тартыуҙы гонаһ тип һанауын күрһәткән принциптар бар.

  • Ғүмерҙе ҡәҙерләү. «Ул [Алла] Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш... бирә» (Ғәмәлдәр 17:24, 25). Йәшәү — Алланың бүләге, шуға күрә беҙ ғүмеребеҙҙе ҡыҫҡартырлыҡ бер нәмә лә эшләргә, мәҫәлән, тәмәке тартырға тейеш түгел. Тәмәке тартыу ваҡытһыҙ үлемдең төп сәбәптәренең береһе булып тора.

  • Яҡыныңды яратыу. «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» (Матфей 22:39). Кешеләр араһында булғанда тәмәке тартыу яратыу билдәһе түгел. Гел тәмәке төтөнөн һуларға мәжбүр булған кешеләрҙең тәмәкеселәр интеккән ауырыуҙар менән ауырып китеү ихтималы шаҡтай күберәк.

  • Изге булып ҡалыу. «Үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ» (Римдарға 12:1). «Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ» (2 Коринфтарға 7:1). Тәмәке тартыу тәбиғи нәмә түгел. Ул изге, йәғни саф булып ҡалырға ҡамасаулай, сөнки тәмәкеселәр белә тороп үҙҙәренең организмына ҙур зыян килтергән токсиндар һулай.

Изге Яҙмала күңел асыу маҡсаты менән марихуана һәм башҡа төрлө наркотиктар ҡулланыу тураһында әйтеләме?

Изге Яҙмала марихуана ла, шуға оҡшаш башҡа наркотиктар ҙа иҫкә алынмай. Ләкин унда әүәҫлеккә килтереүсе ундай матдәләрҙе күңел асыу өсөн ҡулланыу дөрөҫ түгел икәнен күрһәткән принциптар бар. Юғарыла килтерелгән принциптарға түбәндәгеләрҙе лә өҫтәп була.

  • Аҡылға хужа булыу. «Раббы Аллаңды... бөтә аҡылың менән ярат» (Матфей 22:37, 38). «Аҡылығыҙ айыҡ булһын» (1 Петр 1:13). Наркотиктар тәьҫире аҫтындағы кеше тураһында үҙ аҡылына тулыһынса хужа тип әйтеп булмай. Күптәр хатта наркотик ҡулланырға әүәҫләнеп китә. Файҙалы нәмәләр хаҡында уйлар урынына, улар күберәк наркотик табыу һәм уны ҡулланыу тураһында уйлай (Филиптарға 4:8).

  • Дәүләт закондарына буйһоноу. «Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға... кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор» (Титҡа 3:1). Күп илдәрҙә наркотик ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Алланы шатландырырға теләһәк, беҙгә донъяуи хакимдарға буйһонорға кәрәк (Римдарға 13:1).

Тәмәке һәм һеҙҙең сәләмәтлек

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, тәмәке тартыу менән бәйле ауырыуҙарҙан йыл һайын яҡынса 6 000 000 кеше вафат була, шуларҙың 600 000-дән артығырағы тәмәке төтөнөн һулауҙан үлә. Түбәндә тәмәке тартыу тәмәкеселәрҙең һәм тәмәке төтөнөн һулаусыларҙың һаулығына ниндәй йоғонто яһауын күрһәткән бер нисә миҫал килтерелә.

Яман шеш. Тәмәке төтөнөндә 50-нән ашыу канцероген матдә бар. «Британия энциклопедияһы» буйынса, тәмәке төтөнө «үпкәләге яман шеш ауырыуҙарының 90 процентының сәбәбе тип һанала». Тәмәке төтөнө шулай уҡ башҡа ағзаларҙа, шул иҫәптән ауыҙ ҡыуышлығында, трахея, ҡыҙыл үңәс, боғаҙ, тамаҡта, шулай уҡ бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм һейҙек ҡыуығында яман шеш барлыҡҡа килтерә ала.

Тын алыу юлдары ауырыуҙары. Тәмәке төтөнөн һулау үпкә шешеүе һәм грипп кеүек ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын арттыра. Даими рәүештә тәмәке төтөнөн һуларға мәжбүр булған балалар астма һәм хроник йүтәлдән йышыраҡ интегә, уларҙың үпкәһе яйыраҡ үҫешә һәм насарыраҡ эшләй.

Йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙары. Тәмәкеселәрҙең инсульт һәм йөрәк ауырыуҙарынан интегеү ҡурҡынысы бермә-бер арта. Тәмәке төтөнөндә булған ағыулы газ үпкәнән еңел генә ҡанға үтеп инә һәм кислород молекулаларын алмаштыра. Һөҙөмтәлә ҡанда кислород кәмей һәм, уны бөтә ағзаларға килтереп еткерер өсөн, йөрәк күберәк көс һалып эшләргә мәжбүр була.

Йөклөлөккә йоғонтоһо. Тәмәке тартҡан әсәйҙәр балаларының етлекмәй тыуыу, ауырлығы етмәй тыуыу йә китек ирен кеүек берәй кәмселек менән тыуыу ҡурҡынысын арттыра. Ундай балалар шулай уҡ йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙарына тиҙ бирешеүсән һәм ҡапыл үлеп китеүҙәре ихтимал.

a Тәмәке тартыу тигәндә, бында сигарет, сигара, төрөпкә йәки ҡалъян ҡулланыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тәмәке төтөнөн белә тороп һулау күҙ уңында тотола. Әммә түбәндә ҡаралған принциптар шулай уҡ тел аҫтына һала торған тәмәке һәм еҫкәй торған тәмәкегә, никотины булған электрон сигареттарға һәм шуға оҡшаш башҡа нәмәләргә лә ҡағыла.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу