Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 155 мәҡәлә
  • Изге Яҙмала йомартлыҡ хаҡында нимә әйтелә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Изге Яҙмала йомартлыҡ хаҡында нимә әйтелә?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Бүләк биреүсенең ниндәй ниәттәре Аллаға оҡшай?
  • Ниндәй осраҡтарҙа бүләк биреүсенең ниәттәре Аллаға оҡшамай?
  • Йомарт булыуҙың файҙаһын татып ҡарағыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Йомарт кешеләр бәхетле
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Иң яҡшы бүләк һайлағанда
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 155 мәҡәлә
Бер кеше бүләк тотоп тора

Изге Яҙмала йомартлыҡ хаҡында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, йомартлыҡ күрһәтеү һәм эскерһеҙ рәүештә бүләктәр биреү мөһим. Ундай саҡта бүләк алған кеше генә түгел, уны биргән кеше лә бәхетле була (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25; Лука 6:38). Ғайсаның һүҙҙәренсә, «алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғәмәлдәр 20:35).

  • Бүләк биреүсенең ниндәй ниәттәре Аллаға оҡшай?

  • Ниндәй осраҡтарҙа бүләк биреүсенең ниәттәре Аллаға оҡшамай?

  • Изге Яҙманың йомартлыҡ хаҡындағы аяттары

Бүләк биреүсенең ниндәй ниәттәре Аллаға оҡшай?

Кеше эскерһеҙ ниәттәрҙән сығып бүләк бирһә, Алланы был шатландыра. «Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата», — тип әйтелә Изге Яҙмала (2 Коринфтарға 9:7).

Йомартлыҡ — ул «саф, тапланмаған» динде тотҡан кешеләргә хас сифат (Яҡуб 1:27). Башҡаларға теләп ярҙам иткән кешене Алланың хеҙмәттәше тип атап була, һәм ундай кеше алдында Алла үҙен бурыслы һанай (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17). Изге Яҙмала, Алла йомарт кешеләрҙе мотлаҡ рәүештә бүләкләйәсәк, тиелгән (Лука 14:12—14).

Ниндәй осраҡтарҙа бүләк биреүсенең ниәттәре Аллаға оҡшамай?

Әгәр кеше дөрөҫ булмаған ниәттәрҙән сығып эш итһә. Әйтәйек, ул:

  • башҡаларҙы хайран ҡалдырырға теләй, ти (Матфей 6:2);

  • алмашҡа нимәлер алырға ниәтләй, ти (Лука 14:12—14);

  • ҡотҡарылырға теләй, ти (Зәбур 49:6, 7).

Әгәр кеше үҙ йомартлығы менән Алла хупламаған тәртипкә йә ғәҙәттәргә булышлыҡ итһә. Мәҫәлән, берәйһенә ҡомарлы уйындар уйнау, тәмәке йә наркотиктар һатып алыу өсөн аҡса биреү һис тә яраған эш түгел (1 Коринфтарға 6:9, 10; 2 Коринфтарға 7:1). Шулай уҡ үҙен тәьмин итер өсөн эшләй алған, ләкин эшләргә теләмәгән кешегә материаль яҡтан ярҙам итеү ҙә дөрөҫ түгел (2 Фессалоникаларға 3:10).

Әгәр кеше Алла тарафынан үҙенә йөкмәтелгән бурысты үтәмәһә. Изге Яҙма буйынса, ғаилә башлығы ғаилә ағзаларының ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға тейеш (1 Тимофейға 5:8). Әгәр башҡалар хаҡында ҡайғыртыу менән мәшғүл булып, үҙ ғаиләһен мәхрүм ҡалдыра икән, ул дөрөҫ эшләмәй. Үҙенең мөлкәтен «Аллаға бүләк» тип аҡланып, олоғайған ата-әсәһе хаҡында хәстәрлек күрергә теләмәгән кешеләрҙе Ғайса Мәсих хөкөм иткән (Марк 7:9—13).

Изге Яҙманың йомартлыҡ хаҡындағы аяттары

Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25: «Йомарт кеше муллыҡҡа ирешер, башҡаларҙы нығытыусы үҙе лә нығытылыр».

Аңлатма. Йомартлыҡ барыһына ла файҙа килтерә: биргән кешегә лә, алған кешегә лә.

Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17: «Мохтаж әҙәмгә илтифат күрһәткән кеше Йәһүәгә бурысҡа биргән була, Хоҙай уға бының өсөн әжерен ҡайтарыр».

Аңлатма. Мохтаждарға ярҙам иткән кешеләр алдында Алла үҙен бурыслы тип һанай һәм ундай йомартлыҡты фатихаларға вәғәҙә итә.

Матфей 6:2: «Саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта шаулап йөрөмә. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип... ике йөҙлөләр шулай итә».

Аңлатма. Йомартлыҡты үҙеңә иғтибар йәлеп итер өсөн күрһәтергә кәрәкмәй.

Ғәмәлдәр 20:35: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк».

Аңлатма. Эскерһеҙ йомартлыҡ бәхетле итә.

2 Коринфтарға 9:7: «Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата».

Аңлатма. Кеше башҡалар менән теләп бүлешкәндә, Алла шатлана.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу