ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА
Тәржемә итеү офистары миллионлаған кешеләргә шатлыҡ килтерә
2021 ЙЫЛДЫҢ 1 МАРТЫ
Беҙҙең бөтә тәржемә итеү төркөмдәренең яҡынса 60 проценты филиалдарҙа түгел, ә тәржемә итеү офистарында хеҙмәт итә. Бының ниндәй ыңғай яҡтары бар? Тәржемәселәргә үҙ эштәрен яҡшы итеп башҡарыр өсөн ниндәй ҡорамалдар кәрәк? Тәржемә офисының ҡайҙа урынлашҡаны эштең сифатына нисек тәьҫир итә?
Ғәҙәттә, офистар тәржемә ителгән телдә һөйләшкән кешеләр йәшәгән ерҙә урынлаша. Куаутемок ҡалаһында (штат Чиуауа, Мексика) йәшәгән түбән немец теленә тәржемә итеүсе Карин былай ти: «Тәржемә офисына күскәндән бирле беҙ һәр ваҡыт түбән немец телендә һөйләшәбеҙ: бер-беребеҙ менән, хеҙмәттә осраған кешеләр менән һәм шулай уҡ магазинға барған саҡта. Беҙ тулыһынса шул тел мөхитенә сумдыҡ һәм ваҡыт-ваҡыт ҡанатлы һүҙҙәр ишетәбеҙ, ә беҙ уларҙы онотоп бара инек инде. Шулай уҡ беҙ һәр ваҡыт яңы һүҙҙәр өйрәнәбеҙ».
Гана илендәге фрафра теленә тәржемә итеүсе Джеймс филиалда ҡалған Вефиль ғаиләһен һағынғаны тураһында һөйләй. Әммә ул былай тип әйтә: «Миңә тәржемә офисында эшләү оҡшай. Шулай уҡ миңә урындағы телдә вәғәзләү оҡшай. Кешеләрҙең күҙҙәре балҡып китеүен күреү бөтә булған уңайһыҙлыҡтарҙы ҡаплай».
Ҡәрҙәштәр ниндәй принцип буйынса тәржемә офистары өсөн урын һайлай? Уорвикта (Нью-Йорк, АҠШ) Бөтә донъя төҙөү-проектлаштырыу бүлегендә хеҙмәт иткән Джозеф исемле ир ҡәрҙәш былай тип аңлата: «Тотороҡло электр уты һәм һыу ҡайһы бер ерҙәрҙә юҡ, шуға күрә беҙгә теләһә ҡайһы урын яраҡлы түгел. Шулай уҡ ҡайһы бер урындарҙа интернет насар. Ә ул тәржемә иткәндә кәрәкле материалдарҙы алыр өсөн мөһим. Шуға күрә беҙ уңайлы урын табыр өсөн бөтә варианттарҙы ла ҡарайбыҙ».
Иң тиҙ һәм һаҡсыл вариант — тәржемә офисын Батшалыҡ залында, Конгресс залында йә миссионерҙар йортонда урынлаштырыу. Икенсе вариант — тәржемә итеүселәргә йәшәр һәм эшләр өсөн фатирҙар йә офистар һатып алыу. Әгәр киләсәктә шарттар үҙгәрһә, был биналарҙы һатып, аҡсаны башҡа ихтыяждар өсөн ҡулланып була.
Эшкә әҙербеҙ
2020 хеҙмәт йылында тәржемә офистары өсөн 13 миллион доллар бүленгән булған. Тәржемә иткән төркөмдәргә компьютерҙар, махсус программалар, аудио яҙҙырыу өсөн ҡорамалдар, интернет һәм коммуналь хеҙмәттәр кәрәк. Мәҫәлән, ғәҙәттә бер тәржемәсе өсөн компьютер яҡынса 750 доллар тора. Компьютерҙарҙа төрлө программалар, шулай уҡ беҙҙең ойошманың махсус компьютер программаһы («Watchtower Translation System») ҡуйыла. Ул тәржемәселәргә эште яҡшы итеп ойошторорға һәм тиҙ генә кәрәкле материалды табырға ярҙам итә.
Тәржемәселәргә, үҙ офистарында яҙҙыра алһындар өсөн, аудиоҡорамалдар комплекты бирелә. COVID-19 пандемияһы башланғас, был ҡорамалдар ныҡ ярҙам итте. Күп тәржемәселәр, уларҙы өйҙәренә алып китеп, баҫмаларҙы һәм видеояҙмаларҙы тәржемә итеүҙәрен дауам итә алды.
Урындағы ирекле хеҙмәтселәр тәржемәне сифатлыраҡ итергә ярҙам итә. Шулай уҡ улар тәржемә офистарын хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша. Кейптаунда (Көньяҡ Африка) африкаанс теленә тәржемә итеү офисында хеҙмәт иткән Керстин былай ти: «Күп кенә вәғәзселәрҙең һәм пионерҙарҙың бында хеҙмәт итер өсөн һәм үҙ таланттарын ҡулланыр өсөн мөмкинлектәре бар».
Ирекле хеҙмәтселәр бындай махсус хеҙмәттә ҡатнаша алғанға бик шатлана. Тәржемә офисында ярҙам иткән бер ҡатын-ҡыҙ ҡәрҙәшкә бында хеҙмәт итеү бик оҡшай. Урындағы ҡайһы бер ҡәрҙәштәр шулай уҡ баҫмаларыбыҙҙың аудиоһын яҙҙырырға ярҙам итә. Тотонак теленә (Веракрус штатындағы тәржемә офисы, Мексика) тәржемә иткән Хуана исемле ҡатын-ҡыҙ ҡәрҙәш былай ти: «Үҙ телебеҙҙә һөйләшкән ергә күскәс, аудио һәм видео яҙҙырыр өсөн ҡәрҙәштәрҙе табыу күпкә еңелерәк».
Тәржемә офистарын ойоштороу тәржемә итеүҙең сифатын яҡшыртырға ярҙам иттеме? Миллионлаған уҡыусыларыбыҙ бер тауыштан «эйе» тип яуап бирер! Конго Демократик Республикаһында конго теленә тәржемә итеүсе Садрик исемле ир ҡәрҙәш былай ти: «Элек ҡайһы бер ҡәрҙәштәр баҫмаларыбыҙҙың телен „Күҙәтеү манараһы тәржемәһендәге конго“ тип шаярталар ине, сөнки ул тел тәбиғи түгел ине һәм ябай кешеләр һөйләшкән телдән ныҡ айырылып тора ине. Әммә хәҙер ҡәрҙәштәр бик ҡәнәғәт. Баҫмаларыбыҙ заманса телдә яңғырай һәм был телде аңлауы еңел».
Ә бына Көньяҡ Африка Республикаһында тәржемә офисында хеҙмәт иткән һәм коса теленә тәржемә иткән Андиль исемле ир ҡәрҙәштең һүҙҙәре: «Күп кешеләр тәржемәбеҙҙең яҡшырғанына иғтибар итте. Рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, беҙгә күп хаттар яҙалар. „Күҙәтеү манараһын“ элек инглиз телендә уҡыған балалар ҙа хәҙер уны коса телендә уҡый. Изге Яҙманың яңынан ҡарап сығылған „Яңы донъя тәржемәһе“ уларға айырыуса оҡшай, сөнки ул ябай һәм аңлайышлы».
Тәржемә офистарын ойоштороу һәм хеҙмәтләндереү өсөн сығымдар ирекле иғәнәләр ярҙамында ҡаплана. Иғәнәләрҙе шулай уҡ donate.jw.org сайты аша ебәреп була.