ГЕОРГИЙ ПОРЧУЛЯН | БИОГРАФИЯ
«Йәһүәне яратыу миңә барыһын да йырып сығырға ярҙам итте»
Мине Магадан өлкәһенең һыуыҡ ерҙәренә хеҙмәт лагерына һөргөнгә ебәргәндә, миңә ни бары 23 йәш ине. Минең һыуға сумдырылған Йәһүә шаһиты булып китеүемә бер йыл ғына булғайны. Мин шул тиклем ҡыҙыу ҡанлы һәм тәжрибәһеҙ кеше инем, хатта бүтән тотҡонға беренсе тапҡыр вәғәзләргә маташыуым уҡ һуғыш менән тамамлана яҙҙы.
Мине, элекке коммунисты, совет халҡының дошмандары тип һаналған кешеләрҙең динен ҡабул итергә нимә этәрҙе? Йәһүәнең яратыуы һәм өйрәтеүе ярҙамында мин нисек хеҙмәт лагерында һәм һөргөндә үткәргән йылдарҙа бөтөнләй икенсе кешегә әйләндем?
Минең ғәҙеллек һәм күңел тыныслығы эҙләүем
Мин 1930 йылда хәҙерге Молдова территорияһында урынлашҡан Табань тигән ярлы ауылда тыуғанмын. Алты балаһының тамағын туйҙырыр өсөн, атай-әсәйем иртә таңдан ҡара төнгә тиклем колхозда эшләне, ләкин йәшәргә аҡсабыҙ булманы тиерлек. Әсәйем православие динендә, ә атайым католик ине. Иҫемдә, улар йыш ҡына руханиҙарҙың оятһыҙ тәртибенә асыулана торғайны.
18 йәшемдә мәктәпте тамамлап, комсомолға — коммунизм идеологияһын таратҡан йәштәр ойошмаһына керҙем. Уның маҡсаты Коммунистар партияһының буласаҡ ағзаларын әҙерләү ине. Оҙаҡ та үтмәҫтән, мине урындағы төркөмдөң секретары итеп һайланылар. Мине тигеҙлек, ҡәрҙәшлек һәм ғәҙеллек идеялары йәлеп итте, ләкин ысынбарлыҡ бөтөнләй икенсе ине: кешеләр үҙҙәрен намыҫһыҙ һәм әхлаҡһыҙ тотто. Быны күреп, мин көсһөҙлөк тойҙом.
Советтар Союзыa дин менән көрәш алып барҙы, ә мин актив комсомол ағзаһы булдым, шуға миңә хөкүмәттең сиркәүгә ҡаршы политикаһына булышлыҡ күрһәтергә тура килде. Беҙҙең ауылда бер нисә Йәһүә шаһиты йәшәй ине. Уларҙың намыҫлы һәм тыныс кешеләр икәне күренеп тора ине, ләкин мин уларҙы фанатик тип һананым. Оҙаҡламай тормош тураһындағы күп һорауҙарыма тап Йәһүә шаһиты яуап бирер тип кем уйлаған!
Беҙҙең ауылда йәшәгән Димитрий бабайым шул кеше булып сыҡты. Бер көндө 1952 йылдың яҙында ул минән: «Георгий, һин артабан нисек йәшәргә уйлайһың?» — тип һораны. Минең хаҡта ул ғына ысынлап ҡайғырта ине, шуға шул турала һораны ла инде. Тормош тураһында һорауҙарым күп ине, ә яуап таба алмай инем. Мәҫәлән, Алла булһа, ни өсөн ул шул тиклем күп ғазаптарға юл ҡуя? Быны мин бер нисек тә аңлай алмай инем. Һигеҙ көн буйы Димитрий ағай Изге Яҙма ярҙамында һорауҙарыма яуап бирҙе. Ҡай ваҡыт беҙ Алла тураһында һөйләшеп төнгө өскә тиклем ултыра инек!
Георгий һәм Димитрий төнгә тиклем Изге Яҙма тураһында фекер алышҡан
Шунан һуң мин Изге Яҙма өйрәнеүгә ныҡлап тотонорға булдым. Бер мәл күктә мине ныҡ яратҡан Атайым барлығын аңлап ҡалдым (Зәбур 27:10). Белемем күп булмаһа ла, мин Йәһүәне бик ныҡ яраттым. Был миңә, урындағы парторгтың янауҙарына ҡарамаҫтан, партиянан сығырға тигән ныҡлы ҡарарға килергә ярҙам итте. Ни бары дүрт ай Изге Яҙма өйрәнгәндән һуң, 1952 йылдың сентябрендә мин, үҙемде Йәһүәгә бағышлап, һыуға сумдырылдым.
Йәһүәне яратыуым һынала
Ул ваҡытта Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге тыйылғайны. Ләкин минең Йәһүәне ни тиклем ныҡ яратҡанымды эштәрем менән күрһәткем килде. Шуға мин күрше ауылдарҙа йәшәгән имандаштарға баҫмаларыбыҙҙы килтереп йөрөргә теләк белдерҙем. Был бик ҡурҡыныс эш ине: кешеләр шикләнеүсән һәм властарға таныш булмаған кеше тураһында шунда уҡ хәбәр итә ала ине. Өҫтәүенә, хатта ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары ла миңә шикләнеп ҡараны. Кемдер мине йыйылышҡа индерелгән күп КГБ агенттарының береһе тип уйланы. Ләкин оҙаҡламай барыһы ла бер ниндәй ҙә шымсы булмауымды аңланы. Һыуға сумдырылыуыма ике ай ғына үтеүгә, мине тыйылған әҙәбиәт ташығаным өсөн ҡулға алдылар.
Суд булғанын көтөп, мин бер йыл тиерлек һаҡ аҫтында булдым. Бөтмәҫ допростар ваҡытында следователдәр мине Йәһүәгә хыянат итергә мәжбүр итергә маташты. Ләкин уларҙың бер нәмә лә килеп сыҡманы, сөнки мин Йәһүәгә көслө яратыу үҫтереп өлгөргәйнем. Ахыр сиктә минең эшемде судта ҡарау ваҡыты билдәләнде, ул Одессала үтергә тейеш ине. Судҡа атай-әсәйемде һәм бер туғандарымды саҡырҙылар, ул ваҡытта улар әле Йәһүә шаһиты түгел ине.
Властар бөтә нәмәне шундай итеп күрһәтте, имеш, мине алдап ҡурҡыныс сектаға кереткәндәр. Улар туғандарымды минең аҡылдан яҙыуыма ышандырырға маташты. Атайым менән әсәйем, ҡурҡып, аҡылға килеүемде үтенде. Ләкин мин тыныс булып ҡалдым һәм әсәйемә: «Борсолма, мин аҡылымды юғалтманым. Киреһенсә, ғүмер буйы эҙләгән нәмәмде таптым, хәҙер мин быны бер ҡасан да ташламайым», — тинем (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:23). Изге Яҙма тураһында белемем күп түгел ине, уның ҡарауы Йәһүәне уға тоғро булып ҡалырлыҡ кимәлдә яҡшы белә инем. Ваҡыт үтеү менән атай-әсәйем минең хәҡиҡәтте тапҡанымды аңланы, һәм алты йылдан һуң улар ҙа Йәһүә шаһиты булып китте.
Суд Георгийҙың ата-әсәһен, улығыҙ ҡурҡыныс сектаға эләккән, тип ышандырырға тырышҡан
Мине 15 йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм иттеләр һәм поезд менән Колымаға — ГУЛАГтың тап үҙәгенә оҙаттылар. Тотҡондар өҫтөнән тулы контроль булһын өсөн, һаҡсылар беҙҙе туҡманы һәм астан интектерҙе. Тәү мәлдә, тере ҡалмам, тип уйланым.
Алла минең турала ҡайғырта һәм яратып өйрәтә
Минең килеүемә күп тә үтмәҫтән, бер тотҡон һаҡ ҡына минән: «Бында Йанадабтар бармы?» — тип һораны. Мин эштең нимәлә икәнен шундуҡ төшөндөм: тик беҙҙекеләр генә шундай терминдар ҡуллана ине! Лагерҙа инде 34 Йәһүә шаһиты бар ине. Шул тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәр ярҙамында мин ҡатмарлы шарттарҙа Изге Яҙма принциптарын ҡулланырға өйрәндем, шулай уҡ уйлап эш итеү кеүек ҡиммәтле рухи сифаттар үҫтерҙем.
Лагерҙа мин машинист булып эшләнем. Бер көндө минең менән бергә эшләгән Матфей исемле бер кеше, 50 «изге»нең исемен яттан беләм, тип маҡтанды. Мин үҙем белгәндәрҙе һөйләп, шул изгеләр тураһында насар итеп әйткәс, Матфей йоҙроғон һелтәргә тотондо, ә мин ҡасып киттем. Ағай-ҡәрҙәштәр көлә башлағас, мин үпкәләп, уларға: «Нишләп көләһегеҙ? Мин вәғәзләргә теләгәйнем», — тинем. Улар йомшаҡ итеп беҙҙең маҡсатыбыҙ кешеләрҙе кәмһетеү түгел, ә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләү икәнен иҫемә төшөрҙө (1 Петр 3:15). Матфей диссидент булһа ла, уға Йәһүә шаһиттарының һаҡсылар һәм властарға хөрмәт менән ҡарауы ныҡ тәьҫир итте. Һуңғараҡ ул да Изге Яҙма өйрәнә башланы. Уны йәшерен рәүештә боҙҙай һалҡын һыу тулы мискәлә һыуға сумдырған төндө һис ҡасан онотмайым.
Лагерға килеүемә күп тә үтмәне, миңә һәм бүтән ике йәш ағай-ҡәрҙәшкә сәйәси дәрестәргә йөрөргә ҡуштылар. Ләкин беҙ унда йөрөүҙән баш тарттыҡ. Шул дәрестәргә йөрөһәк, мәсихселәр нейтралитетын боҙорбоҙ, тип уйланыҡ (Яхъя 17:16). Беҙҙе ике аҙнаға карцерға ырғыттылар. Беҙ унан сыҡҡас, ҡайғыртыусан ҡәрҙәштәр, ундай лекцияларҙа булыу сәйәси һорауҙарҙа кемдеңдер яғына баҫыуҙы аңлатмай, тип әйтте. Өҫтәүенә, ул дәрестәрҙә вәғәзләргә була. Шул ҡәрҙәштәрҙең яратыуы һәм ҡайғыртыуы беҙгә зирәгерәк һәм аҡыллыраҡ булырға ярҙам итте.
Уларҙың түҙемлек менән мине өйрәтеүе Йәһүәнең минең хаҡта яратып ҡайғыртыуына дәлил булып тора ине. Мәҫәлән, шундай осраҡ иҫкә төшә. Тотҡондар араһында бер рухани бар ине, уны баш бухгалтер итеп ҡуйғайнылар. Минең менән осрашҡан һайын, ул мине: «Һаумы, Иблис балаһы!» — тип сәләмләй ине. Бер тотҡон миңә: «Һаумы, атай!» — тип яуап ҡайтарырға өйрәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин шулай эшләнем дә. Шуның арҡаһында мине ныҡ итеп туҡманылар. Был турала белеп ҡалғас, ҡәрҙәштәр миңә дөрөҫ эшләмәгәнемде аңлаттылар (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:11). Ахыр сиктә мин шул руханиҙан ғәфү үтендем.
Лагерға эләккәнгә тиклем, мин йыйылыш осрашыуҙарына йөрөнөм, улар йәшерен рәүештә төндә йә иртән иртүк үткәрелә ине. Ләкин лагерҙа бер нисек тә йәшенеп булмай ине. Шуға күрә беҙ ҡәрҙәштәр менән көн һайын түңәрәккә баҫа инек тә һәр беребеҙ алдан уҡ ҡағыҙ киҫәгенә яҙған аяттар буйынса фекер алыша инек. Беҙ мөмкин тиклем күберәк аяттарҙы иҫтә ҡалдырырға теләнек. Берәй һаҡсының килә ятҡанын күреү менән, беҙ ул ҡағыҙҙарҙы шунда уҡ йота торғайныҡ.
Лагерҙағы һаҡсыларҙан йәшенеп булмағанға, Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманы уларҙың күҙ алдында уҡырға мөмкинлек тапҡан
Өйҙән йыраҡта, ләкин ҡайғыртыусан Алла янында
Георгий 60-сы йылдар башында, эш лагерынан иреккә сығарылғандан һуң
1959 йылда мине иреккә сығарҙылар ҙа Ҡаҙағстандың Караганда өлкәһенә һөргөнгә ебәрҙеләр. Мин һаман да һынау срогында инем, әммә өйләнергә булдым. Шуға күрә мине 20 көнгә Томск өлкәһенә ебәреүҙәрен һораным. Унда Мария исемле Йәһүәгә тоғро һөйкөмлө апай-ҡәрҙәш йәшәй ине. Уға килгәс, мин ғәҙәттәгесә тура итеп: «Маруся, минең осрашып йөрөргә ваҡытым юҡ. Миңә кейәүгә сыҡ!» — тинем. Ул ризалашты, һәм беҙ бәләкәй генә туй яһаныҡ. Мария минең күп һынауҙарҙа тоғро ҡалыуымды юғары баһаланы һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә минең юлдашым булырға теләне (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:14).
Ул ваҡытта, 1960-сы йылдарҙа, өйҙән-өйгә йөрөп асыҡтан-асыҡ вәғәзләргә ярамай ине. Шунлыҡтан беҙ кешеләргә ерҙә мәңге йәшәү өмөтө тураһында мөмкинлек сыҡҡан һайын һөйләргә тырыштыҡ. Әйтәйек, беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырғанда йә отпускыға барғанда. Беҙ шулай уҡ кешеләр менән һөйләшер өсөн үҙебеҙ мөмкинлектәр уйлап сығарҙыҡ. Мәҫәлән, һатырға ҡуйылған өйҙәргә барып, хужалары менән һөйләшә башлай инек тә, һүҙҙе рухи темаларға күсерергә тырыша инек. Шулай итеп беҙ Мария менән бер нисә өйрәнеү башланыҡ, һәм алты кеше Йәһүә шаһиты булып китте.
Ҡай саҡта һайлауҙар ваҡытында вәғәзләргә мөмкинлек сыға ине. Бер көндө мин бер нисә ағай-ҡәрҙәш менән эшләгән производствоға КГБ хеҙмәткәрҙәре килде. Улар беҙгә меңәрләгән хеҙмәттәшебеҙ алдында ни өсөн Йәһүә шаһиттарының политикала ҡатнашмауын аңлатырға ҡушты. Шунда беҙҙең бер нисә коллега, шул иҫәптән баш инженер, беҙҙе яҡлап сыҡты. Улар беҙҙе, яуаплы һәм тырыш эшселәр, тип әйтте. Уларҙың маҡтауы беҙгә көс өҫтәп ебәрҙе. Һәм беҙ бөтәһе лә ишетерлек итеп, яттан аяттар килтереп, ышаныуҙарыбыҙ тураһында һөйләнек. Һөҙөмтәлә, дүрт хеҙмәттәшебеҙ Изге Яҙма өйрәнергә теләк белдерҙе һәм бер йыл да үтмәҫтән һыуға сумдырылды.
70-се йылдар башында Ҡаҙағстанда күп кеше һыуға сумдырылды, шуға күрә беҙ беренсе тапҡыр конгресс үткәрергә хәл иттек. Ләкин быны нисек властарҙың иғтибарын йәлеп итмәй генә эшләргә? Бына нимә уйлап сығарҙыҡ беҙ: конгресты Алма-Ата янындағы ауылда үтә торған туй менән бергә үткәрергә булдыҡ. Йәштәрҙе ҡотларға һәм бер көнлөк конгрестың программаһын тыңларға 300-ҙән артыҡ ҡунаҡ килде! Минең Мария һәм башҡа апай-ҡәрҙәштәр осрашыу урынын биҙәр өсөн һәм һый әҙерләр өсөн күп тырышты. Яҡынса 10 ағай-ҡәрҙәш һөйләгән телмәрҙәр айырыуса ҡунаҡтарҙың иҫендә ҡалды. Әйткәндәй, шул көндө мин беренсе тапҡыр ҙур аудитория алдында телмәр менән сығыш яһаным.
Алланың яратыуы беҙгә бөтә һынауҙарҙы йырып сығырға ярҙам итте
Георгий ҡатыны Мария һәм ҡыҙы Людмила менән
Бергә йәшәгән йылдар дауамында Мария минең тоғро дуҫым булды. Ул йыуаш ине, миңә бар яҡтан терәк булды һәм Алла Батшалығын һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйҙы. Марияның һаулығы ныҡ булһа ла, ул көтмәгәндә остеопороздың ауыр төрө менән ауырып китте. Шуның арҡаһында үҙ ғүмеренең һуңғы йылдарында, 16 йыл тиерлек, ул түшәктә ятты. Мария 2014 йылда үлеп китте. Уның үлеменә тиклем беҙ ҡайғыртыусан ҡыҙыбыҙ Людмила менән уны ҡараныҡ.
Ҡәҙерле ҡатыным Марияның яфаланғанын күреп, мин көсһөҙлөк тойҙом. Ләкин уның һуңғы көнөнә тиклем беҙ бергәләп Изге Яҙманы һәм баҫмаларыбыҙҙы уҡыныҡ. Шулай уҡ беҙ бик йыш яңы донъя тураһында һөйләштек. Ҡай саҡта мин уның янына ултырып шым ғына иланым. Ләкин Йәһүәнең бөйөк эштәре хаҡында уҡып, беҙ тыныслана инек һәм артабан йәшәргә көс таба инек (Зәбур 37:18; 41:3).
Георгий менән Людмила мәсихселәр осрашыуында
Йәһүәнең яратыуын тәү тапҡыр тойғандан бирле, ул һәр ваҡыт эргәмдә булды һәм минең турала ҡайғыртты (Зәбур 34:19). Йәш һәм тәжрибәһеҙ сағымда ул миңә яратыуын ағай-ҡәрҙәштәр аша күрһәтте. Улар түҙемлек менән миңә яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итте. Эш лагерында һәм һөргөндә ауырлыҡтар кисергән сағымда Йәһүә мине үҙ Һүҙе аша нығытты. Һөйөклө ҡатыным Мария ҡаты ауырып киткәс, Йәһүә миңә уның тураһында ҡайғыртыр өсөн көс бирҙе. Шуға күрә мин бөгөн ҙур ышаныс менән әйтә алам: Йәһүәне яратыуым миңә ғүмерем буйы ярҙам итте!
a 1991 йылға тиклем Ҡаҙағстан, Молдова һәм Украина Советтар Союзы составында ине.