Әҙәм менән Һауа ниндәй гонаһ ҡылған?
Изге Яҙманан яуап
Әҙәм менән Һауа — гонаһ ҡылған иң беренсе кешеләр. Улар, Алланы тыңламайынса, «яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү» ағасының емешен ашаған. Был иң беренсе гонаһ булған (Башланмыш 2:16, 17; 3:6; Римдарға 5:19)a. Уларға шул ағастың емешен ашамаҫҡа ҡушылған булған, сөнки ул ағас Алланың хакимлығын, йәғни кешеләр өсөн яҡшылыҡ менән яуызлыҡ нормаларын билдәләү хоҡуғын символлаштырған. Емеште ашап, Әҙәм менән Һауа Алланың был хоҡуғын үҙҙәренә алған, йәғни нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәнен үҙҙәре хәл итә башлаған. Шулай итеп улар Алланың хакимлығын кире ҡаҡҡан.
Әҙәм менән Һауаға үҙҙәре ҡылған гонаһ нисек тәьҫир иткән?
Тора-бара Әҙәм менән Һауа үҙҙәре ҡылған гонаһ арҡаһында ҡартайған һәм үлгән. Улар Алла менән дуҫлыҡтарын өҙгән, камил сәләмәтлек һәм мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан (Башланмыш 3:19).
Беренсе кешеләр ҡылған гонаһ беҙгә нисек тәьҫир итә?
Гонаһ Әҙәм менән Һауанан уларҙың бөтә балаларына ла күскән. Быны генетик ауырыуҙарҙың ата-әсәнән балаға күсеүе менән сағыштырып була (Римдарға 5:12). Шулай итеп, бөтә кешеләр ҙә «гонаһлы»b булып тыуа, йәғни улар камил түгел һәм яңылыш эштәр ҡыла (Зәбур 51:5; Эфестарға 2:3).
Тап мираҫ итеп алынған гонаһ, йәғни камилһыҙлыҡ арҡаһында кешеләр ауырый, ҡартая һәм үлә (Римдарға 6:23). Бынан тыш, беҙ үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың хаталары арҡаһында ғазаптарға дусар булабыҙ (Вәғәзсе 8:9; Яҡуп 3:2).
Беренсе гонаһтың эҙемтәләренән ҡотолоп буламы?
Эйе. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса Мәсих, беҙҙең гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн, үҙ ғүмерен биргән (1 Яхъя 4:10). Уның ҡорбаны ярҙамында беҙ, мираҫ итеп алынған гонаһтың эҙемтәләренән ҡотолоп, Әҙәм менән Һауа юғалтҡан мәңгелек тормошҡа һәм камил сәләмәтлеккә эйә була алабыҙ (Яхъя 3:16)c.
Әҙәм менән Һауа ҡылған гонаһ тураһында яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. Әҙәм менән Һауа ҡылған гонаһ кешеләрҙе Алланан мәңгелеккә йыраҡлаштырған.
Факт. Әҙәм менән Һауа ҡылған эш өсөн Алла беҙҙе ғәйепләмәй. Ул беҙҙең камил түгел икәнде белә, шуға ла хәлебеҙҙән килмәгәнде талап итмәй (Зәбур 103:14). Мираҫ итеп алынған гонаһ арҡаһында ғазап сикһәк тә, беҙ Алланың дуҫы була алабыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32).
Яңылыш ҡараш. Һыуға сумдырылыу Әҙәм менән Һауанан күскән гонаһтан азат итә, шуға ла кешене сабый саҡта уҡ һыуға сумдырырға кәрәк.
Факт. Һыуға сумдырылыу — ҡотҡарылыу өсөн мөһим аҙым, ләкин тик Ғайсаның йолом ҡорбанына иман итеү генә кешене гонаһтарҙан азат итә ала (1 Петер 3:21; 1 Яхъя 1:7). Изге Яҙманан күренеүенсә, иман белемгә нигеҙләнә, ә сабыйҙарҙың белеме лә, иманы ла юҡ. Бына шуның өсөн дә сабыйҙарҙы һыуға сумдырыу Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән. Беренсе мәсихселәр ҙә сабыйҙарҙы түгел, ә Алла Һүҙенә иман иткән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы һыуға сумдырған (Илселәр 2:41; 8:12).
Яңылыш ҡараш. Алла ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡәһәрләгән, сөнки беренсе булып тап Һауа тыйылған емеште ашаған.
Факт. Алла ҡатын-ҡыҙҙарҙы түгел, ә Һауаны гонаһҡа этәргән затты — «Иблис йәки Шайтан тип аталған... боронғо йылан[ды]» ҡәһәрләгән (Асылыш 12:9; Башланмыш 3:14). Өҫтәүенә, Алланың ҡарашы буйынса, гонаһ өсөн Һауа түгел, ә Әҙәм яуаплы (Римдарға 5:12).
Улайһа, Алланың: «Ул [Әҙәм] һинең хакимың булыр», — тигән һүҙҙәрен нисек аңларға? (Башланмыш 3:16). Был һүҙҙәр һис тә, Алла Әҙәмгә ҡатынын ҡыйырһытырға рөхсәт иткән, тигәнде аңлатмай. Алла бары тик гонаһтың әсе эҙемтәләре буласағы хаҡында киҫәткән. Ул, һәр ир үҙ ҡатынын яратыр һәм ҡәҙерләр, шулай уҡ башҡа ҡатындарға ҡарата ла ихтирамлы булыр, тип көтә (Эфестарға 5:25; 1 Петер 3:7).
Яңылыш ҡараш. Әҙәм менән Һауаның гонаһы — уларҙың енси яҡынлыҡ ҡылыуында.
Факт. Уларҙың енси яҡынлыҡ ҡылыуы гонаһ була алмай. Ни өсөн? Бының сәбәптәрен ҡарап китәйек:
Алла яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасының емешен ашамаҫҡа бойорған ваҡытта, Әҙәмдең әле ҡатыны булмаған. Ул саҡта Әҙәм ер йөҙөндәге берҙән-бер кеше булған (Башланмыш 2:17, 18).
Алла Әҙәм менән Һауаға: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ», — тигән. Алла уларҙың балалар тыуҙырыуын теләгән (Башланмыш 1:28). Үҙе шундай йөкләмә биреп, уны үтәгән өсөн яза бирһә, был рәхимһеҙлек булыр ине.
Әҙәм менән Һауа айырым гонаһ ҡылған: башта Һауа, ә шунан Әҙәм (Башланмыш 3:6).
Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ир менән уның ҡатыны араһындағы енси мөнәсәбәт — Алла бүләге (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18, 19; 1 Кәринттәргә 7:3).
a Изге Яҙмала «иң беренсе гонаһ» тигән һүҙбәйләнеш юҡ. Ысынында, беренсе гонаһты Шайтан Иблис ҡылған, тиелә Изге Яҙмала: ул мәкерле рәүештә Һауаны алдаған (Башланмыш 3:4, 5; Яхъя 8:44).
b Изге Яҙмалағы «гонаһ» тигән һүҙ насар эштәрҙе генә түгел, ә һәр кеше мираҫ итеп алған камилһыҙ (гонаһлы) хәлде лә аңлата.
c Ғайсаның йолом ҡорбаны һәм уның беҙҙең өсөн файҙаһы хаҡында «Ғайса пәйғәмбәр ниндәй мәғәнәлә Ҡотҡарыусы?» тигән мәҡәләнән күберәк белеп була.